Ҡыш буйына йәшел һуған ашайым тиһәң... 21.11.2024 // Баҡса
Йәшел һуғанды йәй буйына баҡсанан өҙөп ашанығыҙ. Ә хәҙер тәҙрә төбөнән генә алып файҙаланырға...
“Икенсе икмәк” өҫтәлдән өҙөлмәһен
Белгестәр быйыл картуф орлоғон тулыһынса алмаштырырға кәңәш итә.
Быйылғы һауа торошо баҡсасыларҙы ла, картуфсылыҡ менән шөғөлләнгән крәҫтиән (фермер) хужалыҡтарын да һынаны. Йәйҙең тәүге яртыһы ҡоролоҡ булһа, икенсе яртыһындағы ҡойма ямғырҙар уңыштың сифатына насар йоғонто яһаны. Дөрөҫөн генә әйткәндә, картуф уңышы менән быйыл һирәктәр маҡтана ала. Әйткәндәй, һауа шарттары “икенсе икмәк”тең уңышына ун йыл элек тә ошондай тәьҫир яһағайны. Картуфсылыҡ өлкәһе республикала нисек үҫешә? Шәхси хужалыҡтарҙа картуф үҫтереүселәр кәмене. Сәбәбе нимәлә? Асыҡлап ҡарайыҡ.
Лидерҙар иҫәбенә инмәйбеҙ
Рәсәйҙә картуф үҫтереүсе төбәктәр иҫәбенә инмәйбеҙ. Башҡортостан картуф үҫтереү майҙаны буйынса 35-се урында торһа, дөйөм уңыш күләме буйынса 42-се урында килә. 2017 – 2021 йылдарҙа ауыл хужалығы предприятиелары йәмғеһе 40 мең тонна картуф етештергән (шәхси хужалыҡтар был иҫәпкә индерелмәгән – авт.). Йәмғеһе республикала ошо йылдарҙа 203,7 мең тонна картуф ашалған. Тимәк, ихтыяжды ҡәнәғәтләндереү өсөн тағы 163,7 мең тонна картуф кәрәк. Һуңғы мәғлүмәттәр буйынса, картуфтың уңышы хужалыҡтарҙа гектарынан 148 центнер самаһы тәшкил итә. Шуға күрә күпселек өлөшөн ситтән индерелгән картуф тәшкил итә лә инде.
Олораҡ быуындың Совет заманынан ҡалған хәтирәһе – студент саҡтар колхоздарҙа картуф эшләүҙән башлана ине. Сентябрь – октябрь айҙарында студенттар баҫыуҙа булды. 70-се йылдарҙа республикала картуф баҫыуҙары 250 мең гектар тәшкил иткән. Ауыл кешеләренә иһә 25 сутый ер бүлеп бирелә ине, шул ерҙең яртыһы тиерлек сәселде. Ауыл халҡының 40 проценты үҙен үҙе тәьмин итеп йәшәне. Бөгөн иһә хәл башҡасараҡ. Ҡайһы бер ауылдарҙа кәртә арттарында хәҙер сүп үләне үҫә. Халыҡ күпләп картуф ултыртмай. “Көҙөн йәрминкәлә һатып алам, нимәгә ул бил бөгөү” тигән ҡараш менән йышыраҡ осрашырға тура килә. Әммә сифатлы картуфты үҙең генә үҫтереп алаһың тип уйлайым. Ә һеҙ нисек уйлайһығыҙ? Бәхәс ҡорорға урын бар.
Күберәк етештерергә тәҡдим итәләр
Рәсәй ауыл хужалығы министрлығында үткән һуңғы ултырыштарҙың береһе картуф етештереү мәсьәләһенә арналды. Белгестәр илдең аҙыҡ-түлек базаһы хәүефлеген тәьмин итеү өсөн киләсәктә картуфты күберәк етештерергә тәҡдим итте. Был йәһәттән шәхси хужалыҡтарҙың да әүҙемләшеүе күҙ уңында тотола.
