Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Баҡса » Февралдә беҙҙе ниндәй эштәр көтә?

Борос, помидор, баклажан, петунияны нисек сәсергә? Баҙҙа дымды нисек кәметергә? Картуф шытһа, нимә эшләргә? Ошо һәм башҡа һорауҙарға - Ҡариҙел районы баҡсасыһынан яуаптар, кәңәштәр. 

Февралдә беҙҙе ниндәй эштәр көтә?

Ҡыштың һуңғы айы башланды. Яҙ бына-бына “ишек шаҡыясаҡ”. Ошо осорҙа, ғәҙәттә, баҡсасылар эш миҙгелен аса – байтаҡ йәшелсә, сәскә культуралары сәселә. Шул йәһәттән тәжрибә уртаҡлашыуын һорап, Ҡариҙел районынан уңған хужабикә Нәзирә Сәйфетдиноваға мөрәжәғәт иттек.

Барыһын да алдан әҙерлә

– Әлбиттә, был эштә иң беренсе йәшәгән ереңдәге климатты иҫәптә тоторға кәрәк, – ти ул. – Беҙҙең Ҡариҙел яғы, белеүегеҙсә, һыуығыраҡ. Шуға ла үҫентеләрҙе, ғәҙәттә, ныҡ иртә түгел, ә февраль-март тирәһендә сәсәм, уларҙы аҙаҡ түтәлгә сығармайым, һәр ваҡыт теплицала үҫтерәм.

Бөтә төр орлоҡтарҙы алдан һатып алып ҡуйыу яҡшы, һуңғараҡҡа ҡалһаң, кәрәкле сортты эҙләп йөрөргә тура килеүе ихтимал. Яҙ тупраҡҡа өҫтәргә минераль һәм органик ашламаларҙы, үҫемлектәрҙе һаҡлау өсөн биопрепараттарҙы ла мин ошо ваҡытта хәстәрләп ҡуям.

Үҫентеләр сәселәсәк һауыттарҙы мотлаҡ йыуырға, дезинфекция үткәрергә кәрәк. Тупраҡты әҙерләгәндә уға компост менән ҡом, торф йәки перлит ҡушылмаһы өҫтәйем. Был ҡатнашманы парҙа тоторға кәрәк – төрлө ауырыуҙар, ҡоротҡостар юҡ ителәсәк.

Фатирҙың йәки шәхси йорттоң тәҙрә төбө һалҡын икән, һауыттың аҫтын, эргә-тирәһен көпләпме, нисектер йылытыу сараһын табырға кәрәк. Һыуыҡ тупраҡта үҫенте тамырлана алмай. Һәм, әлбиттә, февралдә ультрафиолет етешмәй, шуға фитолампалар ярҙамында өҫтәмә яҡтыртыу кәрәк. Мин был приборҙы көнөнә кәмендә ун сәғәт эшләтәм.

Татлы һәм әсе борос

– Күптәр кеүек үк, мин дә иң беренсе борос сәсәм. Ул, билдәле булыуынса, 55-65 көндә теплицаға сығарып ултыртыу өсөн өлгөрөп етә, – ти Нәзирә Сәйфетдинова. – Татлы һәм әсе боростар йылы ярата, күләгәне өнәмәй, даими иғтибар талап итә. Уларҙы көн дауамында ҡояш төшкән урында тотоу яҡшы. Был культураларҙы аҙаҡ теплицаға сығарғас та һауа температураһының “һикереүе”нән һаҡларға кәрәк.

Татлы һәм әсе борос орлоҡтарын сәсер алдынан махсус әҙерләү талап ителмәй, тиҙәр. Шулай ҙа мин, шик булмаһын өсөн, скарификация процедураһын үткәрәм – шытыуҙы тиҙләтеү маҡсатында, бәләкәй үткер ҡайсы менән орлоҡтоң осон әҙ генә ҡырҡам. Был эште һаҡ башҡарырға кәрәк.

Сәсеү өсөн биш-ете сантиметр тәрәнлектәге һауыт әҙерләйем. Уға перлит ҡушылған тупраҡ һалам, һиптергес ярҙамында тейешенсә дымландырам. Орлоҡтар араһын икешәр сантиметр итәм. Сәсеп бөткәс, пульверизатор менән һыу һиптерәм дә, һауытҡа полиэтилен ҡаплап, тәҙрә төбөнә ҡуям. Алда әйтеүемсә, урын ҡояшлы булырға тейеш.

