Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Баҡса » Үҙ ихатаңда үҫкән үлән шифалы
Үҙ ихатаңда үҫкән үлән шифалы

Үҙ ихатаңда үҫкән үлән шифалы

"Бына бер нисә йыл элек беҙҙең участокка ла мокрица (звездчатка) эйәләште бит. Электән яратмай инем шул үләнде: утауға ҡыйын, үҙе бәләкәй, сибек кенә булһа ла, тамырҙары хәтәр ныҡ. Баҡһаң, ул бик шифалы үлән икән..."

Әбйәлил районы Асҡар ауылында йәшәгән блогер, оҫта ҡуллы Рәхимә Мусинаның яҙғандарын, файҙалы кәңәштәрен, үткер фекерҙәрен, үҙе эшләгән ҡул эштәрен даими рәүештә гәзитебеҙ сайтына яҡтыртып барабыҙ. Был юлы ул беҙгә мокрицаның файҙалы булыуы хаҡында хәбәр итә.


"Әгәр берәй үлән кешенең өйө янында йә баҡсаһында ҡотороп үҫә, һыу ҡоймаһа ла, утап, тамырынан ҡороторға тырышһа ла, әрһеҙләнеп ҡабат баш ҡалҡыта икән — тиккә түгел, был үҫемлек унда йәшәүсе кешегә ниндәйҙер сирҙән ҡотолорға ярҙам итергә теләй, тип уҡығайным шифалы үләндәр тураһында бер төркөмдә. "Борон кешеләр күберәк яланаяҡ йөрөгән, торлағы янындағы тупраҡ уларҙың тирен һеңдергән һәм был эргә-тирәлә ниндәй үлән үҫеүенә тәьҫир иткән. Хәҙер яланаяҡ бик һирәк йөрөйҙәр, шулай ҙа кеше менән тәбиғәт араһында энергетик бәйләнеш һаҡлана, үҫемлектәр интуитив рәүештә теге йәки был кешегә ынтыла", - тип яҙылғайны.

Бына бер нисә йыл элек беҙҙең участокка ла мокрица (звездчатка) эйәләште бит. Электән яратмай инем шул үләнде: утауға ҡыйын, үҙе бәләкәй, сибек кенә булһа ла, тамырҙары хәтәр ныҡ, анһат ҡына йолҡолоп сыға һалмай. Башҡортса исеме лә бушҡа ҡырҡаяҡ түгелдер инде. Баҡһаң, ул бик шифалы үлән икән: иң мөһиме, йодҡа ныҡ бай, диңгеҙ кәбеҫтәһен алмаштыра ала, ҡалҡан биҙе (щитовидка) менән проблемаһы булған кешеләргә бик файҙалы.

Мине лә бит бер нисә йыл элек ошо ауырыу борсой башланы. Тимәк, мокрица ихатама бушҡа эйәләшмәгән. Үткән-һүткән һайын өҙөп ҡабып йөрөй торғайным, быйыл сәскә ултырта торған ерҙе түшәк кеүек ҡаплап алды теге. Ахры, интернеттан ҡарап, ҡышҡыһын сәй итеп эсеп була икәнен белгәс, киптерергә тип ҡайсы менән ҡырҡҡылап алдым әле. Туңдырырға ла мөмкин икән. Быйыл сәй ҙә ферментировать итеп булмай бит: ҡарағаттың япраҡтары туңды, һарғайып, көҙ көнөндә кеүек ултыралар, ҡурай еләге сәскә атып маташа, шуға тунарға йәлләйем.


Берәүҙең ихатаһын арыҫлан ҡойроғо (пустырник) баҫҡан, уны тамыры менән аҡтарып ырғыталар, ә үҙҙәренең атаһының йөрәге сирле. Эх, уны ошо шифалы үләндең һыуы менән дауаларға ине лә бит. Икенселәрҙең балаһының ҡалҡан биҙен дауалар кәрәк. Уларҙың ихатаһында витаминдарға һәм йодҡа бай мокрица келәм булып түшәлеп ята. Юҡ, был әрһеҙ нәмәне тамырынан ҡорота алмай ыҙалайҙар, ә үҙҙәре магазиндан йодлы тоҙ, диңгеҙ кәбеҫтәһе һатып алалар.

Тирә-йүнегеҙҙәге үҫемлектәр донъяһына иғтибар итегеҙ. Улар һеҙгә күп нәмә һөйләр. Һеҙҙә анемиямы, гемоглобинығыҙ түбәнме? Ҡарағыҙ әле, моғайын, ихатағыҙға кесерткән ихлас һөжүм итәлер. Ашҡаҙанығыҙ насар эшкәртәме? Улай булһа, ихатағыҙҙа дегәнәк йә юл япрағы үҫмәһә ғәжәп тойолор ине.

Ә эргәлә бөйөрөндәге таштарға зарланған күрше йәшәй. Уның ихатаһында бөйөрҙәрҙе бик шәп таҙартыусы бәпкә үләне үҫкәненә иманым камил.

