Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Сәйәсәт » Башҡортостан Башлығы төбәк етәкселәре рейтингында 13-сө урынға күтәрелде

Башҡортостан Башлығы төбәк етәкселәре рейтингында 13-сө урынға күтәрелде

Фото: Олег Яровиков / «Башинформ»

Радий Хәбиров Сәйәси һәм иҡтисади коммуникациялар агентлығы тарафынан төҙөлгән рейтингта үҙ позицияһын нығытты. Октябрь йомғаҡтары буйынса Башҡортостан Башлығы иң көслө йоғонтоло губернаторҙар төркөмөндә бер баҫҡысҡа күтәрелде һәм 13-се урынды биләне.

Республика Башлығының федераль рейтингта күтәрелеүенә ҡарата үҙ фекерен тарихсы, Өфө фән һәм технологиялар университеты доценты Илфат Сәмсетдинов белдерҙе. Уның һүҙҙәренсә, был уңыштың төп факторы булып Өфөләге вуз-ара студенттар кампусының төп бинаһын сафҡа индереү тора.

«Республиканың фәнни-белем биреү инфраструктураһын киңәйтеү ҙә мөһим фактор булып тора. Октябрҙә Радий Хәбиров 2027 йылда асыласаҡ математик лицей-интернаттың төҙөлөш майҙансығында булды. Республика етәксеһенең белем һәм фән мәсьәләләренә ҙур иғтибар бүлеүе илебеҙҙең технологик лидерлығын тәьмин итеү буйынса  бурыстарына тура килә. Республиканың фәнни-белем биреү өлкәһендәге бөтә саралар ҙа тап ошо маҡсатҡа йүнәлтелгән. Шулай уҡ республиканың идара итеү системаһына мөһим үҙгәрештәр индерелде. Яңы бурыстарға ярашлы, БР хөкүмәте премьер-министры итеп Александр Шельдяев тәғәйенләнде, ә Андрей Назаровтың республика Ҡоролтайына күсеүе яңы ҡануни башланғыстарҙы үҫтерергә ярҙам итәсәк», — тине Илфат Сәмсетдинов.
Фото: Илфат Сәмсетдинов

Эксперт октябрь айының федераль кимәлдәге лә, халыҡ-ара кимәлдәге лә ваҡиғаларға бай булыуын билдәләне. Ул 21-22 октябрҙә Радий Хәбиров етәкселегендәге делегацияның Үзбәкстанға барыуын һыҙыҡ өҫтөнә алды. Ташкент өлкәһендә башҡорт-үзбәк индустриаль технологиялар паркын булдырыу төп ваҡиға булды. Проектҡа инвестициялар яҡынса 1 миллиард һум тәшкил итә, төп маҡсат — экспорттан глобаль етештереүгә күсеү.

Шулай уҡ, эксперттың һүҙҙәренсә, «Алтын көҙ» күргәҙмәһендә төбәктең ҡаҙаныштарын билдәләү ыңғай күренеш булды. Ил хөкүмәте рәйесе Михаил Мишустин республиканың стендын ҡараны. Башҡорт компаниялары селекция эшен тиҙләтеү мөмкинлеге биргән үҙенсәлекле аппарат-программа системаһын тәҡдим итте. Мишустин был проектты маҡтап телгә алды.



Автор: Инсаф Хужабирганов / Источник


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Өфө мэрияһында тағы ике чиновник вазифаһын ҡалдырҙы

Өфө мэрияһында тағы ике чиновник вазифаһын ҡалдырҙы 10.11.2026 // Сәйәсәт

Өфө мэрияһында тағы ике чиновник вазифаһын ҡалдырҙы...

Тотош уҡырға 1

Башҡортостан Башлығы Тура бәйләнештең файҙаһын төп критерий булыуын белдерҙе

Башҡортостан Башлығы Тура бәйләнештең файҙаһын төп критерий булыуын белдерҙе 09.11.2026 // Сәйәсәт

Шаршамбы, 11 ноябрҙә, БР Башлығы менән Тура бәйләнеш була. Әле сараға әҙерлек бара. Халыҡ әүҙемлек ......

