Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Баҡса » Июлдә баҡса еләген нисек тәрбиәләргә?
Июлдә баҡса еләген нисек тәрбиәләргә?

Июлдә баҡса еләген нисек тәрбиәләргә?

Уны уҡландырыу, күсереп ултыртыу, мыйыҡтарын ҡырҡыу, ҡоротҡостарға, сирҙәргә ҡаршы көрәшеү һ.б. хаҡында - сайтта.

Июлдә баҡса еләгенең ҡайһы бер төрҙәре һуңғы тапҡыр уңыш бирә. Яңынан сәскә атыу һәләтенә эйә булғандары иһә миҙгелдә ике мәртәбә – йәй уртаһында һәм аҙағында емешләнә. Еләген йыйып бөткәс, ҡыуаҡтарын артабан да тәрбиәләп тороу мөһим. Мәлендә башҡарылған эштәр киләсәкке мул уңышҡа нигеҙ һала.


Ҡый үләне ҡамасауламаһын


Еләкте йыйып бөткәс үк түтәлде утарға кәрәк. Ни өсөн тигәндә, ҡый үләндәре тупраҡтың туҡлыҡлы матдәләрен һурып бөтә. Ҡайһы берҙәренең тамыры ҙур – еләктекенә нығынырға ҡамасаулай, һөҙөмтәлә улары көсһөҙ генә була, төрлө ауырыуҙарға, ҡоротҡостарға тиҙ бирешә.


Әгәр баҡса еләге ҡыуаҡтары түтәленә мульча йәйгән булһағыҙ, уны алырға кәрәк, сөнки аҫтына йыш ҡына ҡоротҡостар йыйылып, төрлө сирҙәр тарата башлай.


Ҡый үләндәрен утағас, ҡыуаҡлыҡтарға һыу ҡоябыҙ һәм күмәбеҙ. Тәжрибәле баҡсасылар, ғөмүмән, еләкте махсус япма аҫтында үҫтерә. Бындай ысул яҡшы һыу-һауа режимы булдырыу өсөн уңайлы. Тамырҙар дым менән һәйбәт тәьмин ителеп, ҡыуаҡтар тулылана, һөҙөмтәлә төрлө сирҙәргә “юл ябыла”. Ҡыуаҡтарҙы күмгән мәлдә рәттәр араһын да йомшартырға кәрәк.


Япрағы һарғая башлаһа...


Йәй уртаһында, ғәҙәттә, көндәр ныҡ эҫе тороусан. Бындай осорҙа баҡса еләгенә аҙнаһына өс-дүрт мәртәбә һыу ҡойоу кәрәк, ти баҡсасылар. Айырыуса һуңғы емештәр өлгөргәндә дымға мохтажлыҡ арта. Еләккә һыу етәме-юҡмы икәнен уның япраҡтарына ҡарап билдәләргә мөмкин. Ситтәре кибеп, һарғая башлаған икән, тимәк, дым кәрәк.


Әгәр йәй ҡоро һәм ныҡ эҫе булһа, баҡса еләге плантацияларын дүрт-биш көнгә бер тапҡыр һуғарып торалар. Бындай эш сентябргә тиклем дауам итә.     


Мыйыҡтарын ҡырҡырға кәрәк


Июлдә еләктең мыйыҡтарын ғына түгел, ә зарарланған, сирле, шулай уҡ ҡырғылт, аҡ, ерән тимгелдәр төшкән япраҡтарын киҫеп алалар. Бындай эштәрҙе еләк уңышын йыйып алғандан һуң ике-дүрт көн үткәс башҡарырға кәрәк, секатор йәки баҡса ҡайсылары ҡулланыла. Әлбиттә, тимгелләнгән япраҡ аҙаҡ үҙе лә өҙөлөп төшә, әммә уға тиклем ҡыуаҡтан һаман да һут алып, уны хәлһеҙләндерә, башҡаларҙың “өлөшөнә инә”, шуға ла тиҙ арала киҫеп ташлау яҡшы.


Секатор, ҡайсы таҙа булырға тейеш. Әгәр ҡайһылыр үҫемлектә сир билдәләре бар икән, ҡорамалдарҙы һәр береһенән һуң дезинфекциялау мөһим.


