Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Умартасылыҡ серҙәре. 7-се дәрес
Тән төҙөлөшө
Бал ҡорто бөжәктәр класына инә, ләкин ул үҙенең төҙөлөшө буйынса башҡа бөжәктәрҙән айырылып тора. Уның тәне өс өлөшкә — башҡа, түшкә һәм ҡорһаҡ өлөштәренә — бүленә, был ағзалар бер-береһе менән һығылмалы итеп тоташҡан.
Бал ҡортоноң башында биш күҙ урынлашҡан: икәүһе ҡатмарлы һәм өсәүһе ябай. Ябай күҙҙәре ярҙамында ул яҡын (1-2 см) аралыҡтағы әйберҙәрҙе танып белә, умартала, сәскәләрҙә эш иткәндә йүнәлеш ала, тип иҫәпләйҙәр. Улар таң атыуы, ҡараңғы төшөүе тураһында сигнал бирә. Ҡатмарлы күҙҙәре менән бал ҡорто алыҫта урынлашҡан әйберҙәрҙе айырып таный. Ябай күҙҙәр ҡатмарлы күҙҙәрҙең үҙ эшен камилыраҡ үтәүенә булышлыҡ итә. Ҡорттарға төҫлө күреү хас, улар аҡ, зәңгәр, күкһел йәшел, миләүшә төҫ, ҡарағусҡыл ҡыҙыл, һары төҫтәрҙе яҡшы айыра, шулай уҡ ҡояштың кеше күҙенә күренмәй торған ультрафиолет нурҙарын тоя. Ҡыҙыл һәм ҡара төҫтәрҙе айырмай, шулай уҡ күкһел йәшел төҫтө һоро төҫ тип ҡабул итә, “терегөмөш” төҫөн күкһел зәңгәр итеп күрә (мәк сәскәһе бал ҡорто өсөн ҡыҙыл түгел, ә “ультрафиолет” төҫтә, аҡ сәскәләр ҡорттарға төҫлө булып күренә, сөнки улар ҡояш яҡтылығынан ультрафиолет нурҙарын үткәрә).
Һиҙеү, тойоу ағзалары бал ҡорттарының мыйыҡсаларында йәки “антенналары”нда урынлашҡан. Ҡорттар еҫле әйберҙәрҙе 1:500 сағыштырмаһында айырып тоя һәм кеше тоймаған еҫтәрҙе һиҙә. Шуға ла иң һиҙгер, нервы системаһы ныҡ үҫешкән һәм аңлы бөжәк булып иҫәпләнә. Умартасынан, кешенән сыҡҡан араҡы-шарап эсемлектәре, тәмәке, хушбый еҫен, лосьон, төрлө крем, майҙар, шулай уҡ бензин, мазут, солярка еҫтәрен яратмай. Бигерәк тә кешенән, хайуандан тир еҫе килеп торһа, ҡорттар ҡуҙғый, саға башлай. Улар шулай уҡ үҙҙәренең ағыуы еҫен яратмай һәм, кешене бер саҡҡас, тағы ла саға — үҙҙәрен яҡлау инстинкты көсәйә. Умартаның кейә янындағы һаҡсы бал ҡорттары үҙҙәренең мыйыҡсалары менән һәр осоп ҡайтҡан бал ҡортон “еҫкәп” үткәрә, үҙ ҡорттарын ситтәрҙән яҡшы айыра.
Тәм тойоу ағзалары бал ҡортоноң нервылары үткән ауыҙы осонда, мыйыҡсаларында һәм аяҡтарында урынлашҡан. 4 процентлы шәкәр шәрбәте бал ҡорттарында “тәм” тойоу тойғоһо уятмай, улар унан баш тарта, асығыуҙы артығыраҡ күрә; үтә тәмленән дә баш тарталар. Һутында 40-тан алып 70 процентҡа тиклем шәкәре булған сәскәләргә ихлас ҡунаҡлайҙар. Морондары менән үҫемлектәрҙең һутын, балауыҙ күҙәнәктәренән бал һура. Тәм тойоу ағзалары тәмлене, әсене, ҡырҡыуҙы һәм тоҙлоно айыра белергә булышлыҡ итә.
Ҡорттарҙың ваҡытты тойоу тойғоһо ныҡ үҫешкән. Улар сәскә атыусы үҫемлектәргә бал һуты, һеркә алып була торған ваҡытта ғына килә. Күҙәтеүҙәр шуны күрһәтә: ҡорттар ҡояш хәрәкәтенә, тәбиғәт шарттарына, ҡайһы урында булыуға бәйләнешһеҙ рәүештә ваҡытты тойоу һәм үҙҙәренең эш-хәрәкәтен көйләү тойғоһона эйә.
Ишетеү ағзалары бал ҡорттарында юҡ тип иҫәпләйҙәр ине. Ләкин умартасы, ғалим-тикшеренеүсе Е. Еськов уларҙа ҡатмарлы күҙҙәре менән баштың артҡы йөйө арҡаһында ишетеү ағзаһы булып хеҙмәт итеүсе ишетеү ҡылсалары булыуын асыҡланы.
Өҫкө яңаҡтары ярҙамында күҙәнәктәрҙең өҫкө япмаһын кимерә, аҙыҡ өсөн һитәне ышҡый, балауыҙҙы кимереп йомшарта. Яңаҡтар һаҡланыу, бөжәктәргә һөжүм итеү ҡоралы булып хеҙмәт итә.
Башта нервылар системаһының мөһим өлөшө — баш мейеһе — бар. Түш бер-береһенә ныҡ итеп тоташҡан дүрт сегменттан, йәғни балдаҡтарҙан (склериттарҙан) тора. Бал ҡортоноң түшенә аҫтан өс пар аяҡ, ә өҫтән ике пар ҡанат тоташҡан. Ҡорттар яҡшы осоу һәләтенә эйә. Тиҙлеге үтә юғары. Эшсе ҡорттар йөкһөҙ саҡта сәғәтенә 60-65 км, ә йөк менән 20-30 км ара үтә. Өс минутта тиҙлекте 1 километрға тиклем үҫтерә, осоу алыҫлығы 3-4 саҡрымға етә, ҡорт күсе 20-25 саҡрымға тиклем китә. Осоу бер сәғәт тирәһе дауам итә. Бал ҡорто һауала үҙ массаһының яртыһы тиерлек ауырлыҡтағы йөктө (бал һутын, һеркәне) күтәрә ала.
Алғы аяҡтарында мыйыҡсаларын таҙартыу өсөн ҡулайламалары бар. Эшсе ҡорттарҙың артҡы аяҡтарында бәләкәй генә кәрзиндәр (башҡа ҡылсалар менән уратып алынған уйпаттар) урынлашҡан, уларға сәскәләрҙең һеркәһе йыйыла. Инә ҡорттоң һәм һоро ҡорттарҙың кәрзиндәре булмай.
Ҡорһаҡ асыҡ ҡына айырып күрерлек алты балдаҡтан тора. Һәр балдаҡ ярым балдаҡтарҙан ҡоролған. Инә ҡорттоң һәм эшсе ҡорттоң ҡорһағының һуңғы балдаҡтары аҫтында ҡаяуы урынлашҡан. Ҡорһаҡ бүлегендә эске ағзалар тупланған.