Тотош уҡырға 3

Илнур Хәтмуллин Ҡалтасы районы хакимиәте башлығы вазифаһын башҡарыусы итеп тәғәйенләнде

Илнур Хәтмуллин Ҡалтасы районы хакимиәте башлығы вазифаһын башҡарыусы итеп тәғәйенләнде 09.11.2026 // Сәйәсәт

Илнур Хәтмуллин Ҡалтасы районы хакимиәте башлығы вазифаһын башҡарыусы итеп тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 2

Радий Хәбиров йәмәғәтсе Анатолий Дубовскийҙы Халыҡтар дуҫлығы ордены менән бүләкләне

Радий Хәбиров йәмәғәтсе Анатолий Дубовскийҙы Халыҡтар дуҫлығы ордены менән бүләкләне 09.11.2026 // Сәйәсәт

Радий Хәбиров йәмәғәтсе Анатолий Дубовскийҙы Халыҡтар дуҫлығы ордены менән бүләкләне...

Тотош уҡырға 1

Мутлашыусылар Башҡортостан премьер-министрының ялған аккаунтын булдырған

Мутлашыусылар Башҡортостан премьер-министрының ялған аккаунтын булдырған 06.11.2026 // Сәйәсәт

Министрҙар кабинетының яңы етәксеһе тирәләй ысын мәғлүмәт һуғышы бара....

Тотош уҡырға 7

«Патриот» паркында иман йорттарына ярым ай һәм тәре урынлаштырылды

«Патриот» паркында иман йорттарына ярым ай һәм тәре урынлаштырылды 05.11.2026 // Сәйәсәт

«Патриот» паркында иман йорттарына ярым ай һәм тәре урынлаштырылды...

Тотош уҡырға 5

Ҡала советында Өфө мэры вазифаһына кандидаттар билдәләнде

Ҡала советында Өфө мэры вазифаһына кандидаттар билдәләнде 30.10.2026 // Сәйәсәт

Ҡала советында Өфө мэры вазифаһына кандидаттар билдәләнде...

Тотош уҡырға 7

Рәмил Абдуллин рәсми рәүештә Ишембай районы башлығы итеп тәғәйенләнде

Рәмил Абдуллин рәсми рәүештә Ишембай районы башлығы итеп тәғәйенләнде 30.10.2026 // Сәйәсәт

Рәмил Абдуллин рәсми рәүештә Ишембай районы башлығы итеп тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 6

Мәсетле районы башлығы Әнис Әсәҙуллин отставкаға китте

Мәсетле районы башлығы Әнис Әсәҙуллин отставкаға китте 28.10.2026 // Сәйәсәт

Мәсетле районы башлығы Әнис Әсәҙуллин отставкаға китте...

Тотош уҡырға 7

Наил Фәррәхов Башҡортостандың Конституция советы ағзаһы итеп тәғәйенләнде

Наил Фәррәхов Башҡортостандың Конституция советы ағзаһы итеп тәғәйенләнде 28.10.2026 // Сәйәсәт

Наил Фәррәхов Башҡортостандың Конституция советы ағзаһы итеп тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 8

Радий Хәбиров «Һәр өсөнсө» концерт-реквиемында булды

Радий Хәбиров «Һәр өсөнсө» концерт-реквиемында булды 28.10.2026 // Сәйәсәт

Радий Хәбиров «Һәр өсөнсө» концерт-реквиемында булды...

Тотош уҡырға 8

Ирина Сухарева — Башкортостанда Бала хоҡуҡтары буйынса вәкил

Ирина Сухарева — Башкортостанда Бала хоҡуҡтары буйынса вәкил 27.10.2026 // Сәйәсәт

Бөгөн, 27 октябрҙә, Башҡортостан Дәүләт Йыйылышының 37-се ултырышында депутаттар Ирина Рауил ҡыҙы ......

Тотош уҡырға 9