Иҡтисад фәндәре докторы, профессор, Рәсәйҙең ауыл хужалығы министрлығының элекке министр урынбаҫары Леонид Холод билдәләүенсә, картуф етештереүҙе бәләкәй хужалыҡтарға йөкмәтер кәрәк, ләкин уларҙың ҙур баҙарға сығыу мөмкинлеге сикле. Ошо мәсьәлә хәл ителһә, картуфҡа ҡытлыҡ та булмаясаҡ. Леонид Холод был йәһәттән картуфты күпләп ултыртҡан Польша менән Белоруссияның тәжрибәһен миҫал итеп килтерә: был илдәрҙә “икенсе икмәкте” ҙур хужалыҡтарҙан тыш, бәләкәй хужалыҡтар ҙа күпләп үҫтерә. Уларҙан картуфты һатып алалар, сорттарға бүләләр һәм һатыуға сығаралар. Ә беҙҙә элекке һымаҡ халыҡтан һәм бәләкәй крәҫтиән (фермер) хужалыҡтарынан картуф йыйыу эше юҡ кимәлендә. Белгес тап ошо алымды иң отошло тип һанай. Ауыл халҡы картуф үҫтереп һатыу мөмкинлеге менән ҡулланһа, баҙарҙа иһә үҙебеҙҙең ерлектә етештерелгән картуф күберәк урын алыр ине.
Картуф булһа, йыр ҙа булыр
Башҡортостандың ауыл хужалығы министрлығы биргән мәғлүмәттәр буйынса, быйыл республикала сәселгән картуф майҙаны 1280 мең гектар тәшкил иткән. Әлеге мәлдә 6388,27 тонна бүлбе һаҡлауға һалынған.
Картуфты Әбйәлил, Ауырғазы, Баймаҡ, Баҡалы, Бәләбәй, Белорет, Бөрө, Борай, Дыуан, Мишкә, Миәкә, Стәрлетамаҡ, Шаран райондарында күпләп үҫтерәләр. 100 гектарҙан ашыу майҙанда иһә үҫтереүселәр Ҡыйғы, Мәләүез, Туймазы, Өфө райондары. Өфө районында картуфсылыҡ менән ныҡлап шөғөлләнгән ике ойошма бар. Береһе “Алексеевский” совхозы булһа, икенсеһе “Николаевка” хужалығы.
Ҡыйғы районы хакимиәтенең ауыл хужалығы бүлеге етәксеһе Айнур Шәнгәрәев белдереүенсә, районда картуфсылыҡ менән шөғөлләнгән хужалыҡтар бар. Тәү сиратта ул Рәуил Маннаповтың крәҫтиән (фермер) хужалығын билдәләп үтте.
- Динар Шакиров менән Дауыт Шакировтың крәҫтиән (фермер) хужалыҡтары “Органика плюс” кооперативына берләшеп, уңышлы эшләй. Мансур Ғәләүиев картуфсылыҡ буйынса эшен яңы башлап тора. Йыл да биш гектар майҙанда картуф сәсә. Эшен дауам итеүгә грант алды. Әлбиттә, башҡа төбәктәрҙәге кеүек, быйыл беҙҙә лә ямғыр һәм ерҙең артыҡ дымланыуы арҡаһында уңыштың бер өлөшөн юғалттыҡ. Картуф башҡа йылдағылар менән сағыштырғанда ваҡ булды. Әммә хужалыҡтар кәйефен төшөрмәй. Йыл да картуфсылар тендрҙа ҡатнашып, райондың социаль объекттарын, тәү сиратта мәктәп һәм балалар баҡсаларын картуф менән тәьмин итә. Әлеге мәлдә районда картуф майҙанының 97 проценты ҡаҙылған. Аҙна аҙағына барлыҡ хужалыҡтар ҙа уңышты алып бөтәсәк, - тине Айнур Шәңгәрәев.
Илдар МӘРҘӘНШИН, ауыл хужалығы фәндәре кандидаты, Башҡортостандың ауыл хужалығы фәнни-тикшеренеү институтының картуф орлоғо селекцияһы лабораторияһы етәксеһе:
- Әлбиттә, быйыл ямғырҙар арҡаһында уңыштың бер өлөшөн юғалттыҡ. Дым арҡаһында картуф бүлбеләре серене, ауырыуҙар үтеп инде. Фитофтороз – көслө ауырыу. Бер – ике көн эсендә тотош төбәктәр уңышһыҙ тороп ҡалды. Иң ҡурҡынысы – ҡаҙып алғандан һуң да картуф сереүен дауам итәсәк. Был хәлдән сығыу юлы бер – тулыһынса картуф орлоҡтарын алмаштырырға кәрәк буласаҡ. Орлоҡ һайлағанда үҙебеҙҙең ерлектә сығарылған сорттарға иғтибар итергә саҡырам. Әлбиттә, сит илдән килтерелгән орлоҡ һәйбәт: картуф эре, уңышлы, күп була. Әммә быйылғы һымаҡ хәл килеп сыҡҡан осраҡта сит илдән индерелгән картуф үҙен насар яҡтан күрһәтә. Беҙҙең ҡырыҫ тәбиғәт шарттарына ул яраҡлашмаған.