Эске ағзалары

Аҙыҡты эшкәртеү ағзалары. Аҙыҡты эшкәртеү һәм һеңдереү эсәктәр эсендә башҡарыла, ә улар алғы, урта һәм артҡы бүлектәрҙән тора. Алғы бүлек йотҡолоҡтан, үңәстән — аҙыҡ үтеү юлынан, бал бөрләтеүенән — 45 миллиграмға тиклем бал һуты һыйҙыра алырлыҡ моҡсайҙан ғибәрәт.
Ҡышлау осоронда ҡорттар бөтөнләйгә бушанып ҡалмай, йыуан эсәктә 40 миллиграмға тиклем тиҙәк туплана. Яҙҙан алып көҙгә тиклем умартанан тышта, һауала бушана.

Ҡан әйләнеше. Бал ҡорттарының ҡан йөрөү системаһы ябыҡ түгел, аортанан һәм йөрәктән — арҡаның ҡорһаҡ өлөшөндә урынлашҡан биш камералы тамырҙарҙан — тора. Ҡан һәм лимфа функцияһын шыйыҡ фазанан (плазманан), гемоциттарҙан торған гемолимфа үтәй. Гемолимфа туҡлыҡлы матдәләрҙе бөтә тән буйынса тарата, аҡһымдың тарҡалыу продукттарын йыйып ала, Өлкән ҡорттоң йөрәге түбәндәгесә тибә: балауыҙҙа йәки сәскәлә тыныс ҡына ултырғанда минутына 65-70 тапҡыр ҡыҫҡара, хәрәкәттә саҡта — 100, ә осҡанда — 150.

