Эдгарс СКУЯ: "Ерҙәштәрем хаҡында хәбәрҙармын"28.03.2012
Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Латвия Республикаһының Рәсәй Федерацияһындағы Ғәҙәттән тыш һәм Тулы хоҡуҡлы илсеһе Эдгарс Скуя етәкселегендәге Латвия Республикаһы делегацияһы менән осрашты.
Уның барышында ике төбәк араһында тауар әйләнешен үҫтереү мәсьәләләре, хеҙмәттәшлек итеүҙең отошло йүнәлештәре тикшерелде.
Рөстәм Хәмитов ҡунаҡтарҙы республиканың 2011 йылдағы эшмәкәрлеге һөҙөмтәләре менән таныштырҙы, төбәктә еңел сәнәғәт һәм туризм кеүек яңы йүнәлештәрҙе үҫтереү йәһәтенән әүҙем эш алып барылыуын билдәләне. Башҡортостандың ауыл хужалығы тармағында тос уңыштары барлығын, әммә эшмәкәрлекте тағы ла көсәйтеү кәрәклеген һыҙыҡ өҫтөнә алды.
– Былтырғы һөҙөмтәләр буйынса республика Рәсәй Федерацияһының ауыл хужалығы тауарҙарын етештереүсе төп биш төбәге иҫәбенә инде, – тине Рөстәм Зәки улы. – Тимәк, Башҡортостан яҡшы үҫешә. Быйылғы тәүге ике айҙа ла тиҙлекте юғалтманыҡ – етештереү сәнәғәте алға бара.
Президент инвесторҙарҙы йәлеп итеү йәһәтенән республика ҡануниәтен камиллаштырыу, улар өсөн төбәктә льготалы шарттар тыуҙырыу тураһында ла әйтеп үтте.
Милли сәйәсәткә килгәндә, Башҡортостан тыныс, төрлө милләт халыҡтары элек-электән дуҫ һәм татыу йәшәгән төбәк булараҡ билдәле. Республикала 1,5 мең самаһы латыш милләте вәкиле бар, Архангел районының Максим Горький ауылында латыш тарихи-мәҙәни үҙәге уңышлы эшләй. Быйыл бында мәҙәниәт йортона ремонт үткәреләсәк.
Эдгарс Скуя Башҡортостанда йәшәгән милләттәштәренең тормошо хаҡында хәбәрҙар булыуын, бынан бер нисә йыл элек Башҡортостанда Лиго латыш халыҡ байрамында ҡатнашыуын әйтеп үтте.
– Башҡорттар, татарҙар, урыҫтар, латыштар бергә байрам иткәнен күреп, мин бик ҡыуанғайным. Латыш мәктәбенең эшләп килеүе лә республика етәкселегенең ярҙамында тормошҡа ашырылғанлығын беләм. Бының өсөн айырым рәхмәтемде белдерәм, – тине ул.
Г. РӘСҮЛЕВА.


Вернуться назад