Быйыл Башҡортостанда һауа торошо тропик илдәрҙәге кеүек булды. Июнь ҡоро килде, ә июлдең беренсе декадаһында 177 миллиметр ямғыр яуҙы. Норма буйынса яуым-төшөм ни бары 45 миллиметр булырға тейеш. Августың беренсе декадаһында был күрһәткес 130 миллиметрға барып етте. Ҡояштың булмауы, дымлы һауа торошо арҡаһында ультрофиолет нурҙары үтмәү фитофтороздың шашыуына килтерҙе. Һөҙөмтәлә помидор ҙа, картуф та зыян күрҙе.
Сорттарға килгәндә, “Удача”, “Мираж”, “Невский”, “Гулливер” кеүек генетик яҡтан фитофторозға бирешмәй торғандарын алырға кәңәш итәм. Беҙҙең институт иһә “Башкирский” тигән сорт тәҡдим итә. Уның үҙенсәлеге шунда – фитофтороз япраҡта тороп ҡала. Картуфтың һабағына һәм бүлбеләренә үтеп инмәй.
Йылдан йыл Рәсәй халҡы картуфты аҙыҡҡа аҙыраҡ ҡуллана. Йылына бер кеше 110 килограмм картуф ашай. Был Рәсәйҙең Һаулыҡ һаҡлау министрлығы тәҡдим иткән норманан 25 процентҡа күберәк.
Ҡыш буйына йәшел һуған ашайым тиһәң... 21.11.2024 // Баҡса
Йәшел һуғанды йәй буйына баҡсанан өҙөп ашанығыҙ. Ә хәҙер тәҙрә төбөнән генә алып файҙаланырға...
Гөлгөнә Байегетованан ҡабаҡ һуты 31.10.2024 // Баҡса
Ҡабаҡ һуты тәмле генә түгел, файҙалы ла....
Тотош уҡырға 49
Һарымһаҡты нисек һаҡлау яҡшыраҡ? 27.10.2024 // Баҡса
Ул ҡыш уртаһында уҡ кипмәһен, серемәһен тиһәгеҙ, ошо ябай кәңәштәр тик файҙаға булыр....
Тотош уҡырға 64
142 килограмлыҡ ҡабаҡ үҫтергән! 26.10.2024 // Баҡса
Виктория биш йыл элек ҡаланан ауылға күсеп ҡайтҡан һәм шунда уҡ баҡсасылыҡ эшенә тотонған....
Тотош уҡырға 48
Картуфты тишкән ҡорттан ҡайын дегете һәм һуған ҡабығы ярҙам итә 24.10.2024 // Баҡса
Беҙ тәҡдим иткән яҙманы уҡып, төркөмөбөҙҙәге дуҫтарыбыҙ һыналған кәңәштәре менән уртаҡлашты....
Тотош уҡырға 45
Орлоҡто үҙебеҙ әҙерләйек 21.10.2024 // Баҡса
[thumb][/thumb]Кушнаренко районынан Зилә Иҙрисова үҙ тәжрибәһе менән уртаҡлаша....
Тотош уҡырға 56
Картуфты тишкән ҡорттан нисек ҡотолорға? 17.10.2024 // Баҡса
Әле бының өсөн иң ҡулай мәл. ...
Тотош уҡырға 69
Ҡабаҡтан соус эшләп ҡарайыҡ! 16.10.2024 // Баҡса
Соусты помидорҙан ғына эшләйҙәр икән тиһегеҙме, баҡтиһәң ҡабаҡтан да эшләйҙәр икән....
Тотош уҡырға 69
Бал шәкәрләнһә... 14.10.2024 // Баҡса
Халыҡ араһында ялған бал һатыусылар осрап тора. Нисек алданмаҫҡа, ысын бал ниндәй була? ...
Тотош уҡырға 80
“Картуф уңманы” тип көймәгеҙ 06.10.2024 // Баҡса
Мин йәшелсәселек менән 35 йылдан ашыу шөғөлләнәм һәм был ваҡыт эсендә картуфтың бик күп сорттарын...
Тотош уҡырға 90
Картуфтың уңышы насар булды, серей 05.10.2024 // Баҡса
Фитофтороз арҡаһында картуф орлоғон алмаштырырға кәрәк буласаҡ, ти белгес. Ниндәй сорттарға...
Тотош уҡырға 80