Шаршамбы, 11 ноябрҙә, БР Башлығы менән Тура бәйләнеш була. Әле сараға әҙерлек бара. Халыҡ әүҙемлек күрһәтә.

— Бөтәһе лә бәйләнештә булһындар, — тине Радий Хәбиров хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә. — Был ниндәйҙер ритуал түгел, ә проблеманы хәл итеү ысулы. Кешеләргә һорау бирергә мөмкинлек булдырырға тырышырға кәрәк. Башлыҡтар халыҡты борсоған мәсьәләләрҙең асылын аңларға тейеш.
Республика етәксеһе мөрәжәғәттәрҙең йомғаҡтары буйынса миҫалдар килтерергә ҡушты.
БР Башлығының социаль коммуникациялар буйынса идаралығы начальнигы Елена Прочаковская белдереүенсә, быйылғы Тура бәйләнеш алтынсыһы. Елена Анатольевна аныҡ миҫалдар килтерҙе. Иглиндең «Йондоҙло» биҫтәһендә балалар һәм спорт майҙансыҡтары, Белорет районының Шушпа ауылында күпер төҙөлгән, Октябрь районының Московка биҫтәһендә йәмәғәт мәҙәни үҙәге асылған, Өфөлә «Орион» ижад һарайы яңыртылған, Рощинский ауылында һыу менән тәьмин итеү яйға һалынған.
2025 йылда 9,5 меңдән ашыу һорау килгән. Иң борсоған темалар – юлдар, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ һәм төҙөкләндереү. Һаулыҡ һаҡлау буйынса мәсьәләләрҙең 94 проценты хәл ителгән. Шулай уҡ ҡалдыҡтар менән эш итеү һәм ауыл хужалығы менән бәйле мөрәжәғәттәрҙең күбеһе иғтибарға алынған. Мөрәжәғәттәрҙең бер өлөшө ҡарала, әммә уларҙың барыһы ла контролдә тотола.
Республика Башлығы ҡушыуы буйынса күсмә студияларҙың яңы форматы эшләй башланы, улар күп кенә муниципалитеттарҙы йөрөп сыҡты. Быйыл ҡабул ителгән киҫкен мәсьәләләрҙең бер өлөшө әҙерлек барышында уҡ хәл ителде.
2026 йылда Тура бәйләнешкә юлдар (17,2%), торлаҡ-коммуналь хужалыҡ (12%) һәм социаль хеҙмәтләндереү (9,5%) буйынса һорауҙар күп килә. Артабан иһә һаулыҡ һаҡлау (8,8%), транспорт (7,6%), төҙөкләндереү (6,4%), мәғариф (5,7%) һәм МХО (5%) темалары.
Видеоһорауҙарҙы 10 ноябргә киске сәғәт 7-гә тиклем Дәүләт хеҙмәттәре, БР Башлығы сайты, социаль селтәрҙәрҙә чат-боттар аша йәки 218-19-19 телефоны аша бирергә мөмкин.