Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Баҡса » Бәпембә генә тимәгеҙ...
Бәпембә генә тимәгеҙ...

Бәпембә генә тимәгеҙ...

Унан бына тигән ҡайнатма ла әҙерләйҙәр. Яҙып алығыҙ.

Элек-электән был сәскәнең япраҡ­тарын авитаминоз, аҙ ҡанлылыҡ, бөйөр сирҙәре, ашҡаҙан-эсәк ауырыуҙары, ағыуланыу осраҡтарында дауа булараҡ ҡулланалар.


Бәпембә япрағы ҡушылған салат үт, бәүел ҡыуыуға, аппетит­ты асыуға, аш һеңдереүҙе яйға һалыуға булышлыҡ итә. Тамырҙарын картуф уры­нына табала ҡурырға мөмкин, ти бәғзеләр.


Медицинала бәпембәнең сәскәһен, тамырын, япрағын киң файҙала­на­лар. Диетологтар тәҡдим иткән ашам­лыҡтар араһында ла ул беренсе урынды биләй. Ул холестерин кимәлен кәметә, ауыртыуҙы баҫа, бәүел ҡыуғанда организмды калий менән тәьмин итә. Вита­миндарға, аҡһымға, шәкәргә, анти­окси­данттарға бай үҫемлек яман шеш, диабет сир­ҙә­ре­нән һаҡ­лай. Бә­пем­бә һутын бит­тәге һипкелгә, ҡара нөктәләргә, тәндәге асыҡ яраға, бешкән урынға һәм һөйәлгә һөртәләр.


Бәпембәне  иртән, ысыҡ ҡороғас, йыйырға кәңәш итәләр. Тамырын иртә яҙ йәки көҙ ҡа­ҙып алырға була.


Бәпембәнән ҡайнатма


Түбәндә бәпембәнән ҡайнатма тәҡдим итәбеҙ. Бының өсөн 200 бөртөк бәпембә сәскәһе, 750 грамм шәкәр, бер лимон, ярты литр һыу кәрәк. Сәскәләрҙе һабағын ҡал­дырмай ҡырҡып алабыҙ һәм ағып торған һыуҙа йыуып һарҡытабыҙ. Эмалле кәстрүлгә һалып, ҡайнар һыу ҡоябыҙ. Ҡайнап сыҡҡандан һуң утын кәметәбеҙ ҙә тағы 10 минут тотабыҙ, ағас ҡалаҡ менән болғатып торабыҙ.


Уттан алғас, бер көнгә ошо килеш ултыртып ҡуябыҙ. Бик тиҙ кәрәк булған осраҡта 20 минут самаһы тоторға мөмкин. Шунан ике ҡат марля аша һөҙөп, шәкәр, ваҡ ҡына итеп туралған лимон ҡушабыҙ. Шәкәре иреп бөткәс, талғын ғына утта 20-30 минут ҡайнатабыҙ. Эҫе килеш стерил­ләнгән банкаға һалып ҡаплайбыҙ.


Ҡулланыр алдынан табип менән кәңәшләшергә онотмағыҙ!


Автор фотолары



Автор: Карима Усманова / Источник


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Быны көҙ көнө мотлаҡ эшләгеҙ!

Быны көҙ көнө мотлаҡ эшләгеҙ! 29.10.2026 // Баҡса

Әҙерләү өсөн күп нәмә лә кәрәкмәй....

Тотош уҡырға 3

Көҙ етеү менән өйгә сысҡандар тулһа...

Көҙ етеү менән өйгә сысҡандар тулһа... 27.10.2026 // Баҡса

Уларҙы ағыуламай, тоҙаҡҡа эләктермәй, үлтермәй генә ҡыуып та була....

Тотош уҡырға 3

Тағы ла бер сөгөлдөрҙө тиҙ бешереү ысулы
Сөгөлдөрҙө нисек итеп 15 минутта бешереп алырға?

Сөгөлдөрҙө нисек итеп 15 минутта бешереп алырға? 20.10.2026 // Баҡса

Тәмлерәк, һутлыраҡ була һәм өйгә еҫе лә тулмай....

Тотош уҡырға 4

Ҡарабойҙай йәки арыш оно тиҙ әсетә

Ҡарабойҙай йәки арыш оно тиҙ әсетә 18.10.2026 // Баҡса

Өләсәйҙәр шулай эшләй торғайны. Өс көндә әҙер була — ҡыш буйы ҡытырлап торған ризыҡ ашарһығыҙ!...

Тотош уҡырға 7

“Йөҙөмдө үҙебеҙҙә үҫтерергә өйрәнәйек!”

“Йөҙөмдө үҙебеҙҙә үҫтерергә өйрәнәйек!” 18.10.2026 // Баҡса

Нуриман районында Рәфҡәт Ибраһимов йылытмала 200-ҙән ашыу төр виноград үҫтерә. Башҡаларҙы ла ошо ......

Тотош уҡырға 5

Бик тәмле ҡабаҡ ашы рецебы

Бик тәмле ҡабаҡ ашы рецебы 14.10.2026 // Баҡса

Ҡабаҡтар мул булғанда, һеҙ ҙә эшләп ҡарағыҙ...

Тотош уҡырға 4

Әфлисунлы ҡабаҡ һуты бик тәмле!

Әфлисунлы ҡабаҡ һуты бик тәмле! 13.10.2026 // Баҡса

Ҡабаҡтың витаминдарға, минералдарға бай булыуын беләбеҙ. Бүздәк районы Бүздәк ауылынан 80 йәшлек ......

Тотош уҡырға 4

Өс тапҡыр күберәк картуф уңышы алған!

Өс тапҡыр күберәк картуф уңышы алған! 13.10.2026 // Баҡса

Салауат районынан Ирек Мофаззалов "эх, картуф уңманы" быйыл тип зарланып торғайны. Әле ......

Тотош уҡырға 6

Картуфтан ике тапҡыр уңыш йыйып алған

Картуфтан ике тапҡыр уңыш йыйып алған 11.10.2026 // Баҡса

Учалынан Сәлиә Ғатауллина социаль селтәрҙәге сәхифәһендә быйыл нисек итеп картуфтан ике тапҡыр ......

Тотош уҡырға 4

Ни өсөн кәбеҫтәләрен ҡарышлауыҡ ашамаған?

Ни өсөн кәбеҫтәләрен ҡарышлауыҡ ашамаған? 10.10.2026 // Баҡса

Иң мөһиме, улар ҡарышлауыҡтарға ҡаршы эшкәртелмәгән, бер ниндәй ҙә дарыу һибелмәгән. Ә нисек ......

Тотош уҡырға 6

Георгинды ҡасан ҡаҙырға?

Георгинды ҡасан ҡаҙырға? 09.10.2026 // Баҡса

Һәр сәскәне үҫтереүҙең үҙ нескәлектәре бар. Иртә лә алырға ярамай, һуңлатырға ла......

Тотош уҡырға 7


Комментарий өҫтәргә