Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Баҡса » Емеш ағасы төҙөлөшө
Емеш ағасы төҙөлөшө Алмағасҡа дөрөҫ тәрбиә биреү өсөн ағастың төҙөлөшөн белеү мотлаҡ.

Алмағас өс төп өлөштән тора: олон, япраҡ һәм тамыр. Һәр береһе төрлө шарт­тарҙа үҙ функцияһын үтәй: тамыр — тупраҡ ҡатламында, ағас олоно һәм япраҡтар — ер өҫтөндә, асыҡ һауала. Шуға ла ер аҫты, ер өҫтө өлөшө тип атала. Ер аҫты ер өҫтөндәге өлөшө ме­нән тоташҡан урынды “тамыр му­йын­саһы” (корневая шейка) тиҙәр.
Ағас олоно иһә тамыр системаһы менән япраҡтар араһында тығыҙ бәй­лә­неш тота. Уның аша тамырҙан яп­раҡҡа туҡлыҡлы матдәләр, минераль тоҙҙар иретмәһе килә. Ә ҡояш нурҙары ярҙа­мында япраҡта синтезланған матдәләр тамыр системаһына еткерелә. Күрене­үенсә, ағас олоно үҫем­лек­тең вегетация осоронда ифрат әһә­миәткә эйә.
Тамыр — емеш ағасының нигеҙе. Унда минераль тоҙҙар иретмәһе туплана. Ағас­тың үҫеше, уңышы тамыр систе­ма­һының эшмәкәрлегенә ныҡ бәйле. Алма һәм груша ағастарының тамыры өс-дүрт метр тәрән­леккә төшә, киңлеге ағас олононан биш-һигеҙ метр йыраҡ­лыҡҡа тарала. Ер эш­кәрт­кәндә, олон тирәһен йомшартҡанда тамырға зыян килтерергә ярамай.
Ағас япрағына ҡояш нурҙары яр­ҙамында органик матдәләр туплана. Япраҡ ни тиклем таҙа булһа, улар шул тиклем күберәк йыйыла. Ағас сатырын һәр япраҡҡа ҡояш нуры төшөрлөк итеп формалаштырырға кәрәк.

Алмағас сатырын формалаштырыу

Ултыртҡандан һуң емеш ағасы иртә уңыш бирә башлауҙа, ул юғары уңыш булыуҙа, алма һәм груша ағастарының оҙаҡ йәшәйешен тәьмин итеүҙә уның сатырын дөрөҫ формалаштырыу ифрат ҙур әһәмиәткә эйә. Шуға күрә баҡсасылыҡта ошо эш иғтибар үҙәгендә тора ла инде.
Сатыр ботаҡтары ныҡ булырға, ҡалын ҡар баҫымына бирешмәҫкә, уның ауырлығынан айырылып төшмәҫкә тейеш. Улар ағас олононда бер тигеҙ алыҫлыҡта спираль формаһында урынлашырға тейеш. Емеш ағасының бейеклеге өс-дүрт метр булғанда, сатырҙың диаметры дүрт-биш метр киңлеккә етергә тейеш. Емеш ағасын дөрөҫ форма­лаштырғанда, ер майҙанын, ҡояш нурҙарын тейешенсә файҙа­ланыуға килтерә.
Ағас сатырын формалаштырыу­ҙың бер нисә төрө билдәле: һи­рәкләтелгән сатыр, таҡыя һымаҡ сатыр һ.б. Ағас олононда тәүгеһен­дә — ете-һигеҙ, ә икенсеһендә 10-12 төп ботаҡ булырға тейеш.
Сатырҙы формалаштырғанда, кәрәкмәгән ботаҡтар иртә яҙ ҡыр­ҡып алына. Ҡырҡыр алдынан үҫен­тене ентекләп ҡарарға кәрәк. Үҙәк олон ергә ҡарата вертикаль, ҡалған ботаҡтарға ҡарағанда 20-25 сантиметр оҙон булырға тейеш. Әгәр ситкә ҡараған ботаҡтар үҙәк­тәгенән оҙон булһа, улар ҡыҫ­ҡар­тыла. Һәр япраҡҡа ҡояш яҡтыһы төшөрлөк итеп, эскә ҡарап үҫкән (сатыр эсенә) һәм башҡа ҡороған, ауырыу, кәрәк­мәгән бо­таҡтар ҡыр­ҡып алына. Улар­ҙы дөрөҫ ҡырҡыу мотлаҡ. Уларҙы үткер баҡса быс­ҡыһы йәки бысағы менән киҫергә кәрәк. Шуны хәтерҙә тотоу мөһим: ботаҡ йәки үҫенте дөрөҫ ҡырҡыл­һа, ағас яраһы тиҙ төҙәлә.
Сатыр осондағы ботаҡтарҙы киҫкәндә бигерәк тә иғтибарлы булыу талап ителә. Сатырҙан ситкә ҡараған бөрө өҫтөнән генә ҡырҡып алырға кәрәк, шулай эшләгәндә бөрө үҫентеһе сатыр эсенә ҡарап үҫмәҫ, ситкә ҡарап үҫер. Үҫентене бөрө өҫтөнән дөрөҫ ҡырҡыу мөһим.
Ҡайһы бер һәүәҫкәр баҡсасылар емеш ағасының оҙонлоғона иғти­бар итмәй, буйға үҫтерә генә бирә. Ә бит оҙон ағасты ҡарау ҡыйын. Ҡоротҡостарға ҡаршы көрәшкәндә, емеш йыйғанда, тәрбиәләгәндә көтөлмәгән мәшәҡәттәр тыуҙыра. Икенсенән, оҙон булып үҫкән емеш ағастарының күп өлөшө ҡар өҫ­төн­дә ҡала. Ҡышҡы ҡаты һалҡын­дарҙа сәскә бөрөләре өшөп һәләк була. Өсөнсөнән, емеш ағасы ни ҡәҙәре оҙон булып үҫһә, емеш би­реүсе ботаҡтар тамыр система­һы­нан шул тиклем алыҫлаша. Һөҙөмтәлә минераль һәм органик матдәләр алмашыныуы ҡыйын­лаша.
Ошоно иҫәпкә алып, тәжрибәле баҡсасылар емеш ағастарының буйға үҫеүенә юл ҡуймай. Ултырт­ҡандан һуң биш йыл үткәс, үҙәк олондоң үҫентеһе ҡырҡып ташлана. Сатырҙың бейеклеге өс-дүрт метр булырға тейешле. Үҙәк олондоң үҫентеһен киҫеп ташла­ғас, уның тирәһендәге ботаҡтарҙың үҫентеһе лә ҡырҡып алына.


