Бәпембә генә тимәгеҙ...
Унан бына тигән ҡайнатма ла әҙерләйҙәр. Яҙып алығыҙ.
Элек-электән был сәскәнең япраҡтарын авитаминоз, аҙ ҡанлылыҡ, бөйөр сирҙәре, ашҡаҙан-эсәк ауырыуҙары, ағыуланыу осраҡтарында дауа булараҡ ҡулланалар.
Бәпембә япрағы ҡушылған салат үт, бәүел ҡыуыуға, аппетитты асыуға, аш һеңдереүҙе яйға һалыуға булышлыҡ итә. Тамырҙарын картуф урынына табала ҡурырға мөмкин, ти бәғзеләр.
Медицинала бәпембәнең сәскәһен, тамырын, япрағын киң файҙаланалар. Диетологтар тәҡдим иткән ашамлыҡтар араһында ла ул беренсе урынды биләй. Ул холестерин кимәлен кәметә, ауыртыуҙы баҫа, бәүел ҡыуғанда организмды калий менән тәьмин итә. Витаминдарға, аҡһымға, шәкәргә, антиоксиданттарға бай үҫемлек яман шеш, диабет сирҙәренән һаҡлай. Бәпембә һутын биттәге һипкелгә, ҡара нөктәләргә, тәндәге асыҡ яраға, бешкән урынға һәм һөйәлгә һөртәләр.
Бәпембәне иртән, ысыҡ ҡороғас, йыйырға кәңәш итәләр. Тамырын иртә яҙ йәки көҙ ҡаҙып алырға була.
Бәпембәнән ҡайнатма
Түбәндә бәпембәнән ҡайнатма тәҡдим итәбеҙ. Бының өсөн 200 бөртөк бәпембә сәскәһе, 750 грамм шәкәр, бер лимон, ярты литр һыу кәрәк. Сәскәләрҙе һабағын ҡалдырмай ҡырҡып алабыҙ һәм ағып торған һыуҙа йыуып һарҡытабыҙ. Эмалле кәстрүлгә һалып, ҡайнар һыу ҡоябыҙ. Ҡайнап сыҡҡандан һуң утын кәметәбеҙ ҙә тағы 10 минут тотабыҙ, ағас ҡалаҡ менән болғатып торабыҙ.
Уттан алғас, бер көнгә ошо килеш ултыртып ҡуябыҙ. Бик тиҙ кәрәк булған осраҡта 20 минут самаһы тоторға мөмкин. Шунан ике ҡат марля аша һөҙөп, шәкәр, ваҡ ҡына итеп туралған лимон ҡушабыҙ. Шәкәре иреп бөткәс, талғын ғына утта 20-30 минут ҡайнатабыҙ. Эҫе килеш стерилләнгән банкаға һалып ҡаплайбыҙ.
Ҡулланыр алдынан табип менән кәңәшләшергә онотмағыҙ!
Автор фотолары