Баклажан

Был культура ла йылыны ярата. Шулай уҡ тупрағы дымлы булырға тейеш.

– Мин элек баклажан үҫтермәй торғайным. Әммә йөрәк-ҡан тамырҙары сирҙәренән ярҙам итеүенә инанғас, уға иғтибар итә башланым. Һуңғы ике йылда байтаҡ уңыш алдым, быйыл да февраль уртаһында сәсергә йыйынам, – ти Нәзирә Сәйфетдинова. – Борос һымаҡ уҡ, баклажанды сәскәндә лә орлоҡто шул килеш тупраҡҡа һалырға була, алдан эшкәртергә кәрәкмәй, тиҙәр. Мин тәүге йылда шулайттым, әммә шытыу осоро оҙаҡҡа һуҙылды. Икенсе йылында, төрлө мәғлүмәттәрҙе өйрәнеп, башҡа төрлө сәстем. 100 миллилитр таҙа һыуға ике тамсы үҫеш стимуляторы ҡушып, яҡшы итеп болғатам. Ошо шыйыҡсаға манылған мамыҡҡа орлоҡтарҙы һалып, биш сәғәт тирәһе тотам. Улар бүртә. Шул арала йыуылған, дезинфекцияланған стакандарҙың төбөнә дренаж, унан туҡландырылған йомшаҡ тупраҡ һалып, ярты сантиметр тәрәнлектә икешәр орлоҡ сәсәм дә тупраҡ менән ҡаплайым.

Артабан, борос кеүек үк, бүлмә температураһындағы һыу һиптереп, өҫтөн пленка менән ҡаплайым да тәҙрә төбөнә ҡуям. 10-15 көндән тәүге үҫентеләр күренә. Баклажан йылыны ярата, һауа температураһы +12-нән аҫҡа төшһә, үҫеүҙән туҡтай. Иртә өлгөрә торған сорттары 100-115 көндән һуң тәүге емешен бирә, башҡалары – дүрт-биш айҙан.

Мин, әйткәнемсә, йәшелсәне аҙаҡ теплицаға күсерәм. Түтәлгә ултыртҡан осраҡта иһә, белеүемсә, һыуыҡ мәлдә ҡаплау өсөн, махсус япма әҙерләп ҡуйырға кәрәк.

Помидор

Баклажан һымаҡ уҡ, помидор орлоғон сәсер алдынан үҫеш стимуляторында уртаса биш сәғәт тотоп алырға мөмкин.

– Тупраҡҡа торф, махсус йомшартҡыс ҡушып әҙерләйем. Ун сантиметр тәрәнлектәге һауыт алам. Помидорҙарҙың барыһын бергә ҙур контейнерҙа үҫтерәм, – ти Ҡариҙел баҡсасыһы. – Һауыттың төбөнә агроперлит һибәм дә, тупраҡ һалып, бер аҙ тығыҙлатам. Унан тәрәнлеге бер сантиметрлыҡ бураҙна һыҙып, орлоҡтарҙы дүртәр сантиметр аралыҡта сәсеп сығам. Артабан тупраҡ менән ҡаплап, пульверизатор ярҙамында күп итеп йылы һыу һиптерәм дә, полиэтилен ябып, йылы, яҡты урынға ҡуям.

Петуния

Февралдә күптәр петуния сәсәлер. Ул сағыулығы, талымһыҙ, әрһеҙ булыуы менән баҡсасылар күңелен яулаған.

– Петунияны мин февраль аҙағы – март башында сәсәм. Был ваҡытта үҫентеләргә өҫтәмә яҡтыртыу кәрәкмәй, сөнки яҙғы ҡояш ультрафиолетҡа мохтажлыҡты ҡаплай, – ти баҡсасы. – Сәскәнең орлоғо үтә ваҡ булғанлыҡтан, гранулалыларын һайлайым. Уларҙы яҡшы туҡландырылған тупраҡҡа 1,5 сантиметр аралыҡта сәсеп сығып, һыу һибеп, пленка менән ҡаплайым. Урыны яҡты булырға тейеш.

Саманы белһәң...

