Алмағасҡа дөрөҫ тәрбиә биреү өсөн ағастың төҙөлөшөн белеү мотлаҡ.Алмағас өс төп өлөштән тора: олон, япраҡ һәм тамыр. Һәр береһе төрлө шарттарҙа үҙ функцияһын үтәй: тамыр — тупраҡ ҡатламында, ағас олоно һәм япраҡтар — ер өҫтөндә, асыҡ һауала. Шуға ла ер аҫты, ер өҫтө өлөшө тип атала. Ер аҫты ер өҫтөндәге өлөшө менән тоташҡан урынды “тамыр муйынсаһы” (корневая шейка) тиҙәр.
Ағас олоно иһә тамыр системаһы менән япраҡтар араһында тығыҙ бәйләнеш тота. Уның аша тамырҙан япраҡҡа туҡлыҡлы матдәләр, минераль тоҙҙар иретмәһе килә. Ә ҡояш нурҙары ярҙамында япраҡта синтезланған матдәләр тамыр системаһына еткерелә. Күренеүенсә, ағас олоно үҫемлектең вегетация осоронда ифрат әһәмиәткә эйә.
Тамыр — емеш ағасының нигеҙе. Унда минераль тоҙҙар иретмәһе туплана. Ағастың үҫеше, уңышы тамыр системаһының эшмәкәрлегенә ныҡ бәйле. Алма һәм груша ағастарының тамыры өс-дүрт метр тәрәнлеккә төшә, киңлеге ағас олононан биш-һигеҙ метр йыраҡлыҡҡа тарала. Ер эшкәрткәндә, олон тирәһен йомшартҡанда тамырға зыян килтерергә ярамай.
Ағас япрағына ҡояш нурҙары ярҙамында органик матдәләр туплана. Япраҡ ни тиклем таҙа булһа, улар шул тиклем күберәк йыйыла. Ағас сатырын һәр япраҡҡа ҡояш нуры төшөрлөк итеп формалаштырырға кәрәк.
Алмағас сатырын формалаштырыуУлтыртҡандан һуң емеш ағасы иртә уңыш бирә башлауҙа, ул юғары уңыш булыуҙа, алма һәм груша ағастарының оҙаҡ йәшәйешен тәьмин итеүҙә уның сатырын дөрөҫ формалаштырыу ифрат ҙур әһәмиәткә эйә. Шуға күрә баҡсасылыҡта ошо эш иғтибар үҙәгендә тора ла инде.
Сатыр ботаҡтары ныҡ булырға, ҡалын ҡар баҫымына бирешмәҫкә, уның ауырлығынан айырылып төшмәҫкә тейеш. Улар ағас олононда бер тигеҙ алыҫлыҡта спираль формаһында урынлашырға тейеш. Емеш ағасының бейеклеге өс-дүрт метр булғанда, сатырҙың диаметры дүрт-биш метр киңлеккә етергә тейеш. Емеш ағасын дөрөҫ формалаштырғанда, ер майҙанын, ҡояш нурҙарын тейешенсә файҙаланыуға килтерә.
Ағас сатырын формалаштырыуҙың бер нисә төрө билдәле: һирәкләтелгән сатыр, таҡыя һымаҡ сатыр һ.б. Ағас олононда тәүгеһендә — ете-һигеҙ, ә икенсеһендә 10-12 төп ботаҡ булырға тейеш.
Сатырҙы формалаштырғанда, кәрәкмәгән ботаҡтар иртә яҙ ҡырҡып алына. Ҡырҡыр алдынан үҫентене ентекләп ҡарарға кәрәк. Үҙәк олон ергә ҡарата вертикаль, ҡалған ботаҡтарға ҡарағанда 20-25 сантиметр оҙон булырға тейеш. Әгәр ситкә ҡараған ботаҡтар үҙәктәгенән оҙон булһа, улар ҡыҫҡартыла. Һәр япраҡҡа ҡояш яҡтыһы төшөрлөк итеп, эскә ҡарап үҫкән (сатыр эсенә) һәм башҡа ҡороған, ауырыу, кәрәкмәгән ботаҡтар ҡырҡып алына. Уларҙы дөрөҫ ҡырҡыу мотлаҡ. Уларҙы үткер баҡса бысҡыһы йәки бысағы менән киҫергә кәрәк. Шуны хәтерҙә тотоу мөһим: ботаҡ йәки үҫенте дөрөҫ ҡырҡылһа, ағас яраһы тиҙ төҙәлә.
Сатыр осондағы ботаҡтарҙы киҫкәндә бигерәк тә иғтибарлы булыу талап ителә. Сатырҙан ситкә ҡараған бөрө өҫтөнән генә ҡырҡып алырға кәрәк, шулай эшләгәндә бөрө үҫентеһе сатыр эсенә ҡарап үҫмәҫ, ситкә ҡарап үҫер. Үҫентене бөрө өҫтөнән дөрөҫ ҡырҡыу мөһим.
Ҡайһы бер һәүәҫкәр баҡсасылар емеш ағасының оҙонлоғона иғтибар итмәй, буйға үҫтерә генә бирә. Ә бит оҙон ағасты ҡарау ҡыйын. Ҡоротҡостарға ҡаршы көрәшкәндә, емеш йыйғанда, тәрбиәләгәндә көтөлмәгән мәшәҡәттәр тыуҙыра. Икенсенән, оҙон булып үҫкән емеш ағастарының күп өлөшө ҡар өҫтөндә ҡала. Ҡышҡы ҡаты һалҡындарҙа сәскә бөрөләре өшөп һәләк була. Өсөнсөнән, емеш ағасы ни ҡәҙәре оҙон булып үҫһә, емеш биреүсе ботаҡтар тамыр системаһынан шул тиклем алыҫлаша. Һөҙөмтәлә минераль һәм органик матдәләр алмашыныуы ҡыйынлаша.
Ошоно иҫәпкә алып, тәжрибәле баҡсасылар емеш ағастарының буйға үҫеүенә юл ҡуймай. Ултыртҡандан һуң биш йыл үткәс, үҙәк олондоң үҫентеһе ҡырҡып ташлана. Сатырҙың бейеклеге өс-дүрт метр булырға тейешле. Үҙәк олондоң үҫентеһен киҫеп ташлағас, уның тирәһендәге ботаҡтарҙың үҫентеһе лә ҡырҡып алына.
С. ХАЖИЕВТЫҢ “Баҡсасы белешмәһе” китабынан.