Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Сәйәсәт » Әҙерлек тамамлана
Өфөлә Башҡортостан Үҙәк һайлау комиссияһы етәкселеге, республиканың ҡала һәм район Советтары секретарҙары, территориаль һайлау комиссиялары рәйестәре, шулай уҡ республика буйынса Эске эштәр министрлығы, Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығы вәкилдәре Дәүләт Думаһына һайлауға әҙерлеккә бәйле мәсьәләләрҙе тикшерҙе.
Һайлау кампанияһы тамамланыуға табан бара. Тауыш биреү көнө алдынан ойоштороусылар һайлау участкаларының әҙерлеген генә түгел, уларҙың һаҡланғанлығын, янғын хәүефһеҙлеге, автономлы электр резерв сығанаҡтары менән тәьмин итеү кимәлен, участкаларға илткән юл торошон да тикшерҙе. Кәңәшмәлә Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығының йәмәғәт тәртибен һаҡлау полицияһы начальнигы урынбаҫары, полиция полковнигы Александр Попов һәм Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының республика буйынса Баш идаралығы начальнигы урынбаҫары Марат Латипов сығыш яһаны. Улар һайлау участкаларын тикшереү һөҙөмтәләре менән таныштырҙы.
Александр Попов территориаль һайлау комиссиялары рәйестәрен килеп тыуған барлыҡ мәсьәләләр буйынса Эске эштәр министрлығының Көстәр менән идара итеү үҙәгенә мөрәжәғәт итергә саҡырҙы. Үҙәк 1 декабрҙән тәүлек әйләнәһенә эшләйәсәк. Эште көйләү өсөн 2 декабрҙән һәр территориаль бүлектә министрлыҡтың Үҙәк аппараты вәкиле эшләйәсәк.
Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Хәйҙәр Вәлиев тауыш биреү көнө алдынан әҙерлек эшенә йомғаҡ яһаны һәм һайлау комиссияларының 4 декабрҙәге эш графигын ентекләп аңлатты.
Әйткәндәй, һайлау алдынан республиканың Үҙәк һайлау комиссияһы дөйөм өс система күнекмәһе үткәрҙе. Уның барышында “Һайлау” дәүләт автоматлаштырылған системаһының әҙерлеге тикшерелде. Бөгөн старт алды виртуаль тауыш биреү уҙғарыласаҡ, ә 29 ноябрҙә Рәсәй Федерацияһының Үҙәк һайлау комиссияһы төбәк һайлау комиссиялары менән селектор кәңәшмәһе үткәрә. Унда һуңғы тапҡыр әҙерлек эштәре тикшереләсәк.
Марина ШУМИЛОВА.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Тура бәйләнеш Радий Хәбировҡа ышаныстың юғары булыуын күрһәтте

Тура бәйләнеш Радий Хәбировҡа ышаныстың юғары булыуын күрһәтте 12.11.2026 // Сәйәсәт

Тура бәйләнеш Радий Хәбировҡа ышаныстың юғары булыуын күрһәтте...

Тотош уҡырға 2

Шайморатов исемендәге батальон командиры Донецк Халыҡ Республикаһының юғары наградаһы менән бүләкләнгән

Шайморатов исемендәге батальон командиры Донецк Халыҡ Республикаһының юғары наградаһы менән бүләкләнгән 12.11.2026 // Сәйәсәт

Миңлеғәле Шайморатов исемендәге батальон командирына Донецк Халыҡ Республикаһы Геройы исеме ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостан Башлығы Тура бәйләнеште башланы

Башҡортостан Башлығы Тура бәйләнеште башланы 11.11.2026 // Сәйәсәт

Башҡортостан Башлығы Тура бәйләнеште башланы...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан Башлығы төбәк етәкселәре рейтингында 13-сө урынға күтәрелде

Башҡортостан Башлығы төбәк етәкселәре рейтингында 13-сө урынға күтәрелде 10.11.2026 // Сәйәсәт

Башҡортостан Башлығы төбәк етәкселәре рейтингында 13-сө урынға күтәрелде...

Тотош уҡырға 3

Өфө мэрияһында тағы ике чиновник вазифаһын ҡалдырҙы

Өфө мэрияһында тағы ике чиновник вазифаһын ҡалдырҙы 10.11.2026 // Сәйәсәт

Өфө мэрияһында тағы ике чиновник вазифаһын ҡалдырҙы...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан Башлығы Тура бәйләнештең файҙаһын төп критерий булыуын белдерҙе

Башҡортостан Башлығы Тура бәйләнештең файҙаһын төп критерий булыуын белдерҙе 09.11.2026 // Сәйәсәт

Шаршамбы, 11 ноябрҙә, БР Башлығы менән Тура бәйләнеш була. Әле сараға әҙерлек бара. Халыҡ әүҙемлек ......

Тотош уҡырға 3

Илнур Хәтмуллин Ҡалтасы районы хакимиәте башлығы вазифаһын башҡарыусы итеп тәғәйенләнде

Илнур Хәтмуллин Ҡалтасы районы хакимиәте башлығы вазифаһын башҡарыусы итеп тәғәйенләнде 09.11.2026 // Сәйәсәт

Илнур Хәтмуллин Ҡалтасы районы хакимиәте башлығы вазифаһын башҡарыусы итеп тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 2

Радий Хәбиров йәмәғәтсе Анатолий Дубовскийҙы Халыҡтар дуҫлығы ордены менән бүләкләне
Мутлашыусылар Башҡортостан премьер-министрының ялған аккаунтын булдырған

Мутлашыусылар Башҡортостан премьер-министрының ялған аккаунтын булдырған 06.11.2026 // Сәйәсәт

Министрҙар кабинетының яңы етәксеһе тирәләй ысын мәғлүмәт һуғышы бара....

Тотош уҡырға 8

«Патриот» паркында иман йорттарына ярым ай һәм тәре урынлаштырылды

«Патриот» паркында иман йорттарына ярым ай һәм тәре урынлаштырылды 05.11.2026 // Сәйәсәт

«Патриот» паркында иман йорттарына ярым ай һәм тәре урынлаштырылды...

Тотош уҡырға 7

Ҡала советында Өфө мэры вазифаһына кандидаттар билдәләнде

Ҡала советында Өфө мэры вазифаһына кандидаттар билдәләнде 30.10.2026 // Сәйәсәт

Ҡала советында Өфө мэры вазифаһына кандидаттар билдәләнде...

Тотош уҡырға 7

Рәмил Абдуллин рәсми рәүештә Ишембай районы башлығы итеп тәғәйенләнде

Рәмил Абдуллин рәсми рәүештә Ишембай районы башлығы итеп тәғәйенләнде 30.10.2026 // Сәйәсәт

Рәмил Абдуллин рәсми рәүештә Ишембай районы башлығы итеп тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 6


Комментарий өҫтәргә