Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Баҡса » Сәскәләр күҙҙе иркәләр
Баҡсаһында яҙҙан көҙгә ҡәҙәр күҙҙең яуын алып, күңелде хушландырып ултырырлыҡ сәскә үҫтерергә кем теләмәһен? Был эш тә ябай түгел, тәжрибә талап итә.

Сәскәне асыҡ грунтҡа сығарғанда календарға түгел, ә аныҡ температураға иғтибар итергә кәрәк. Ҙур булмаған һыуыҡтар (минус бер градусҡа тиклем) үрсетмәгә күҙгә күренерлек зарар килтермәй, әммә уның оҙаҡ өлгөрөүенә килтереүе ихтимал. Һалҡындар ҡабатланырын күҙ уңында тотоп, сәскәләрҙе нығыраҡ ҡаплап тоторға кәрәк.
Быға ҡәҙәр фатирҙа тотолған үрсетмәне асыҡ грунтҡа сығарыр алдынан сыныҡтырырға кәңәш ителә. Мәҫәлән, бүлмәне даими елләтеү һалҡынға өйрәнергә булышлыҡ итер. Тышҡа сығарырҙан бер-ике аҙна элек форточканы төнгөлөккә асыҡ ҡалдырырға мөмкин. Әгәр һауа торошо мөмкинлек бирә икән, үрсетмәле йәшниктәрҙе балконға сығарып ҡуйыу айырыуса отошло — үҫемлектәр ҡояшҡа һәм елгә өйрәнә торор.

Сәскәләр күҙҙе иркәләр Нәркәс һәм ләлә
Майҙа нәркәс һәм ләлә сәскә ата. Улар бер-береһе менән "аңлашып" етмәй, шуға күрә яҡын ултыртырға ярамай. Был сәскәләрҙе азот менән май башында туҡландырыу дөрөҫ түгел, эште айҙың аҙағына ҡалдырығыҙ.
Нәркәс бер ваҡытта ла тиерлек ауырымай һәм ҡоротҡостарға бирешмәй, сөнки уның тамырында мышаяҡ бар. Был сәскә бер урында биш йылға ҡәҙәр үҫә, аҙаҡ үҙен насарыраҡ тоя башлай. Тимәк, бүлеп ултыртырға ваҡыт. Ҡаҙып алынған тамырҙы киптерергә ярамай. Киреһенсә, саҡ ҡына ҡырҡып, һуғандарға айырып, икенсе урындың ҡом ҡатламына (тәрәнлеге — 12-15 см) ултыртырға кәрәк. Нәркәс баҡса тупрағын, ҡояшты ярата, шул уҡ ваҡытта күләгәлерәк ер менән дә хушһына. Һыуҙы күп ҡоймағыҙ.
Ләлә лә ҡоротҡостарға бирешмәй, ә бына ауырып алыуы ихтимал. Иң яманы — вируслы сир. Ул япраҡтарҙа һары һыҙыҡ йә тамға барлыҡҡа килтерә. Вируслы сир йоҡторған ләлә башҡаларының һаулығы өсөн дә хәүеф тыуҙыра: уны ере менән бергә тиҙ генә ҡаҙып алып, яндырырға кәрәк.
Ләләләр тамыры эренләп тә ауырый, шуға күрә уны ҡомға ултырталар ҙа өҫтөнә уңдырышлы тупраҡ һибәләр. Еүеште яратмауы сәбәпле, сәскәне тиреҫкә лә сәсергә ярамай.
Сәскәне туҡландырыу өсөн органика, минераль азот ҡулланмайҙар, көлгә, фосфорға, калийға өҫтөнлөк бирергә кәрәк. "AVA" тигән ашлама бик файҙалы.

Сәскәләр күҙҙе иркәләр Рауза
Раузалар башҡалар менән күрше булырға яратмай, шуға күрә уларҙы баҡсаның бер өлөшөнә төркөмләп сәсергә кәңәш ителә. Был сәскә ҡуйы ҡара балсыҡты, балсыҡлы тупраҡты хуп күрә. Иртәнге ҡояшты яратҡанлыҡтан, көнсығышҡа ҡаратып ултыртырға кәрәк. Ә бына көндөң үҙәгендәге эҫене рауза күтәрә алмай, яныуы йәки һулыуы ихтимал.
Майҙың 20-ләрендә сәскәне һыуыҡтан һаҡлап торған әйберҙәрҙе сисеп алһаң да була. Раузаны яңы тиреҫ иретмәһе менән туҡландырыу һәйбәт булыр.
"Мөхәббәт сәскәһе"нең дошмандары етерлек, шуға күрә уның япраҡтары төрөлә башлау менән ҡоротҡостарға ҡаршы коктейль һиптерергә кәрәк. "Фитоверм" тигән препарат та ҡулай (бер литр һыуға — бер тамсы).

Сәскәләр күҙҙе иркәләр Клематис
Лианалар төркөмөнә ҡараған был сәскә бер урында тиҫтәләрсә йыл үҫә ала. Соҡор ҙур ғына (80x80x80 см) булырға тейеш. Уға һәйбәт органика һалырға кәрәк, яңы тиреҫ ярамай. Соҡорҙо ошолай тәрбиәләгәндән һуң тупраҡ яҡшы итеп урынына ултырырға тейеш.
Сәскәне ултыртҡанда тамырына 8-10 сантиметр еткермәйерәк бер аш ҡалағы "AVA" препараты һалыу һәйбәт булыр, был эште өс йыл һайын ҡабатлап торорға кәрәк.
Клематистың төрҙәре күп, ҡайһы берҙәренең сәскәһе көньяҡҡа ҡараһа, икенселәренеке өҫкә баға. Ошо айырмалыҡтарҙы күҙ уңында тотоп, үҫемлекте һәр кемде матурлығы менән һоҡландырып торорлоҡ йүнәлештә сәсергә кәрәк. Бынан тыш, клематисҡа матур, ныҡлы "иптәштәр" талап ителә, сәскә уларға һыйынып, таянып, елдән һаҡланып үҫә. Уны май аҙағында минераль ашлама менән тулыһынса туҡландырырға кәрәк.

