Быны көҙ көнө мотлаҡ эшләгеҙ! 29.10.2026 // Баҡса
Әҙерләү өсөн күп нәмә лә кәрәкмәй....

Ә һеҙ ҡаҡты нисек эшләйһегеҙ?
Баҡса еләктәрегеҙ икенсегә бештеме? Алма, грушаларығыҙҙы ҡайҙа итергә белмәйһегеҙме? Улайһа, ҡаҡ эшләгеҙ! Әбйәлил районынан Рәхимә Мусина уны эшләү серҙәре менән уртаҡлаша.
Әбйәлил районынан Рәхимә Мусина был юлы ҡаҡ эшләү серҙәре менән уртаҡлаша.
"Эх, әрәм генә итеп серетә инде еләктәремде был ямғыр! Юҡ, барыбер зарланмайым. Ямғыр кәрәгерәк тәбиғәткә. Ун йыл буйы ҡоролоҡ булып, бер тамсыһына тилмереп ултырҙыҡ бит. Шулай ҙа, тымып торған арала, бер аҙ ҡыҙарған еләктәрҙе йыйып алып торорға тырышам. Һыу һеңдергәс, ҡояш нурында бешә алмағас, бик үк тәмле лә түгел үҙҙәре. Ярай, бары менән байрам!..
Яңылығым шул: еләккә грек сәтләүеге, миндаль, йөҙөм, кунжут, банан, алма ҡушып ҡойҙом. Бер ҡыҙғанда хатта сгущенка ҡушып та эшләп ҡараным.
Алманы быға тиклем дә бөтә ҡаҡтарға ла ҡуша инем, шулай тәмлерәк була. Тик баҡсала алма өлгөрөүгә еләк бөткән була бит. Шуға быйыл магазин алмаһы ҡушып булһа ла тәүгә эшләп ҡараным. Алма ҡаҡты йомшағыраҡ, сәйнәмлерәк, татлыраҡ итә шул.
Тәмлеме тип һорарһығыҙ. Миңә, сәтләүектәрҙең ниндәйен булһа ла үлеп яратҡан кешегә, тәмле, әлбиттә. Тик нығыраҡ онтарға, йөҙөмдө лә ваҡлап турарға кәрәк булған тип уйланым.
Банан ҡағы оҡшап етмәне: минең өсөн үтә сөсө. Еләккә ҡушып эшләгәнемдә банан тәме бөтөнләй тойолмай. Сгущенкалы еләк ҡағы йәбешкәк, шулай ҙа әскелтем сливочный тәме менән күңелгә ятты.
P.S. Яңылыҡтарым бының менән генә бөтмәне әле, киләһе поста чурчхеламды "ауыҙ итерһегеҙ" (йылы яҡтарға йөрөп тораһығыҙ, моғайын, чурчхела нимә икәнен беләһегеҙҙер?)" -тип яҙған Рәхимә Мусина.
Ә һеҙ ҡаҡты нисек эшләйһегеҙ?
Фото һәм сығанаҡ: Рәхимә Мусина



Быны көҙ көнө мотлаҡ эшләгеҙ! 29.10.2026 // Баҡса
Әҙерләү өсөн күп нәмә лә кәрәкмәй....
Көҙ етеү менән өйгә сысҡандар тулһа... 27.10.2026 // Баҡса
Уларҙы ағыуламай, тоҙаҡҡа эләктермәй, үлтермәй генә ҡыуып та була....
Тағы ла бер сөгөлдөрҙө тиҙ бешереү ысулы 22.10.2026 // Баҡса
25 минут етә! Эшләп ҡарайыҡ!...
Сөгөлдөрҙө нисек итеп 15 минутта бешереп алырға? 20.10.2026 // Баҡса
Тәмлерәк, һутлыраҡ була һәм өйгә еҫе лә тулмай....
Ҡарабойҙай йәки арыш оно тиҙ әсетә 18.10.2026 // Баҡса
Өләсәйҙәр шулай эшләй торғайны. Өс көндә әҙер була — ҡыш буйы ҡытырлап торған ризыҡ ашарһығыҙ!...
“Йөҙөмдө үҙебеҙҙә үҫтерергә өйрәнәйек!” 18.10.2026 // Баҡса
Нуриман районында Рәфҡәт Ибраһимов йылытмала 200-ҙән ашыу төр виноград үҫтерә. Башҡаларҙы ла ошо ......
Бик тәмле ҡабаҡ ашы рецебы 14.10.2026 // Баҡса
Ҡабаҡтар мул булғанда, һеҙ ҙә эшләп ҡарағыҙ...
Әфлисунлы ҡабаҡ һуты бик тәмле! 13.10.2026 // Баҡса
Ҡабаҡтың витаминдарға, минералдарға бай булыуын беләбеҙ. Бүздәк районы Бүздәк ауылынан 80 йәшлек ......
Өс тапҡыр күберәк картуф уңышы алған! 13.10.2026 // Баҡса
Салауат районынан Ирек Мофаззалов "эх, картуф уңманы" быйыл тип зарланып торғайны. Әле ......
Картуфтан ике тапҡыр уңыш йыйып алған 11.10.2026 // Баҡса
Учалынан Сәлиә Ғатауллина социаль селтәрҙәге сәхифәһендә быйыл нисек итеп картуфтан ике тапҡыр ......
Ни өсөн кәбеҫтәләрен ҡарышлауыҡ ашамаған? 10.10.2026 // Баҡса
Иң мөһиме, улар ҡарышлауыҡтарға ҡаршы эшкәртелмәгән, бер ниндәй ҙә дарыу һибелмәгән. Ә нисек ......
Георгинды ҡасан ҡаҙырға? 09.10.2026 // Баҡса
Һәр сәскәне үҫтереүҙең үҙ нескәлектәре бар. Иртә лә алырға ярамай, һуңлатырға ла......