— Элегерәк мөгәрәптең кирбес стеналарын эзбиз оно менән ағарта торғайным. Улай мәшәҡәте күберәк. Ишетеүемсә, махсус төтөн шашкалары бар икән. Йәшелсәгә ауырыу таратҡан бәшмәктәрҙе һәм күгәргән урындарҙы бөтөрөү өсөн тағы ниҙәр ҡулланылыуы ҡыҙыҡһындыра.
— Көҙөн баҡсасыларҙың өс төп эше була: мөгәрәпте һәм баҙҙы йәшелсә һалыуға әҙерләү, теплицаны киләһе йылға йүнәтеп ҡуйыу, тиреҫен яңыртыу, өйҙө һәм һарайҙы йылытыу сараһын күреү. Был эштәрҙең барыһы ла ауырыу таратҡан сығанаҡтарҙы бөтөрөүҙән ғибәрәт. Элегерәк кәштәләрҙе хлорлы эзбиз, аҡбур, баҡыр йәки тимер купоросы менән эшкәрткәндәр. Һуңғараҡ көкөртлө төтөн шашкаларын ҡуллана башланылар (фумигация). Көкөртлө газ, ағасҡа үтеп инеп, йәшелсәне сереткән ауырыуҙарҙы бөтөрә, ләкин бындай дезинфекция мәшәҡәтле, һаулыҡ өсөн дә хәүефле. Унан да бигерәк, әле һанап кителгән саралар ваҡытлыса һәм улар бөтә ауырыу таратҡан микроорганизмдарҙы ла бөтөрә алмай.
Ғалимдар яңы фунгицид һәм антисептик тәҡдим итә — картоцид. Тәүҙә уны йәшелсә һәм емеш-еләк ҡоротҡостарына ҡаршы ғына ҡулланалар. Әйткәндәй, был яҡлап ул үҙен яҡшы яҡтан күрһәтә. Һуңыраҡ инде бүтән мөмкинлектәре лә асыла: баҡһаң, картоцидты дауалау һәм сирҙе иҫкәртеү өсөн дә ҡулланып була икән. Ул — ағас, кирбес, бетондан яһалған йорттарҙа бактерияны, мүктәрҙе бөтөрөү, күгәргән урындарҙы эшкәртеү өсөн алмаштырғыһыҙ препарат. Уның менән шулай уҡ ағас йәшниктәрҙән алып тоҡтарға тиклем, хатта ерҙе лә эшкәртергә мөмкин. Әгәр ҙә эшкәртеләсәк майҙан ҡоро булһа, бер дезинфекциялау бер нисә йылға етә. Ә бына дымлы мөгәрәптәрҙә, баҙҙа йыл һайын үткәрелә.
Картоцидты ҡулланыу ябай ғына, тәүҙә эшкәртеләсәк ерҙең бысрағын һөртөп, һепереп сығаралар. Һуңынан инструкция буйынса картоцид иҙмәһен әҙерләп һиптерәләр. Күрһәтелгән ваҡыт үткәс, йәшелсәләрҙе һалырға ла мөмкин.
Ошондай уҡ сара теплицалар өсөн дә ҡулланыла. Тәүҙә йәшелсә ҡалдыҡтарын, һабаҡтарын йыйып алалар ҙа картоцид менән рамдарҙы, быяла йәки пленканы, ерҙе эшкәртәләр.