Сәскәләр күҙҙе иркәләр Гладиолус һәм георгин
Уның һуғанын майҙың уртаһында сәсергә кәңәш ителә. Тамырҙы ҡабығынан таҙалап, ултыртыр алдынан "Максима" иретмәһендә (эренгә ҡаршы) ярты сәғәт йәки марганцовкала 10 — 15 минут тоторға кәрәк. Аҙаҡ һыуҙа йыуаһың. Гладиолусты тәрәнгә ултыртмайҙар, сөнки әле тупраҡ һалҡын — 10 сантиметр етә. Өҫтәүенә сәсер алдынан ергә эҫе һыу ҡойорға, сәскәне ултыртҡас, өҫтән 10 сантиметр бейеклегендә торф йәки йомшаҡ тупраҡ һибергә кәрәк булыр. Эргәһенә таяҡ ҡаҙап, үҫемлекте шуға бәйләп ҡуялар.
Георгинды ла гладиолус менән бер мәлдә ултырталар. Түтәлде "Фитоспорин" тигән препарат йәки марганцовка менән эшкәртергә мөмкин. Был сәскәне лә тәрәнгә ултыртырға ярамай, яҡынса 15 сантиметр булһын. Таяҡҡа бәйләргә, торф һалырға онотмағыҙ.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Рәхимә Мусинанан - "Ҡабаҡса елпеүесе"

Рәхимә Мусинанан - "Ҡабаҡса елпеүесе" 15.09.2026 // Баҡса

Был юлы Рәхимә Мусина бик тәмле ҡабымлыҡ тәҡдим итә...

Тотош уҡырға 0

Картуфты алғас, ерен сәсеп ҡуйығыҙ: ҡаты ҡорттан һәм таҙҙан ҡотолорһоғоҙ

Картуфты алғас, ерен сәсеп ҡуйығыҙ: ҡаты ҡорттан һәм таҙҙан ҡотолорһоғоҙ 13.09.2026 // Баҡса

Яҙғыһын баҡса еренең ниндәй буласағы көҙҙән тора. Картуфты алғас та, хәстәрлек күрһәгеҙ, киләһе йыл ......

Тотош уҡырға 0

Һарымһаҡлы ҡабаҡтан тәмле бутҡа

Һарымһаҡлы ҡабаҡтан тәмле бутҡа 13.09.2026 // Баҡса

Бик оҡшар, мотлаҡ бешереп ҡарағыҙ....

Тотош уҡырға 0

Мин ҡабаҡты шулай һаҡлайым

Мин ҡабаҡты шулай һаҡлайым 10.09.2026 // Баҡса

Яңы уңыш өлгөргәнсе уларҙы файҙаланабыҙ, ти уңған баҡсасы Фәүзиә Насирова...

Тотош уҡырға 0

Рауза  гөлләмәһен ташларға ашыҡмағыҙ!
Ташҡабағығыҙ уңдымы? Кәтлиттәр яһайыҡ!

Ташҡабағығыҙ уңдымы? Кәтлиттәр яһайыҡ! 31.07.2026 // Баҡса

Ташҡабаҡ йәш булырға тейеш. Уларҙы таҙартып, эре ҡырғыстан үткәрәбеҙ. Уға шулай уҡ ҡырғыстан ......

Тотош уҡырға 0

Ҡыяр баллы һыу ярата

Ҡыяр баллы һыу ярата 30.07.2026 // Баҡса

Бындай ашламаны ҡулланһаң, ҡыяр япраҡтары һарғаймай һәм йәшелсә оҙаҡ уңыш биреп ҡыуандыра....

Тотош уҡырға 0

Алма менән сливанан ныҡ тәмле ҡайнатма

Алма менән сливанан ныҡ тәмле ҡайнатма 29.07.2026 // Баҡса

Көтмәгәндә, бик үҙенсәлекле килеп сыға...

Тотош уҡырға 0

Был соусты күптәр яратып ашай

Был соусты күптәр яратып ашай 29.07.2026 // Баҡса

“Мехикано” соусын шашлыҡ, төрлө бутербродтар һәм башҡа ризыҡтарға ҡушып ашарға мөмкин. Ишембай ......

Тотош уҡырға 0

Ҡыяр кетерләп кенә торасаҡ!

Ҡыяр кетерләп кенә торасаҡ! 27.07.2026 // Баҡса

Тоҙлауға ваҡыт та аҙ китә. Гөлнара Йәмилеванан рецепт - яҙмала....

Тотош уҡырға 0

Ҡыяр тәңкәләре

Ҡыяр тәңкәләре 27.07.2026 // Баҡса

Рәхимә Мусина ҡыяр тоҙлау буйынса шәп рецепт тәҡдим итә....

Тотош уҡырға 0

Ябай һәм тәмле алма һуты рецебы

Ябай һәм тәмле алма һуты рецебы 26.07.2026 // Баҡса

Тиҙҙән ҡыҙарып алмалар бешер, тупырҙап ергә ҡойолор саҡ етә. Уңған хужабикәләр ҡайнатма-фәлән менән ......

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә