Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Баҡса » Ҙур ҙа түгел, уңайлы ла
Күптәр “Йорт-ҡура” битендә өй, мал һарайы төҙөү, башҡа эштәр тураһында баҫыуҙы һорап яҙа. Әлбиттә, бының өсөн махсус белешмәләр, белгестәр ҙә етерлек. Шулай ҙа беҙ һеҙгә тәҡдим ителгән кәңәштәр күңелегеҙгә ятыр, дәртегеҙ усағына ҡуҙ өҫтәр тип ышанабыҙ.

Хәҙер һайлап алыу мөмкинлектәре етерлек. Кеҫәң ҡалын, ҡоласың киң икән, рәхим ит – буй етмәҫлеккә лә тотоноп була, ыҡсымлыҡты яратһаң, бәләкәйерәк өй һалып сыҡ. Бары ла үҙеңдән тора.

Беҙ тәҡдим иткән өй уртасаларҙан һалына. Размеры – 7 х 8 метр, унан да бәләкәйерәк итеү маҡсатҡа ярашлы түгел. Ысынлап та, ул уңайлы, экономия йәһә­тенән дә ҡулай. Иң мөһиме – дүрт-биш кешелек ғаиләгә етерлек, уртаса килем ал­ғандар ҙа төҙөп сығырлыҡ. Был өйҙөң дөйөм майҙаны, унан 3 метр сығып торған верандаһын да иҫәпләп, 95 квадрат метр.

Планлаштырыу өс вариантта бирелә. Шу­лай булғас, хужалар уның үҙҙәренә кәрә­ген һайлап алырға мөмкинлек бар. Был йорт проекты ғаиләләге оло кешеләр мәнфәғәтен күҙаллап та эшләнгән. Шуға ла бер йоҡо бүлмәһе аҫҡы ҡатта урынлаштырылған.

Беренсе вариантта тәүге ҡатта ҡунаҡ бүлмәһе (1) 17 квадрат метр урынды ала, йоҡо бүлмәһе (2) – 9,5, аштыҡы (3) – 7, ишек алды (4) – 3, туалет (5) – 2,5, веранда (7) 9 квадрат метр майҙанды биләй. Веранда менән йылы өй араһында “тамбур” (6) ҙа бар. Унда ярым мансардалы өҫкө ҡат­ҡа баҫҡыс ҡуйыла. Ишек алдында, баҫҡыстың өҫкө өлөшө аҫтында, йыуыныу урыны урынлаштырыла. Баҫҡыс өс өлөш­тән тора. Шуға ла баҫыу таҡталары киң, текә түгел.

Йорт мейес менән йылытыла. Ул барлыҡ бүлмәне лә йылытырлыҡ итеп уртаға урынлаштырыла. Яғыу урыны, плитә аш бүлмә­һендә ҡала. Ә ҡунаҡ бүлмәһе яҡлап өҫтәмә рәүештә камин урынлаштырып була.

Күп ғаиләләрҙә балалар йәйен генә ҡаланан ситтә йәшәй. Йыл әйләнәһенә олораҡтар өйҙә ҡала. Был сағында инде тәүге ҡатты ғына йылытырға ла мөмкин. Йылы баҫҡыс аша өҫкә китмәһен өсөн дә ул “тамбур”ҙа урынлаштырылған да инде. Тәүге ҡатта кәрәкле барлыҡ бүлмәнең булыуы шул яғы менән дә ҡулайлы: төҙөлөш өсөн сығымдарҙы икегә бүлергә, өҫкө ҡаттағы эштәрҙе һуңғараҡ ҡалдырырға ла мөмкин.

Икенсе вариант проектында йоҡо бүлмәһен тәүге ҡатта урынлаштырмайҙар. Уның урынында бешеренеү һәм ҙур аш бүлмәһе (1) планлаштырыла, кәрәк саҡта ул ҡунаҡ бүлмәһенә (2) “асыла” ала. Был вариантта йыуыныу урыны киңерәк эшләнгән. Душ урынлаштырыла, йылытыу ҡаҙанлығы ҡуйырға мөмкин.

Хужалыҡ итеүҙе баҙһыҙ күҙ алдына ла килтереп булмай. Уны өйҙөң буйынан-буйына ла, өлөшләтә лә ҡаҙалар. Гаражға ла өйҙән туранан-тура сығыу ҡулай. Икеһе­нә лә ишек алдынан махсус баҫҡыстар аша төшөргә мөмкин. Быларҙың барыһы ла про­­ект­тың өсөнсө вариантында күрһәтелгән.

Өҫкө ҡатты планлаштырыуға килгәндә, барлыҡ варианттарҙа ла бер төрлө. Унда өс йоҡо бүлмәһе (13, 11, 8 квадрат метрға) урынлаштырыла. Балкон ҡуйыла. Һәр бүлмәгә 1,5 метр бейеклегендә ҡыйыҡ стена тура килә. Был инде өҫкө ҡаттың барлыҡ майҙанын файҙаланырға мөмкинлек бирә.