Тын алыу ағзалары яҡшы үҫешкән. Ул тын алыу көпшәһенән, һауа тоҡтарынан тын алғыстарҙан (стигмаларҙан) — түштә, ҡорһаҡтың ян-яҡ өлөштәрендә урынлашҡан тишектәрҙән тора.

Үрсеү ағзалары инә ҡорттарҙа һәм һоро ҡорттарҙа яҡшы үҫешкән. Эшсе ҡорттарҙың енес ағзалары оҡшаш, инә ҡорттоң енес ағзаһын хәтерләтә, әммә үҫешмәгән.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Редисты маринадлап һаҡларға була

Редисты маринадлап һаҡларға була 04.05.2025 // Баҡса

Был йәшелсәне ваҡытында ашамаһаң, тиҙ генә ҡатып, тәмен юғалтып бара. Һеҙҙең иғтибарға редисты еңел...

Тотош уҡырға 16

Емеш-еләк ағастарын ҡырауҙан нисек һаҡларға?
Май айына баҡса эштәре өсөн ай календары

Май айына баҡса эштәре өсөн ай календары 27.04.2025 // Баҡса

Ниндәй көндәрҙә йәшелсә сәсергә, ағас ултыртырға ярамай? ...

Тотош уҡырға 55

Төрлө сәскә һәм йәшелсә өсөн иң шәп ашлама

Төрлө сәскә һәм йәшелсә өсөн иң шәп ашлама 27.04.2025 // Баҡса

Бигерәк тә лилиә сәскәһе, яран гөлө, ҡыяр ошоно ярата...

Тотош уҡырға 65

Бәпембә генә тимәгеҙ...

Бәпембә генә тимәгеҙ... 26.04.2025 // Баҡса

Унан бына тигән ҡайнатма ла әҙерләйҙәр. Яҙып алығыҙ....

Тотош уҡырға 60

Ләләләр сәскә атҡан!

Ләләләр сәскә атҡан! 24.04.2025 // Баҡса

Был матурлыҡ ҡайҙа тип уйлайһығыҙ? ...

Тотош уҡырға 52

Гөлфиназ хризантеманы нисек үҫтерә?

Гөлфиназ хризантеманы нисек үҫтерә? 24.04.2025 // Баҡса

Ултыртҡан урыны ла, ашламаһы ла мөһим икән  ...

Тотош уҡырға 53

Баҡса еләге уңһын тиһәгеҙ

Баҡса еләге уңһын тиһәгеҙ 20.04.2025 // Баҡса

Ошондай ашлама һибеп ҡарағыҙ...

Тотош уҡырға 59

Йәшелсәгә әсетке һәм тоҙ ни өсөн кәрәк?

Йәшелсәгә әсетке һәм тоҙ ни өсөн кәрәк? 19.04.2025 // Баҡса

Мул уңыш алыу өсөн тәжрибәле баҡсасыларҙың бер нисә кәңәшенә күҙ һалайыҡ....

Тотош уҡырға 56

Орхидеялар һарымһаҡ ярата!

Орхидеялар һарымһаҡ ярата! 15.04.2025 // Баҡса

Ике тырнаҡ һарымһаҡ хатта иң хәлһеҙ сәскәләрҙе терелтеп ебәрә ала. ...

Тотош уҡырға 57

Баҡса еләге эре булһын өсөн

Баҡса еләге эре булһын өсөн 14.04.2025 // Баҡса

Күптәр яратҡан еләктән мул уңыш алыу өсөн шәп кенә кәңәш тәҡдим итәбеҙ. ...

Тотош уҡырға 61

Фәүзиә апай бәрәңге сәскәндә төбөнә нимә һала?

Фәүзиә апай бәрәңге сәскәндә төбөнә нимә һала? 13.04.2025 // Баҡса

Үҫентеләрҙе үҫтергәндә һыналған алымы ла бар уның. Ниндәйме?  ...

Тотош уҡырға 64