Илнур Хәтмуллин Ҡалтасы районы хакимиәте башлығы вазифаһын башҡарыусы итеп тәғәйенләнде 09.11.2026 // Сәйәсәт
Илнур Хәтмуллин Ҡалтасы районы хакимиәте башлығы вазифаһын башҡарыусы итеп тәғәйенләнде...
Шаршамбы, 11 ноябрҙә, БР Башлығы менән Тура бәйләнеш була. Әле сараға әҙерлек бара. Халыҡ әүҙемлек күрһәтә.

— Бөтәһе лә бәйләнештә булһындар, — тине Радий Хәбиров хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә. — Был ниндәйҙер ритуал түгел, ә проблеманы хәл итеү ысулы. Кешеләргә һорау бирергә мөмкинлек булдырырға тырышырға кәрәк. Башлыҡтар халыҡты борсоған мәсьәләләрҙең асылын аңларға тейеш.
Республика етәксеһе мөрәжәғәттәрҙең йомғаҡтары буйынса миҫалдар килтерергә ҡушты.
БР Башлығының социаль коммуникациялар буйынса идаралығы начальнигы Елена Прочаковская белдереүенсә, быйылғы Тура бәйләнеш алтынсыһы. Елена Анатольевна аныҡ миҫалдар килтерҙе. Иглиндең «Йондоҙло» биҫтәһендә балалар һәм спорт майҙансыҡтары, Белорет районының Шушпа ауылында күпер төҙөлгән, Октябрь районының Московка биҫтәһендә йәмәғәт мәҙәни үҙәге асылған, Өфөлә «Орион» ижад һарайы яңыртылған, Рощинский ауылында һыу менән тәьмин итеү яйға һалынған.
2025 йылда 9,5 меңдән ашыу һорау килгән. Иң борсоған темалар – юлдар, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ һәм төҙөкләндереү. Һаулыҡ һаҡлау буйынса мәсьәләләрҙең 94 проценты хәл ителгән. Шулай уҡ ҡалдыҡтар менән эш итеү һәм ауыл хужалығы менән бәйле мөрәжәғәттәрҙең күбеһе иғтибарға алынған. Мөрәжәғәттәрҙең бер өлөшө ҡарала, әммә уларҙың барыһы ла контролдә тотола.
Республика Башлығы ҡушыуы буйынса күсмә студияларҙың яңы форматы эшләй башланы, улар күп кенә муниципалитеттарҙы йөрөп сыҡты. Быйыл ҡабул ителгән киҫкен мәсьәләләрҙең бер өлөшө әҙерлек барышында уҡ хәл ителде.
2026 йылда Тура бәйләнешкә юлдар (17,2%), торлаҡ-коммуналь хужалыҡ (12%) һәм социаль хеҙмәтләндереү (9,5%) буйынса һорауҙар күп килә. Артабан иһә һаулыҡ һаҡлау (8,8%), транспорт (7,6%), төҙөкләндереү (6,4%), мәғариф (5,7%) һәм МХО (5%) темалары.
Видеоһорауҙарҙы 10 ноябргә киске сәғәт 7-гә тиклем Дәүләт хеҙмәттәре, БР Башлығы сайты, социаль селтәрҙәрҙә чат-боттар аша йәки 218-19-19 телефоны аша бирергә мөмкин.
Илнур Хәтмуллин Ҡалтасы районы хакимиәте башлығы вазифаһын башҡарыусы итеп тәғәйенләнде 09.11.2026 // Сәйәсәт
Илнур Хәтмуллин Ҡалтасы районы хакимиәте башлығы вазифаһын башҡарыусы итеп тәғәйенләнде...
Радий Хәбиров йәмәғәтсе Анатолий Дубовскийҙы Халыҡтар дуҫлығы ордены менән бүләкләне 09.11.2026 // Сәйәсәт
Радий Хәбиров йәмәғәтсе Анатолий Дубовскийҙы Халыҡтар дуҫлығы ордены менән бүләкләне...
Мутлашыусылар Башҡортостан премьер-министрының ялған аккаунтын булдырған 06.11.2026 // Сәйәсәт
Министрҙар кабинетының яңы етәксеһе тирәләй ысын мәғлүмәт һуғышы бара....
«Патриот» паркында иман йорттарына ярым ай һәм тәре урынлаштырылды 05.11.2026 // Сәйәсәт
«Патриот» паркында иман йорттарына ярым ай һәм тәре урынлаштырылды...
Ҡала советында Өфө мэры вазифаһына кандидаттар билдәләнде 30.10.2026 // Сәйәсәт
Ҡала советында Өфө мэры вазифаһына кандидаттар билдәләнде...
Рәмил Абдуллин рәсми рәүештә Ишембай районы башлығы итеп тәғәйенләнде 30.10.2026 // Сәйәсәт
Рәмил Абдуллин рәсми рәүештә Ишембай районы башлығы итеп тәғәйенләнде...
Мәсетле районы башлығы Әнис Әсәҙуллин отставкаға китте 28.10.2026 // Сәйәсәт
Мәсетле районы башлығы Әнис Әсәҙуллин отставкаға китте...
Наил Фәррәхов Башҡортостандың Конституция советы ағзаһы итеп тәғәйенләнде 28.10.2026 // Сәйәсәт
Наил Фәррәхов Башҡортостандың Конституция советы ағзаһы итеп тәғәйенләнде...
Радий Хәбиров «Һәр өсөнсө» концерт-реквиемында булды 28.10.2026 // Сәйәсәт
Радий Хәбиров «Һәр өсөнсө» концерт-реквиемында булды...
Ирина Сухарева — Башкортостанда Бала хоҡуҡтары буйынса вәкил 27.10.2026 // Сәйәсәт
Бөгөн, 27 октябрҙә, Башҡортостан Дәүләт Йыйылышының 37-се ултырышында депутаттар Ирина Рауил ҡыҙы ......
Республикала депутаттар Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкилде раҫланы 27.10.2026 // Сәйәсәт
Бөгөн, 27 октябрҙә, Башҡортостан Дәүләт Йыйылышының 37-се ултырышында депутаттар Руслан Зәйнуллинды ......
Башҡортостан депутаттары Шельдяевтың премьер вазифаһына кандидатураһын хупланы 27.10.2026 // Сәйәсәт
Бөгөн Өфөлә утыҙ етенсе пленар ултырышта республика Дәүләт Йыйылышы депутаттары Александр ......