С. ХАЖИЕВТЫҢ “Баҡсасы белешмәһе” китабынан.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Быны көҙ көнө мотлаҡ эшләгеҙ!

Быны көҙ көнө мотлаҡ эшләгеҙ! 29.10.2026 // Баҡса

Әҙерләү өсөн күп нәмә лә кәрәкмәй....

Тотош уҡырға 3

Көҙ етеү менән өйгә сысҡандар тулһа...

Көҙ етеү менән өйгә сысҡандар тулһа... 27.10.2026 // Баҡса

Уларҙы ағыуламай, тоҙаҡҡа эләктермәй, үлтермәй генә ҡыуып та була....

Тотош уҡырға 3

Тағы ла бер сөгөлдөрҙө тиҙ бешереү ысулы
Сөгөлдөрҙө нисек итеп 15 минутта бешереп алырға?

Сөгөлдөрҙө нисек итеп 15 минутта бешереп алырға? 20.10.2026 // Баҡса

Тәмлерәк, һутлыраҡ була һәм өйгә еҫе лә тулмай....

Тотош уҡырға 4

Ҡарабойҙай йәки арыш оно тиҙ әсетә

Ҡарабойҙай йәки арыш оно тиҙ әсетә 18.10.2026 // Баҡса

Өләсәйҙәр шулай эшләй торғайны. Өс көндә әҙер була — ҡыш буйы ҡытырлап торған ризыҡ ашарһығыҙ!...

Тотош уҡырға 7

“Йөҙөмдө үҙебеҙҙә үҫтерергә өйрәнәйек!”

“Йөҙөмдө үҙебеҙҙә үҫтерергә өйрәнәйек!” 18.10.2026 // Баҡса

Нуриман районында Рәфҡәт Ибраһимов йылытмала 200-ҙән ашыу төр виноград үҫтерә. Башҡаларҙы ла ошо ......

Тотош уҡырға 5

Бик тәмле ҡабаҡ ашы рецебы

Бик тәмле ҡабаҡ ашы рецебы 14.10.2026 // Баҡса

Ҡабаҡтар мул булғанда, һеҙ ҙә эшләп ҡарағыҙ...

Тотош уҡырға 4

Әфлисунлы ҡабаҡ һуты бик тәмле!

Әфлисунлы ҡабаҡ һуты бик тәмле! 13.10.2026 // Баҡса

Ҡабаҡтың витаминдарға, минералдарға бай булыуын беләбеҙ. Бүздәк районы Бүздәк ауылынан 80 йәшлек ......

Тотош уҡырға 4

Өс тапҡыр күберәк картуф уңышы алған!

Өс тапҡыр күберәк картуф уңышы алған! 13.10.2026 // Баҡса

Салауат районынан Ирек Мофаззалов "эх, картуф уңманы" быйыл тип зарланып торғайны. Әле ......

Тотош уҡырға 6

Картуфтан ике тапҡыр уңыш йыйып алған

Картуфтан ике тапҡыр уңыш йыйып алған 11.10.2026 // Баҡса

Учалынан Сәлиә Ғатауллина социаль селтәрҙәге сәхифәһендә быйыл нисек итеп картуфтан ике тапҡыр ......

Тотош уҡырға 4

Ни өсөн кәбеҫтәләрен ҡарышлауыҡ ашамаған?

Ни өсөн кәбеҫтәләрен ҡарышлауыҡ ашамаған? 10.10.2026 // Баҡса

Иң мөһиме, улар ҡарышлауыҡтарға ҡаршы эшкәртелмәгән, бер ниндәй ҙә дарыу һибелмәгән. Ә нисек ......

Тотош уҡырға 6

Георгинды ҡасан ҡаҙырға?

Георгинды ҡасан ҡаҙырға? 09.10.2026 // Баҡса

Һәр сәскәне үҫтереүҙең үҙ нескәлектәре бар. Иртә лә алырға ярамай, һуңлатырға ла......

Тотош уҡырға 7


Комментарий өҫтәргә