Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Баҡса » Сана яһарға өйрән
Сана яһарға  өйрәнСанаңды — йәй, арбаңды ҡыш әҙерлә, ти халыҡ аҡылы. Шулай ҙа бөгөн сана эшләү, һәр хәлдә, булғандарын йүнәтеп ҡуйыу зарур. Шуны иҫтә тотоп, Мирза Муллағоловтың “Башҡорттарҙың урман кәсебе” хеҙмәтенән ошо темаға ҡағылышлы өлөшөн ҡыҫҡартып бирәбеҙ.


Арба-кырандас яһау кәсебенән айыр­малы, сана етеш­тереү элгәре бөтә Башҡорт­останда таралған була. Барыһынан да күбе­рәк был эш менән Стәрле­та­маҡ һәм Бөрө өйәҙе башҡорт­тары шө­ғөл­ләнгән. Мәҫәлән, статистика мәғлү­мәт­тәренә ҡарағанда, 1890 йылда Стәрлетамаҡ өйәҙендәге 58 башҡорт ауылы иҫә­бенән 40 ауылдағы халыҡтың төп эше сана яһау бул­ған. Уларҙағы кешеләрҙең күбеһе сана табандары бөгөү менән шөғөлләнгән.
Сана һәм сана табандары яһауҙың төбәктә киң таралыуы, беренсенән, ошо транспорт сараһына ихтыяж ҙурлығы, икен­сенән, уларҙы әҙерләүҙең ҡатмарлы булмауы менән аңлатыла. Бынан тыш, был кәсеп төрөнөң үҫешенә яраҡлы ағас менән тәьмин итерлек урмандарҙың булыуы ла этәргес биргән.
Иң ябайы — утын санаһы. Ул бер пар табандан, ике үрсәнән, биш пар тояҡтан һәм ҡараманан тора. Сана табандарын имән һәм йыла ағасынан эшләгәндәр. Имән сана тояҡтары өсөн иң һәйбәт сей­мал булып иҫәпләнгән. Үрсәләрҙе дала башҡорттары – ҡайын, уҫаҡтан, тау-урманлы яҡтағылар һөйәндән яһаған. Утын санаһының өлөштәре түбәндәгесә йыйылған: тәүҙә сана табандарына тишектәр тишелгән, унан һуң уларға тояҡтар һуғып индерелгән. Ә сана табандары бер-береһе менән ҡарама ярҙамында беркетелгән. Һәр береһе бер пар тояҡты беркеткән. Ҡарама өсөн билдәле йыуан­лыҡтағы һәм оҙонлоҡтағы ағасты эшкәртеп алып, уның ике яҡ башына ла оя уйғандар. Әҙерләнгән материалдың бөгә торған ерҙәрен ҡайнар һыуҙа йәки утта бешек­ләгәндәр. Сана табандарының тояҡтары үрсәләр ярҙа­мында тоташтырылған. Улар — йәй йәки көҙ, ҡарамалар эште башлар алдынан әҙерләнгән.
Утын саналарының оҙонлоғо 2,5 — 4 метр булған. Уларға, ҙур­лыҡтарына ҡарап, өстән алып биш парға тиклем тояҡ ҡуй­ған­дар. Тәртәләр ҡайындан әҙерләнгән. Улар утын саналарында — икенсе, ҡайһы ваҡыт беренсе тояҡтарға беркетелгән.
Төҙөлөшө буйынса утын санаһына терһәкле сана яҡын тора. Тик уларҙың ҡабырғаларына ике терһәк кенә ҡуйыла: бер яҡ осо сана табандарының башына беркетелһә, икенсе осо кәкерсәк менән тоташтырылып нығытыла. Үрсәләр менән терһәктәр араһында барлыҡҡа килгән аралыҡ бауҙар менән сырмап ҡуйыла һәм унда ҡабыҡ йәки башҡа материал түшәлә.
Ҡыҙыҡ өсөн тағы тарихҡа күҙ һалайыҡ. Губерна статистикаһы мәғлүмәттәренә ҡарағанда, 1910 йылда йөк ташый торған сана хаҡы уртаса 2 һум 3 тин торған. Ғөмүмән, был хаҡ 1 һум­дан 3 һумға еткән. Ҡунаҡ саналарын яһау менән 25 ауылда шө­ғөл­ләнгәндәр. Кашауай саналар уртаса 8 һум 20-шәр тингә һа­тылған.
Әлбиттә, бөгөн был һандар бик аҙ һымаҡ булһа ла, заманында оҫталарҙы сана яһау шөғөлө хәлле генә йәшәткән.


