Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Һорау – яуап— Элегерәк мөгәрәптең кирбес стеналарын эзбиз оно менән ағарта торғайным. Улай мәшәҡәте күберәк. Ишетеүемсә, махсус төтөн шашкалары бар икән. Йәшелсәгә ауырыу таратҡан бәшмәктәрҙе һәм күгәргән урындарҙы бөтөрөү өсөн тағы ниҙәр ҡулланылыуы ҡыҙыҡһындыра.

— Көҙөн баҡсасыларҙың өс төп эше була: мөгәрәпте һәм баҙҙы йәшелсә һалыуға әҙерләү, теплицаны киләһе йылға йүнәтеп ҡуйыу, тиреҫен яңыртыу, өйҙө һәм һарайҙы йылытыу сараһын күреү. Был эштәрҙең барыһы ла ауырыу таратҡан сығанаҡтарҙы бөтөрөүҙән ғибәрәт. Элегерәк кәштәләрҙе хлорлы эзбиз, аҡбур, баҡыр йәки тимер купоросы менән эшкәрткәндәр. Һуңғараҡ көкөртлө төтөн шашкаларын ҡуллана башланылар (фумигация). Көкөртлө газ, ағасҡа үтеп инеп, йәшелсәне сереткән ауырыуҙарҙы бөтөрә, ләкин бындай дезинфекция мәшәҡәтле, һаулыҡ өсөн дә хәүефле. Унан да бигерәк, әле һанап кителгән саралар ваҡытлыса һәм улар бөтә ауырыу таратҡан микроорга­низмдарҙы ла бөтөрә алмай.

Ғалимдар яңы фунгицид һәм антисептик тәҡдим итә — картоцид. Тәүҙә уны йәшелсә һәм емеш-еләк ҡорот­ҡостарына ҡаршы ғына ҡулланалар. Әйткәндәй, был яҡлап ул үҙен яҡшы яҡтан күрһәтә. Һуңыраҡ инде бүтән мөмкинлектәре лә асыла: баҡһаң, картоцидты дауалау һәм сирҙе иҫкәртеү өсөн дә ҡулланып була икән. Ул — ағас, кирбес, бетондан яһалған йорттарҙа бактерияны, мүктәрҙе бөтөрөү, күгәргән урындарҙы эшкәртеү өсөн алмаштыр­ғыһыҙ препарат. Уның менән шулай уҡ ағас йәшниктәрҙән алып тоҡтарға тиклем, хатта ерҙе лә эшкәртергә мөмкин. Әгәр ҙә эшкәртеләсәк майҙан ҡоро булһа, бер дезинфекциялау бер нисә йылға етә. Ә бына дымлы мөгәрәптәрҙә, баҙҙа йыл һайын үткәрелә.

Картоцидты ҡулланыу ябай ғына, тәүҙә эшкәртеләсәк ерҙең бысрағын һөртөп, һепереп сығаралар. Һуңынан инструкция буйын­са картоцид иҙмәһен әҙерләп һиптерәләр. Күрһәтелгән ваҡыт үткәс, йәшелсәләрҙе һалырға ла мөмкин.

Ошондай уҡ сара теплицалар өсөн дә ҡулланыла. Тәүҙә йәшелсә ҡалдыҡтарын, һабаҡтарын йыйып алалар ҙа картоцид менән рамдарҙы, быяла йәки пленканы, ерҙе эшкәртәләр.


Автор: Т. МУСИН


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Быны көҙ көнө мотлаҡ эшләгеҙ!

Быны көҙ көнө мотлаҡ эшләгеҙ! 29.10.2026 // Баҡса

Әҙерләү өсөн күп нәмә лә кәрәкмәй....

Тотош уҡырға 3

Көҙ етеү менән өйгә сысҡандар тулһа...

Көҙ етеү менән өйгә сысҡандар тулһа... 27.10.2026 // Баҡса

Уларҙы ағыуламай, тоҙаҡҡа эләктермәй, үлтермәй генә ҡыуып та була....

Тотош уҡырға 3

Тағы ла бер сөгөлдөрҙө тиҙ бешереү ысулы
Сөгөлдөрҙө нисек итеп 15 минутта бешереп алырға?

Сөгөлдөрҙө нисек итеп 15 минутта бешереп алырға? 20.10.2026 // Баҡса

Тәмлерәк, һутлыраҡ була һәм өйгә еҫе лә тулмай....

Тотош уҡырға 4

Ҡарабойҙай йәки арыш оно тиҙ әсетә

Ҡарабойҙай йәки арыш оно тиҙ әсетә 18.10.2026 // Баҡса

Өләсәйҙәр шулай эшләй торғайны. Өс көндә әҙер була — ҡыш буйы ҡытырлап торған ризыҡ ашарһығыҙ!...

Тотош уҡырға 7

“Йөҙөмдө үҙебеҙҙә үҫтерергә өйрәнәйек!”

“Йөҙөмдө үҙебеҙҙә үҫтерергә өйрәнәйек!” 18.10.2026 // Баҡса

Нуриман районында Рәфҡәт Ибраһимов йылытмала 200-ҙән ашыу төр виноград үҫтерә. Башҡаларҙы ла ошо ......

Тотош уҡырға 5

Бик тәмле ҡабаҡ ашы рецебы

Бик тәмле ҡабаҡ ашы рецебы 14.10.2026 // Баҡса

Ҡабаҡтар мул булғанда, һеҙ ҙә эшләп ҡарағыҙ...

Тотош уҡырға 4

Әфлисунлы ҡабаҡ һуты бик тәмле!

Әфлисунлы ҡабаҡ һуты бик тәмле! 13.10.2026 // Баҡса

Ҡабаҡтың витаминдарға, минералдарға бай булыуын беләбеҙ. Бүздәк районы Бүздәк ауылынан 80 йәшлек ......

Тотош уҡырға 4

Өс тапҡыр күберәк картуф уңышы алған!

Өс тапҡыр күберәк картуф уңышы алған! 13.10.2026 // Баҡса

Салауат районынан Ирек Мофаззалов "эх, картуф уңманы" быйыл тип зарланып торғайны. Әле ......

Тотош уҡырға 6

Картуфтан ике тапҡыр уңыш йыйып алған

Картуфтан ике тапҡыр уңыш йыйып алған 11.10.2026 // Баҡса

Учалынан Сәлиә Ғатауллина социаль селтәрҙәге сәхифәһендә быйыл нисек итеп картуфтан ике тапҡыр ......

Тотош уҡырға 4

Ни өсөн кәбеҫтәләрен ҡарышлауыҡ ашамаған?

Ни өсөн кәбеҫтәләрен ҡарышлауыҡ ашамаған? 10.10.2026 // Баҡса

Иң мөһиме, улар ҡарышлауыҡтарға ҡаршы эшкәртелмәгән, бер ниндәй ҙә дарыу һибелмәгән. Ә нисек ......

Тотош уҡырға 6

Георгинды ҡасан ҡаҙырға?

Георгинды ҡасан ҡаҙырға? 09.10.2026 // Баҡса

Һәр сәскәне үҫтереүҙең үҙ нескәлектәре бар. Иртә лә алырға ярамай, һуңлатырға ла......

Тотош уҡырға 7


Комментарий өҫтәргә