Әҙерлек тамамлана24.11.2011
Өфөлә Башҡортостан Үҙәк һайлау комиссияһы етәкселеге, республиканың ҡала һәм район Советтары секретарҙары, территориаль һайлау комиссиялары рәйестәре, шулай уҡ республика буйынса Эске эштәр министрлығы, Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығы вәкилдәре Дәүләт Думаһына һайлауға әҙерлеккә бәйле мәсьәләләрҙе тикшерҙе.
Һайлау кампанияһы тамамланыуға табан бара. Тауыш биреү көнө алдынан ойоштороусылар һайлау участкаларының әҙерлеген генә түгел, уларҙың һаҡланғанлығын, янғын хәүефһеҙлеге, автономлы электр резерв сығанаҡтары менән тәьмин итеү кимәлен, участкаларға илткән юл торошон да тикшерҙе. Кәңәшмәлә Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығының йәмәғәт тәртибен һаҡлау полицияһы начальнигы урынбаҫары, полиция полковнигы Александр Попов һәм Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының республика буйынса Баш идаралығы начальнигы урынбаҫары Марат Латипов сығыш яһаны. Улар һайлау участкаларын тикшереү һөҙөмтәләре менән таныштырҙы.
Александр Попов территориаль һайлау комиссиялары рәйестәрен килеп тыуған барлыҡ мәсьәләләр буйынса Эске эштәр министрлығының Көстәр менән идара итеү үҙәгенә мөрәжәғәт итергә саҡырҙы. Үҙәк 1 декабрҙән тәүлек әйләнәһенә эшләйәсәк. Эште көйләү өсөн 2 декабрҙән һәр территориаль бүлектә министрлыҡтың Үҙәк аппараты вәкиле эшләйәсәк.
Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Хәйҙәр Вәлиев тауыш биреү көнө алдынан әҙерлек эшенә йомғаҡ яһаны һәм һайлау комиссияларының 4 декабрҙәге эш графигын ентекләп аңлатты.
Әйткәндәй, һайлау алдынан республиканың Үҙәк һайлау комиссияһы дөйөм өс система күнекмәһе үткәрҙе. Уның барышында “Һайлау” дәүләт автоматлаштырылған системаһының әҙерлеге тикшерелде. Бөгөн старт алды виртуаль тауыш биреү уҙғарыласаҡ, ә 29 ноябрҙә Рәсәй Федерацияһының Үҙәк һайлау комиссияһы төбәк һайлау комиссиялары менән селектор кәңәшмәһе үткәрә. Унда һуңғы тапҡыр әҙерлек эштәре тикшереләсәк.
Марина ШУМИЛОВА.


Вернуться назад