Өй стенаһын еңел блоктарҙан төҙөргә лә була. Тик, нимә менән һалһаң да, уны заманса материалдар менән йылытырға йәки тыштан кирбес менән көпләргә кәрәк. Ул сағында инде блок һәм кирбес араһына йылылыҡ тотоусы материал тултырыла.

Алда телгә алғанса, беҙҙең кәңәштәр дәрт усағына ҡуҙ өҫтәү генә. Күңелегеҙгә ятыр проект тапҡас, мотлаҡ белгестәр менән кәңәшләшеү, төҙөлөш эшендә тәжрибәһе булған төҙөүселәргә мөрәжәғәт итеү мөһим. Егет кешегә етмеш төрлө һөнәр ҙә аҙ, тиһәләр ҙә, бер эште еренә еткереп башҡарыусыларға етмәй был осраҡта. Бигерәк тә өй һалғанда.


Автор: Рәлис УРАҘҒОЛОВ әҙерләне


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Бәрәңге һимертә тип ҡурҡмағыҙ

Бәрәңге һимертә тип ҡурҡмағыҙ 06.11.2026 // Баҡса

Рәсәйҙә бер кеше уртаса йылына 55 килограмм тирәһе бәрәңге ашай. Һуңғы йылдарҙа уны ҡулланыу бер аҙ ......

Тотош уҡырға 5

Һутты, компотты оҙаҡ һаҡларға ярамай

Һутты, компотты оҙаҡ һаҡларға ярамай 04.11.2026 // Баҡса

Ул ағыуға әйләнә икән. Ниндәй ваҡыт эсендә эсеп бөтөргә кәрәк?...

Тотош уҡырға 3

Картуф яҙға тиклем серемәһен тиһәгеҙ...

Картуф яҙға тиклем серемәһен тиһәгеҙ... 02.11.2026 // Баҡса

Бер хата ғына күпме көсөгөҙҙө юҡҡа сығарауы мөмкин: картуф шытып сыға, һуған серей. Көҙгө уңыш ......

Тотош уҡырға 6

Быны көҙ көнө мотлаҡ эшләгеҙ!

Быны көҙ көнө мотлаҡ эшләгеҙ! 29.10.2026 // Баҡса

Әҙерләү өсөн күп нәмә лә кәрәкмәй....

Тотош уҡырға 9

Көҙ етеү менән өйгә сысҡандар тулһа...

Көҙ етеү менән өйгә сысҡандар тулһа... 27.10.2026 // Баҡса

Уларҙы ағыуламай, тоҙаҡҡа эләктермәй, үлтермәй генә ҡыуып та була....

Тотош уҡырға 7

Тағы ла бер сөгөлдөрҙө тиҙ бешереү ысулы
Сөгөлдөрҙө нисек итеп 15 минутта бешереп алырға?

Сөгөлдөрҙө нисек итеп 15 минутта бешереп алырға? 20.10.2026 // Баҡса

Тәмлерәк, һутлыраҡ була һәм өйгә еҫе лә тулмай....

Тотош уҡырға 5

Ҡарабойҙай йәки арыш оно тиҙ әсетә

Ҡарабойҙай йәки арыш оно тиҙ әсетә 18.10.2026 // Баҡса

Өләсәйҙәр шулай эшләй торғайны. Өс көндә әҙер була — ҡыш буйы ҡытырлап торған ризыҡ ашарһығыҙ!...

Тотош уҡырға 7

“Йөҙөмдө үҙебеҙҙә үҫтерергә өйрәнәйек!”

“Йөҙөмдө үҙебеҙҙә үҫтерергә өйрәнәйек!” 18.10.2026 // Баҡса

Нуриман районында Рәфҡәт Ибраһимов йылытмала 200-ҙән ашыу төр виноград үҫтерә. Башҡаларҙы ла ошо ......

Тотош уҡырға 6

Бик тәмле ҡабаҡ ашы рецебы

Бик тәмле ҡабаҡ ашы рецебы 14.10.2026 // Баҡса

Ҡабаҡтар мул булғанда, һеҙ ҙә эшләп ҡарағыҙ...

Тотош уҡырға 6

Әфлисунлы ҡабаҡ һуты бик тәмле!

Әфлисунлы ҡабаҡ һуты бик тәмле! 13.10.2026 // Баҡса

Ҡабаҡтың витаминдарға, минералдарға бай булыуын беләбеҙ. Бүздәк районы Бүздәк ауылынан 80 йәшлек ......

Тотош уҡырға 5

Өс тапҡыр күберәк картуф уңышы алған!

Өс тапҡыр күберәк картуф уңышы алған! 13.10.2026 // Баҡса

Салауат районынан Ирек Мофаззалов "эх, картуф уңманы" быйыл тип зарланып торғайны. Әле ......

Тотош уҡырға 6


Комментарий өҫтәргә