Февралдең һыуыҡлығы үҫентеләрҙең хәл-торошона кире йоғонто яһауы ихтимал. Шул уҡ ваҡытта йәшелсә һәм сәскәләрҙең башҡа сәбәптәргә бәйле лә юҡҡа сығыуы бар.

– Мәҫәлән, алда әйткәнемсә, өйҙә йылы булып та, тәҙрә төбөндә һалҡын икән, үҫентеләр өшөйәсәк. Ошондай хәлгә тарымаҫ өсөн орлоҡ сәселгән һауыттарҙы пенопластан яһалған аҫлыҡҡа ҡуйырға кәрәк, – ти Нәзирә Сәйфетдинова. – Мин иһә үҫентеләрҙе тәҙрә эргәһендәге стеллажға ултыртам, шуға ла уларға өшөү хәүефе янамай.

Һыуҙы аҙ ҡойоуҙың да насар эҙемтәгә килтереүе ихтимал. Бындай осраҡта үҫентеләр тейешенсә үҫешә алмай. “Тамыры серей, шуға һыуҙы күп ҡоймайым”, – ти ҡайһы берәүҙәр. Тупраҡта дым етерлекме, юҡмы икәнен белеү өсөн бамбук таяҡсаһын тығып тикшерергә мөмкин. Ул ҡоро булһа, һыу ҡойорға кәрәк тигән һүҙ. Әгәр таяҡса дымлы, тупраҡ йәбешкән икән – тимәк, барыһы ла яҡшы. Һыу саманан тыш һибелһә, үҫентеләр себенләй ҙә башлай.

Ашламаның күплеге лә зыян. Уны үҫентенең япрағы сыҡҡас ҡына һала башларға тәҡдим ителә. Артабан – ун көнгә бер тапҡыр.

Вегетация осоро ҡыҫҡа культураларҙы февралдә сәсергә ярамай, сөнки уларҙы тиҙ арала түтәлгә йәки теплицаға сығарырға кәрәк буласаҡ.

Дымды нисек кәметергә?

– Ҡыш аҙағында баҙҙағы йәшелсәләрҙең торошон йышыраҡ тикшереп тороу мөһим, – ти хужабикә. – Серегән, боҙола башлағандарын тиҙ арала ташларға кәрәк. Инфекция, үңәҙ таралыуын туҡтатыу өсөн баҙҙа дезинфекция үткәреү ыңғай һөҙөмтә бирә. Әлбиттә, бындағы температураны, дымлылыҡ кимәлен контролдә тоторға кәрәк. Елләтеп алырға онотмау мөһим.

Әйткәндәй, дымлылыҡты кәметеү өсөн мин баҙға һүндерелмәгән эзбиз һалам. Ул һыуҙы һурып ҡына ҡалмай, һауаны ла таҙарта. Эзбизгә баҡыр купоросы ҡушып яһалған ҡатнашма менән баҙҙың йәки йәшелсә һаҡлағыстың стенаһын ағартып тороу ҙа яҡшы һөҙөмтә бирә. Борон өләсәйем иһә иҙән аҫтын ҡоро еҙтөймәне яндырып ыҫлар ине. Был эште иҫкәртеү маҡсатында башҡарҙы, “дымлылыҡҡа ҡаршы аҙаҡ көрәшкәнсе, уны булдырмау яҡшыраҡ” тиер ине.

Картуф шытһа

Билдәле булыуынса, көндәр саҡ ҡына йылынһа ла, баҙҙағы картуф шыта башлай.

– Был үҫентеләр ни тиклем оҙонайһа, картуфтың уңдырышлылығы шул ҡәҙәр кәмей, – ти Ҡариҙел районы хужабикәһе. – Сәбәбе, әлбиттә, туҡлыҡлы матдәләр запасының аҙайыуында. Шуға ла картуфта үҫентеләр күренеү менән үк өҙөп алып торорға кәрәк. Әгәр инде ныҡ шытып, йәшелсә бөрөшһә, уны яңы уңыш өсөн орлоҡ итеп файҙаланыуҙан фәтүә булмаҫ.

Картуфтың яңы үҫентеләре сыҡмаһын өсөн баҙҙағы температураны контролдә тоторға кәрәк – икенән дүрт градусҡаса йылы булһын. Йәнә баҙға бысҡы онтағы, айырыуса ҡарағайҙыҡын һалыу яҡшы һөҙөмтә бирә – ул дымды һура, шулай уҡ бәшмәк үрсеүен тотҡарлай.

Картуфтағы бәләкәй генә ҡара нөктәләрҙең ҡоро серек булыуы ихтимал. Шуға ла уны күреү менән ташларға кәрәк – башҡаларҙы зарарламаһын.

Айрат Нурмөхәмәтов фотолары.



Автор: Дилбәр Ишморатова / Источник


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





‎Петуния ултыртыр ваҡыт етте

‎Петуния ултыртыр ваҡыт етте 05.02.2026 // Баҡса

Уңған хужабикәләр баҡсаларын шау сәскәгә күмеү өсөн бөгөндән үк эш башлай. Беҙҙең кәңәштәргә лә ......

Тотош уҡырға 3

Теплицағыҙға ҡар тултырып ҡалығыҙ!
Ярманы йыуған һыуҙы әрәм итмәгеҙ

Ярманы йыуған һыуҙы әрәм итмәгеҙ 14.11.2025 // Баҡса

Улар - гөл өсөн бынамын тигән ашлама. Тағы ниндәй ябай ғына ашламалар тәҙрә төбөгөҙҙө шау сәскәгә ......

Тотош уҡырға 13

Тәҙрә төбөндә нисек ҡыяр үҫтерергә?

Тәҙрә төбөндә нисек ҡыяр үҫтерергә? 13.11.2025 // Баҡса

Уңған хужабикәләр ҡышын да ғаиләләрен тәбиғи аҙыҡ-түлек менән һыйларға тырыша. Тәҙрә төбөндә ҡыяр ......

Тотош уҡырға 13

Телде йоторлоҡ кетчуп!

Телде йоторлоҡ кетчуп! 01.09.2025 // Баҡса

Уны әҙерләгән саҡта төрлө эксперименттар яһарға мөмкин. Мәҫәлән, татлы алма ҡушһаң, ......

Тотош уҡырға 27

Бүләк ителгән раузаларҙы тамырландырам тиһәң...

Бүләк ителгән раузаларҙы тамырландырам тиһәң... 30.08.2025 // Баҡса

Был сәскәләр батшаһы матур, әммә тиҙ һулыйҙар. Әммә уларҙы тамырландырып, икенсе ғүмер бүләк ......

Тотош уҡырға 38

Ҡамыры мамыҡ һымаҡ йомшаҡ килеп сыға

Ҡамыры мамыҡ һымаҡ йомшаҡ килеп сыға 29.08.2025 // Баҡса

Эслегенә нимә һалһағыҙ ҙа, отолмаҫһығыҙ....

Тотош уҡырға 46

Ябыҡтыра ла, һауыҡтыра ла...

Ябыҡтыра ла, һауыҡтыра ла... 27.08.2025 // Баҡса

Рәсәй ғалимдарының был асышы ҡыҙыҡлы. Һимеҙлектән, артыҡ ауырлыҡтан яфаланған кешеләргә эсемлектең ......

Тотош уҡырға 60

“Иремдең хөрмәтенә ултыртҡайным..."

“Иремдең хөрмәтенә ултыртҡайным..." 26.08.2025 // Баҡса

Сәскәләр аллеяһы күҙҙең яуын ала. “Аҡ кәләш” – уның иң яратҡан сәскәһе....

Тотош уҡырға 57

"Ҡыяр-мыяр, салат-малат ябып ятаһығыҙмы?"

"Ҡыяр-мыяр, салат-малат ябып ятаһығыҙмы?" 25.08.2025 // Баҡса

Йылайыр районында йәшәгән уҡытыусы-блогер Зөлфирә Таһированан ҡыяр тоҙлау буйынса шәп рецепт ......

Тотош уҡырға 51

Рассольник яһанығыҙмы әле?

Рассольник яһанығыҙмы әле? 25.08.2025 // Баҡса

Рецепт - сайтта. Һаҡлап ҡуйығыҙ...

Тотош уҡырға 61

Һалҡын аджика рецепты (бешермәйбеҙ!)

Һалҡын аджика рецепты (бешермәйбеҙ!) 25.08.2025 // Баҡса

Инде өсөнсө йыл әҙерләйем һәм һәр ваҡыт аҙ. Беренсе йылын 10 килограмдан эшләгәйнем. Етмәне. ......

Тотош уҡырға 59