Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Сәйәсәт » Эдгарс СКУЯ: "Ерҙәштәрем хаҡында хәбәрҙармын"
Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Латвия Республикаһының Рәсәй Федерацияһындағы Ғәҙәттән тыш һәм Тулы хоҡуҡлы илсеһе Эдгарс Скуя етәкселегендәге Латвия Республикаһы делегацияһы менән осрашты.
Уның барышында ике төбәк араһында тауар әйләнешен үҫтереү мәсьәләләре, хеҙмәттәшлек итеүҙең отошло йүнәлештәре тикшерелде.
Рөстәм Хәмитов ҡунаҡтарҙы республиканың 2011 йылдағы эшмәкәрлеге һөҙөмтәләре менән таныштырҙы, төбәктә еңел сәнәғәт һәм туризм кеүек яңы йүнәлештәрҙе үҫтереү йәһәтенән әүҙем эш алып барылыуын билдәләне. Башҡортостандың ауыл хужалығы тармағында тос уңыштары барлығын, әммә эшмәкәрлекте тағы ла көсәйтеү кәрәклеген һыҙыҡ өҫтөнә алды.
– Былтырғы һөҙөмтәләр буйынса республика Рәсәй Федерацияһының ауыл хужалығы тауарҙарын етештереүсе төп биш төбәге иҫәбенә инде, – тине Рөстәм Зәки улы. – Тимәк, Башҡортостан яҡшы үҫешә. Быйылғы тәүге ике айҙа ла тиҙлекте юғалтманыҡ – етештереү сәнәғәте алға бара.
Президент инвесторҙарҙы йәлеп итеү йәһәтенән республика ҡануниәтен камиллаштырыу, улар өсөн төбәктә льготалы шарттар тыуҙырыу тураһында ла әйтеп үтте.
Милли сәйәсәткә килгәндә, Башҡортостан тыныс, төрлө милләт халыҡтары элек-электән дуҫ һәм татыу йәшәгән төбәк булараҡ билдәле. Республикала 1,5 мең самаһы латыш милләте вәкиле бар, Архангел районының Максим Горький ауылында латыш тарихи-мәҙәни үҙәге уңышлы эшләй. Быйыл бында мәҙәниәт йортона ремонт үткәреләсәк.
Эдгарс Скуя Башҡортостанда йәшәгән милләттәштәренең тормошо хаҡында хәбәрҙар булыуын, бынан бер нисә йыл элек Башҡортостанда Лиго латыш халыҡ байрамында ҡатнашыуын әйтеп үтте.
– Башҡорттар, татарҙар, урыҫтар, латыштар бергә байрам иткәнен күреп, мин бик ҡыуанғайным. Латыш мәктәбенең эшләп килеүе лә республика етәкселегенең ярҙамында тормошҡа ашырылғанлығын беләм. Бының өсөн айырым рәхмәтемде белдерәм, – тине ул.
Г. РӘСҮЛЕВА.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостан Президент гранттары фондына тапшырылған проекттар һаны буйынса беренсе урынды биләй

Башҡортостан Президент гранттары фондына тапшырылған проекттар һаны буйынса беренсе урынды биләй 13.11.2026 // Сәйәсәт

Башҡортостан Республикаһы Президент гранттары фондының 2027 йылдағы беренсе конкурсына тапшырылған ......

Тотош уҡырға 3

Радий Хәбиров менән Тура бәйләнешкә 7,4 меңдән ашыу мөрәжәғәт килгән

Радий Хәбиров менән Тура бәйләнешкә 7,4 меңдән ашыу мөрәжәғәт килгән 13.11.2026 // Сәйәсәт

Иң күп мөрәжәғәттәр Өфөнән, Стәрлетамаҡтан, Өфө һәм Иглин райондарынан, шулай уҡ Нефтекаманан....

Тотош уҡырға 2

Тура бәйләнеш Радий Хәбировҡа ышаныстың юғары булыуын күрһәтте

Тура бәйләнеш Радий Хәбировҡа ышаныстың юғары булыуын күрһәтте 12.11.2026 // Сәйәсәт

Тура бәйләнеш Радий Хәбировҡа ышаныстың юғары булыуын күрһәтте...

Тотош уҡырға 2

Шайморатов исемендәге батальон командиры Донецк Халыҡ Республикаһының юғары наградаһы менән бүләкләнгән

Шайморатов исемендәге батальон командиры Донецк Халыҡ Республикаһының юғары наградаһы менән бүләкләнгән 12.11.2026 // Сәйәсәт

Миңлеғәле Шайморатов исемендәге батальон командирына Донецк Халыҡ Республикаһы Геройы исеме ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостан Башлығы Тура бәйләнеште башланы

Башҡортостан Башлығы Тура бәйләнеште башланы 11.11.2026 // Сәйәсәт

Башҡортостан Башлығы Тура бәйләнеште башланы...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан Башлығы төбәк етәкселәре рейтингында 13-сө урынға күтәрелде

Башҡортостан Башлығы төбәк етәкселәре рейтингында 13-сө урынға күтәрелде 10.11.2026 // Сәйәсәт

Башҡортостан Башлығы төбәк етәкселәре рейтингында 13-сө урынға күтәрелде...

Тотош уҡырға 3

Өфө мэрияһында тағы ике чиновник вазифаһын ҡалдырҙы

Өфө мэрияһында тағы ике чиновник вазифаһын ҡалдырҙы 10.11.2026 // Сәйәсәт

Өфө мэрияһында тағы ике чиновник вазифаһын ҡалдырҙы...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан Башлығы Тура бәйләнештең файҙаһын төп критерий булыуын белдерҙе

Башҡортостан Башлығы Тура бәйләнештең файҙаһын төп критерий булыуын белдерҙе 09.11.2026 // Сәйәсәт

Шаршамбы, 11 ноябрҙә, БР Башлығы менән Тура бәйләнеш була. Әле сараға әҙерлек бара. Халыҡ әүҙемлек ......

Тотош уҡырға 5

Илнур Хәтмуллин Ҡалтасы районы хакимиәте башлығы вазифаһын башҡарыусы итеп тәғәйенләнде

Илнур Хәтмуллин Ҡалтасы районы хакимиәте башлығы вазифаһын башҡарыусы итеп тәғәйенләнде 09.11.2026 // Сәйәсәт

Илнур Хәтмуллин Ҡалтасы районы хакимиәте башлығы вазифаһын башҡарыусы итеп тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 3

Радий Хәбиров йәмәғәтсе Анатолий Дубовскийҙы Халыҡтар дуҫлығы ордены менән бүләкләне
Мутлашыусылар Башҡортостан премьер-министрының ялған аккаунтын булдырған

Мутлашыусылар Башҡортостан премьер-министрының ялған аккаунтын булдырған 06.11.2026 // Сәйәсәт

Министрҙар кабинетының яңы етәксеһе тирәләй ысын мәғлүмәт һуғышы бара....

Тотош уҡырға 8

«Патриот» паркында иман йорттарына ярым ай һәм тәре урынлаштырылды

«Патриот» паркында иман йорттарына ярым ай һәм тәре урынлаштырылды 05.11.2026 // Сәйәсәт

«Патриот» паркында иман йорттарына ярым ай һәм тәре урынлаштырылды...

Тотош уҡырға 7


Комментарий өҫтәргә