Ғәҙәттә, ҡарт япраҡтарҙа төрлө ауырыуҙар, ҡоротҡостар була. Шуға ла уларҙы мотлаҡ киҫеп ташлағыҙ. Ҡырҡып алынған япраҡтарҙы, мыйыҡтарҙы үтилләштерергә кәрәк. Уларҙы башҡа үҫентеләр өсөн мульча итеп тә файҙаланырға ярамай.


Ғөмүмән, июлдә баҡса еләктәренең мыйыҡтары ныҡ ҙурая, төрлө яҡҡа таралып, тамыр йәйә башлай. Һөҙөмтәлә ҡыуаҡлыҡтар ҡуйыра, ә ҡоротҡостар тап шундай шарттарҙы ярата. Эйәләшеп, йыш ҡына сир таратырға тотоналар. Ошо сәбәпле еләктәр вағыраҡ була башлай, уңыш аҙая.


Кәрәкмәгән барлыҡ мыйыҡтарҙы ҡырҡып ташларға кәрәк. Сортын һаҡларға, яңы түтәл эшләргә планлаштырһағыҙ, алып ҡалырға мөмкин. Тамырланған үҫентене стаканға йәки шунда уҡ яңы урынға күсереп ултыртығыҙ.


Сирҙәргә, ҡоротҡостарға ҡаршы нисек көрәшергә?


Әгәр еләктә ҡоротҡостар күрһәгеҙ, барлыҡ участканы инсектицид менән эшкәртергә кәрәк буласаҡ. Баҡсасылар билдәләүенсә, “Актеллик” (тәүҙә ашлыҡ һаҡлау урындарын дезинфекциялау өсөн файҙаланылған), “Фитоферм” (биологик инсектицид япраҡтарҙы кимергән ҡоротҡостарҙы юҡ итә), “Карбофос” (ул акарицид та), “Абига-Пик”, “Фитоспорин” (бәшмәк, бактерия сирҙәренә ҡаршы ҡулланыла) яҡшы һөҙөмтә бирәсәк.


Был препараттарҙы һыуға ҡушып, мотлаҡ инструкция буйынса ҡулланырға кәрәк. Елһеҙ, ҡоро көндә иртәнсәк йәки кискеһен һибегеҙ. Ҡыуаҡтарҙы ғына түгел, улар тирәләй тупраҡты ла эшкәртеү мөһим. Инсектицидты япраҡтың ике яғына ла һибегеҙ. Тәжрибәле баҡсасылар кәңәшенсә, еләк ҡыуаҡтарын бер ниндәй сирҙәре, ҡоротҡостар булмаған хәлдә лә эшкәртеп торорға кәрәк. Бындай иҫкәртеү саралары – мул уңышҡа нигеҙ.


Туҡландырыу мөһим


Июлдең тәүге яртыһында (уңышты йыйып алғас һәм киҫеү эштәрен башҡарғас) еләк ҡыуаҡтарын туҡландырыу мөһим. Был осорҙа улар айырыуса азотҡа (ул йәшел массаның әүҙем үҫеүен тәьмин итә) мохтажлыҡ кисерә.


Нимәләр менән ашларға була?



Бер-ике аш ҡалағы нитрофоска йәки нитроаммофосканы ун литр һыуға һалып болғатабыҙ. Икенсеһен һайлағанһығыҙ икән, уға бер стакан ағас көлө өҫтәргә мөмкин – составы байыясаҡ.
Июлдә ашлау өсөн аммофосканы ла ҡулланырға була. Ҡоро гранулдарҙы ҡыуаҡлыҡтар тирәләй һибергә кәрәк. Бер квадрат метр майҙанға бер аш ҡалағы матдә етә. Ашламаны һалыр алдынан ерҙе йомшартырға һәм түтәлдәрҙе дымландырырға кәрәк. Гранулдарҙы индергәндән һуң тағы ла һыу һибегеҙ.

Июлдең икенсе яртыһында баҡса еләген һыйыр һәм тауыҡ тиҙәге менән ашлау яҡшы. Уларҙы һыуҙа төнәтәләр. Еләктәрҙең тамырына һибергә кәрәк, япраҡтарына теймәһен.


Күсереп ултыртыу өсөн уңайлы мәл


 Июль – баҡса еләген күсереп ултыртыу өсөн уңайлы ай. Әле йылы көндәр алда – яңы урынға өйрәнергә өлгөрәсәк.


