Быны көҙ көнө мотлаҡ эшләгеҙ! 29.10.2026 // Баҡса
Әҙерләү өсөн күп нәмә лә кәрәкмәй....
Тәүге ҡуҙғалаҡтар күренә башланы
Был йәшел тәмләткес колит, ашҡаҙан-эсәк юлы ауырыуҙарын, геморройҙы дауалауҙа ҡулланыла, түлһеҙлектән дә ярҙам итә. Тағы ла...
Көндәр йылыныу менән түтәлдәрҙә иң беренсе булып йәшел һуған менән ҡуҙғалаҡ морон төртә. Хәҙер күптәр яҙҙың тәүге шифалы үләндәрен баҡсала үҫтереүҙе хуп күрә.
Ҡуҙғалаҡ бер урында биш йыл үҫә ала. Уны тәрбиәләү, үҫтереү ауыр түгел. Иң мөһиме – дөрөҫ урынға ултыртыу.
Ҡуҙғалаҡ тура төшкән ҡояш нурҙарын һәм 27 градустан артҡан эҫелекте яратмай, шуға күрә уны ҡояш иртәле-кисле төшкән, күләгәле урынға сәсергә кәрәк. Түтәлдә һыу йыйылмаҫҡа тейеш, сөнки бындай урында ҡуҙғалаҡтың тамырҙары серей башлай. Үҙенән алда петрушка, укроп, һуған, ҡабаҡ үҫкән ерҙә ул “ҡотороп” уңа.
Ҡуҙғалаҡты өс мәртәбә ашларға кәрәк, тик көл ҡулланыу тәҡдим ителмәй. Уны яҙ йәки көҙҙөң һуңғы айҙарында күсереп ултырталар. Бынан бер аҙна алда япраҡтарын ҡырҡып алалар. Күсереү өсөн ике-өс йыллыҡ үҫемлекте һайлағыҙ ҙа тамырҙарын 10 сантиметрға тиклем ҡырҡығыҙ. Яҙғыһын шул рәүешле күсерелгән тәмләткесегеҙ бер айҙан уңыш бирә лә башлар.
Ҡуҙғалаҡ япраҡтарын 15-20 көн һайын ҡырҡып алырға кәрәк. Иртәле-кисле йыйылған япраҡтар тәмлерәк була. Ҡуҙғалаҡ сәскә атҡандан һуң, уның тәме насарая. Сәскә биреп ултырған һабаҡтарҙы ҡырҡып ташлағыҙ. Төбөн ике-өс сантиметр ҡалынлығында һалам йәки бысҡы онтағы менән күмеп сығыу уларҙы иртә сәскә атыуҙан һаҡлар.
Әгәр ҙә баҡсағыҙҙа ҡуҙғалаҡ сыҡһа, уны тиҙ арала йыйып алығыҙ. Унан бик тәмле бәлеш йә иһә бөйөрөктәр бешерергә мөмкин. Уңған хужабикәләр уны ҡырҡып, туңдырып та һаҡлай.
Ҡуҙғалаҡ флавоноид, липид, аҡһым, минераль тоҙҙар, органик кислоталар (алма, ҡуҙғалаҡ, лимон кислоталары), каротин, В1, В2, С, К, РР витаминдарына бай. Ул аш һеңдереү процесын, эсәк, үт ҡыуығы, бауыр эшмәкәрлеген яҡшырта. Шулай уҡ был үлән колит ауырыуы төрҙәрен, ашҡаҙан-эсәк юлы ауырыуҙарын, геморройҙы дауалауҙа ҡулланыла, түлһеҙлектән дә ярҙам итә.
Ә бына ҡуҙғалаҡты ауырлы саҡта, бөйөр шеше ауырыуы, юғары кислоталы гастрит, ашҡаҙан һәм бөйән эсәге яман шеше сирҙәре осрағында ҡулланырға ярамай. Ул кальций матдәһен үҙләштереүҙе ауырлаштыра.
Ғөмүмән, һәр үләнде ҡулланыр алдынан табип менән кәңәшләшергә онотмағыҙ. Шифалы үләндең дә күп сирҙәргә зыянлы булыуы ихтимал.
Фото:marieclaire.ru
Быны көҙ көнө мотлаҡ эшләгеҙ! 29.10.2026 // Баҡса
Әҙерләү өсөн күп нәмә лә кәрәкмәй....
Көҙ етеү менән өйгә сысҡандар тулһа... 27.10.2026 // Баҡса
Уларҙы ағыуламай, тоҙаҡҡа эләктермәй, үлтермәй генә ҡыуып та була....
Тағы ла бер сөгөлдөрҙө тиҙ бешереү ысулы 22.10.2026 // Баҡса
25 минут етә! Эшләп ҡарайыҡ!...
Сөгөлдөрҙө нисек итеп 15 минутта бешереп алырға? 20.10.2026 // Баҡса
Тәмлерәк, һутлыраҡ була һәм өйгә еҫе лә тулмай....
Ҡарабойҙай йәки арыш оно тиҙ әсетә 18.10.2026 // Баҡса
Өләсәйҙәр шулай эшләй торғайны. Өс көндә әҙер була — ҡыш буйы ҡытырлап торған ризыҡ ашарһығыҙ!...
“Йөҙөмдө үҙебеҙҙә үҫтерергә өйрәнәйек!” 18.10.2026 // Баҡса
Нуриман районында Рәфҡәт Ибраһимов йылытмала 200-ҙән ашыу төр виноград үҫтерә. Башҡаларҙы ла ошо ......
Бик тәмле ҡабаҡ ашы рецебы 14.10.2026 // Баҡса
Ҡабаҡтар мул булғанда, һеҙ ҙә эшләп ҡарағыҙ...
Әфлисунлы ҡабаҡ һуты бик тәмле! 13.10.2026 // Баҡса
Ҡабаҡтың витаминдарға, минералдарға бай булыуын беләбеҙ. Бүздәк районы Бүздәк ауылынан 80 йәшлек ......
Өс тапҡыр күберәк картуф уңышы алған! 13.10.2026 // Баҡса
Салауат районынан Ирек Мофаззалов "эх, картуф уңманы" быйыл тип зарланып торғайны. Әле ......
Картуфтан ике тапҡыр уңыш йыйып алған 11.10.2026 // Баҡса
Учалынан Сәлиә Ғатауллина социаль селтәрҙәге сәхифәһендә быйыл нисек итеп картуфтан ике тапҡыр ......
Ни өсөн кәбеҫтәләрен ҡарышлауыҡ ашамаған? 10.10.2026 // Баҡса
Иң мөһиме, улар ҡарышлауыҡтарға ҡаршы эшкәртелмәгән, бер ниндәй ҙә дарыу һибелмәгән. Ә нисек ......
Георгинды ҡасан ҡаҙырға? 09.10.2026 // Баҡса
Һәр сәскәне үҫтереүҙең үҙ нескәлектәре бар. Иртә лә алырға ярамай, һуңлатырға ла......