Автор: Т. МУСИН


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Быны көҙ көнө мотлаҡ эшләгеҙ!

Быны көҙ көнө мотлаҡ эшләгеҙ! 29.10.2026 // Баҡса

Әҙерләү өсөн күп нәмә лә кәрәкмәй....

Тотош уҡырға 3

Көҙ етеү менән өйгә сысҡандар тулһа...

Көҙ етеү менән өйгә сысҡандар тулһа... 27.10.2026 // Баҡса

Уларҙы ағыуламай, тоҙаҡҡа эләктермәй, үлтермәй генә ҡыуып та була....

Тотош уҡырға 3

Тағы ла бер сөгөлдөрҙө тиҙ бешереү ысулы
Сөгөлдөрҙө нисек итеп 15 минутта бешереп алырға?

Сөгөлдөрҙө нисек итеп 15 минутта бешереп алырға? 20.10.2026 // Баҡса

Тәмлерәк, һутлыраҡ була һәм өйгә еҫе лә тулмай....

Тотош уҡырға 4

Ҡарабойҙай йәки арыш оно тиҙ әсетә

Ҡарабойҙай йәки арыш оно тиҙ әсетә 18.10.2026 // Баҡса

Өләсәйҙәр шулай эшләй торғайны. Өс көндә әҙер була — ҡыш буйы ҡытырлап торған ризыҡ ашарһығыҙ!...

Тотош уҡырға 7

“Йөҙөмдө үҙебеҙҙә үҫтерергә өйрәнәйек!”

“Йөҙөмдө үҙебеҙҙә үҫтерергә өйрәнәйек!” 18.10.2026 // Баҡса

Нуриман районында Рәфҡәт Ибраһимов йылытмала 200-ҙән ашыу төр виноград үҫтерә. Башҡаларҙы ла ошо ......

Тотош уҡырға 5

Бик тәмле ҡабаҡ ашы рецебы

Бик тәмле ҡабаҡ ашы рецебы 14.10.2026 // Баҡса

Ҡабаҡтар мул булғанда, һеҙ ҙә эшләп ҡарағыҙ...

Тотош уҡырға 4

Әфлисунлы ҡабаҡ һуты бик тәмле!

Әфлисунлы ҡабаҡ һуты бик тәмле! 13.10.2026 // Баҡса

Ҡабаҡтың витаминдарға, минералдарға бай булыуын беләбеҙ. Бүздәк районы Бүздәк ауылынан 80 йәшлек ......

Тотош уҡырға 4

Өс тапҡыр күберәк картуф уңышы алған!

Өс тапҡыр күберәк картуф уңышы алған! 13.10.2026 // Баҡса

Салауат районынан Ирек Мофаззалов "эх, картуф уңманы" быйыл тип зарланып торғайны. Әле ......

Тотош уҡырға 6

Картуфтан ике тапҡыр уңыш йыйып алған

Картуфтан ике тапҡыр уңыш йыйып алған 11.10.2026 // Баҡса

Учалынан Сәлиә Ғатауллина социаль селтәрҙәге сәхифәһендә быйыл нисек итеп картуфтан ике тапҡыр ......

Тотош уҡырға 4

Ни өсөн кәбеҫтәләрен ҡарышлауыҡ ашамаған?

Ни өсөн кәбеҫтәләрен ҡарышлауыҡ ашамаған? 10.10.2026 // Баҡса

Иң мөһиме, улар ҡарышлауыҡтарға ҡаршы эшкәртелмәгән, бер ниндәй ҙә дарыу һибелмәгән. Ә нисек ......

Тотош уҡырға 6

Георгинды ҡасан ҡаҙырға?

Георгинды ҡасан ҡаҙырға? 09.10.2026 // Баҡса

Һәр сәскәне үҫтереүҙең үҙ нескәлектәре бар. Иртә лә алырға ярамай, һуңлатырға ла......

Тотош уҡырға 7


Комментарий өҫтәргә