Ҡомалаҡ тынғыһыҙ, үҙ-үҙен бөтөргән кешеләр янында үҫеп сыға, гүйә, был йортҡа тыныслыҡ, йоҡо саҡырырға теләй. Һөйәл үләне тире ауырыуҙарына бирешеп барыусылар, бауыр сирлеләр янына эйәләй.

Культуралы үҫемлектәр менән дә шул уҡ хәл: берәүҙең кишере уңа, һуғаны юҡ, икенсенең һуғаны уңа, ә бына кишер менән эше хөрт. Шулай үҫемлектәр кемгә нығыраҡ кәрәк булыуын үҙҙәре тойоп белә тигән һығымта яһарға ҡала.


Ә һеҙҙең ихатаны ниндәй үләндәр баҫып алған?


Сығанаҡ һәм фото: Рәхимә Мусина.



Автор: Карима Усманова / Источник


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Быны көҙ көнө мотлаҡ эшләгеҙ!

Быны көҙ көнө мотлаҡ эшләгеҙ! 29.10.2026 // Баҡса

Әҙерләү өсөн күп нәмә лә кәрәкмәй....

Тотош уҡырға 3

Көҙ етеү менән өйгә сысҡандар тулһа...

Көҙ етеү менән өйгә сысҡандар тулһа... 27.10.2026 // Баҡса

Уларҙы ағыуламай, тоҙаҡҡа эләктермәй, үлтермәй генә ҡыуып та була....

Тотош уҡырға 3

Тағы ла бер сөгөлдөрҙө тиҙ бешереү ысулы
Сөгөлдөрҙө нисек итеп 15 минутта бешереп алырға?

Сөгөлдөрҙө нисек итеп 15 минутта бешереп алырға? 20.10.2026 // Баҡса

Тәмлерәк, һутлыраҡ була һәм өйгә еҫе лә тулмай....

Тотош уҡырға 4

Ҡарабойҙай йәки арыш оно тиҙ әсетә

Ҡарабойҙай йәки арыш оно тиҙ әсетә 18.10.2026 // Баҡса

Өләсәйҙәр шулай эшләй торғайны. Өс көндә әҙер була — ҡыш буйы ҡытырлап торған ризыҡ ашарһығыҙ!...

Тотош уҡырға 7

“Йөҙөмдө үҙебеҙҙә үҫтерергә өйрәнәйек!”

“Йөҙөмдө үҙебеҙҙә үҫтерергә өйрәнәйек!” 18.10.2026 // Баҡса

Нуриман районында Рәфҡәт Ибраһимов йылытмала 200-ҙән ашыу төр виноград үҫтерә. Башҡаларҙы ла ошо ......

Тотош уҡырға 5

Бик тәмле ҡабаҡ ашы рецебы

Бик тәмле ҡабаҡ ашы рецебы 14.10.2026 // Баҡса

Ҡабаҡтар мул булғанда, һеҙ ҙә эшләп ҡарағыҙ...

Тотош уҡырға 4

Әфлисунлы ҡабаҡ һуты бик тәмле!

Әфлисунлы ҡабаҡ һуты бик тәмле! 13.10.2026 // Баҡса

Ҡабаҡтың витаминдарға, минералдарға бай булыуын беләбеҙ. Бүздәк районы Бүздәк ауылынан 80 йәшлек ......

Тотош уҡырға 4

Өс тапҡыр күберәк картуф уңышы алған!

Өс тапҡыр күберәк картуф уңышы алған! 13.10.2026 // Баҡса

Салауат районынан Ирек Мофаззалов "эх, картуф уңманы" быйыл тип зарланып торғайны. Әле ......

Тотош уҡырға 6

Картуфтан ике тапҡыр уңыш йыйып алған

Картуфтан ике тапҡыр уңыш йыйып алған 11.10.2026 // Баҡса

Учалынан Сәлиә Ғатауллина социаль селтәрҙәге сәхифәһендә быйыл нисек итеп картуфтан ике тапҡыр ......

Тотош уҡырға 4

Ни өсөн кәбеҫтәләрен ҡарышлауыҡ ашамаған?

Ни өсөн кәбеҫтәләрен ҡарышлауыҡ ашамаған? 10.10.2026 // Баҡса

Иң мөһиме, улар ҡарышлауыҡтарға ҡаршы эшкәртелмәгән, бер ниндәй ҙә дарыу һибелмәгән. Ә нисек ......

Тотош уҡырға 6

Георгинды ҡасан ҡаҙырға?

Георгинды ҡасан ҡаҙырға? 09.10.2026 // Баҡса

Һәр сәскәне үҫтереүҙең үҙ нескәлектәре бар. Иртә лә алырға ярамай, һуңлатырға ла......

Тотош уҡырға 7


Комментарий өҫтәргә