Күсереп ултыртыуҙы 10 июлдән һуң башларға мөмкин. Элек һуған, һарымһаҡ үҫкән ерҙе һайлаһағыҙ, бигерәк тә яҡшы. Бындай эш өсөн болотло көн нығыраҡ ҡулайлы, ямғырлы мәл дә һәйбәт. Ни өсөн тигәндә, эҫелә ҡыуаҡтарҙың ҡороуы, күсереп ултыртыуҙы “күтәрә алмауы” ихтимал.


Баҡса еләге мыйыҡтарын июль аҙағында сәсә башларға мөмкин. Эште сентябргә тиклем дауам итергә була. Шулай ҙа иң яҡшы осор – илдең һуңғы – августың тәүге аҙнаһы.


Автор фотолары.



Автор: Дилбәр Ишморатова / Источник


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Рәхимә Мусинанан - "Ҡабаҡса елпеүесе"

Рәхимә Мусинанан - "Ҡабаҡса елпеүесе" 15.09.2026 // Баҡса

Был юлы Рәхимә Мусина бик тәмле ҡабымлыҡ тәҡдим итә...

Тотош уҡырға 0

Картуфты алғас, ерен сәсеп ҡуйығыҙ: ҡаты ҡорттан һәм таҙҙан ҡотолорһоғоҙ

Картуфты алғас, ерен сәсеп ҡуйығыҙ: ҡаты ҡорттан һәм таҙҙан ҡотолорһоғоҙ 13.09.2026 // Баҡса

Яҙғыһын баҡса еренең ниндәй буласағы көҙҙән тора. Картуфты алғас та, хәстәрлек күрһәгеҙ, киләһе йыл ......

Тотош уҡырға 0

Һарымһаҡлы ҡабаҡтан тәмле бутҡа

Һарымһаҡлы ҡабаҡтан тәмле бутҡа 13.09.2026 // Баҡса

Бик оҡшар, мотлаҡ бешереп ҡарағыҙ....

Тотош уҡырға 0

Мин ҡабаҡты шулай һаҡлайым

Мин ҡабаҡты шулай һаҡлайым 10.09.2026 // Баҡса

Яңы уңыш өлгөргәнсе уларҙы файҙаланабыҙ, ти уңған баҡсасы Фәүзиә Насирова...

Тотош уҡырға 0

Рауза  гөлләмәһен ташларға ашыҡмағыҙ!
Ташҡабағығыҙ уңдымы? Кәтлиттәр яһайыҡ!

Ташҡабағығыҙ уңдымы? Кәтлиттәр яһайыҡ! 31.07.2026 // Баҡса

Ташҡабаҡ йәш булырға тейеш. Уларҙы таҙартып, эре ҡырғыстан үткәрәбеҙ. Уға шулай уҡ ҡырғыстан ......

Тотош уҡырға 0

Ҡыяр баллы һыу ярата

Ҡыяр баллы һыу ярата 30.07.2026 // Баҡса

Бындай ашламаны ҡулланһаң, ҡыяр япраҡтары һарғаймай һәм йәшелсә оҙаҡ уңыш биреп ҡыуандыра....

Тотош уҡырға 0

Алма менән сливанан ныҡ тәмле ҡайнатма

Алма менән сливанан ныҡ тәмле ҡайнатма 29.07.2026 // Баҡса

Көтмәгәндә, бик үҙенсәлекле килеп сыға...

Тотош уҡырға 0

Был соусты күптәр яратып ашай

Был соусты күптәр яратып ашай 29.07.2026 // Баҡса

“Мехикано” соусын шашлыҡ, төрлө бутербродтар һәм башҡа ризыҡтарға ҡушып ашарға мөмкин. Ишембай ......

Тотош уҡырға 0

Ҡыяр кетерләп кенә торасаҡ!

Ҡыяр кетерләп кенә торасаҡ! 27.07.2026 // Баҡса

Тоҙлауға ваҡыт та аҙ китә. Гөлнара Йәмилеванан рецепт - яҙмала....

Тотош уҡырға 0

Ҡыяр тәңкәләре

Ҡыяр тәңкәләре 27.07.2026 // Баҡса

Рәхимә Мусина ҡыяр тоҙлау буйынса шәп рецепт тәҡдим итә....

Тотош уҡырға 0

Ябай һәм тәмле алма һуты рецебы

Ябай һәм тәмле алма һуты рецебы 26.07.2026 // Баҡса

Тиҙҙән ҡыҙарып алмалар бешер, тупырҙап ергә ҡойолор саҡ етә. Уңған хужабикәләр ҡайнатма-фәлән менән ......

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә