Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә 15.09.2026 // Йәмғиәт
Баш ҡала үҙәгендәге иң тығыҙ участкаларҙың береһендә сикләү өс көн ғәмәлдә була. Водителдәргә урау ......
Башҡортостанды яратты һәм көслө лидер ине: Мортаза Рәхимов ниндәй кеше булып хәтерҙә ҡалды
Бөгөн, 7 февралдә, Башҡортостандың беренсе президенты Мортаза Рәхимовҡа 91 йәш тулыр ине. Республикала уның ҡаҙаныштарын онотмайҙар.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 2023 йылдың 13 февралендә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Мортаза Ғөбәйҙулла улы Рәхимовтың хәтерен мәңгеләштереү тураһында указға ҡул ҡуйғайны.
Былтыр 7 февралдә Өфөлә Башҡортостандың беренсе президентына һәйкәл асыу тантанаһы уҙҙы. Ул республика Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай ҡаршыһында ҡуйылды. Монументтың авторы – Рәсәй Геройы, генерал-майор Миңлеғәле Шайморатов һәйкәлен эшләгән скульптор, Рәсәйҙең халыҡ рәссамы Салауат Щербаков.
«Ошо һәйкәл тураһында ҡарар ҡабул иткәс, беҙ уның Мортаза Ғөбәйҙулла улын юғары дәрәжәле чиновник итеп кенә түгел, ә иң элек Тыуған илен ихлас яратҡан кеше итеп күрһәтеүен теләнек. Хис-тойғолар, ҡапма-ҡаршылыҡтар менән тулы кеше. Ләкин, иң мөһиме, үҙ халҡына фиҙакәр хеҙмәт иткән кеше итеп.
Әлеге идея нисек барлыҡҡа килде һуң? Был осраҡ Мортаза Ғөбәйҙулла улының характерын күрһәтә. 2003 йыл, һайлау кампанияһы бара. Мин уның янына килдем дә: «Һеҙҙе фотоға төшөрөргә ине, агитация материалдары өсөн фотоғыҙ юҡ», - тинем. Ул миңә: «Бар, ҡамасаулама, төшмәйем», - тине. Шулай ҙа мин уны күндерҙем, һәм ул ризалашты. Фотограф саҡырҙым. «Бер сәғәт ваҡыт кәрәк», - тинем. Ул миңә: «Һинең биш минутың бар", - тине. Беҙ фотограф менән президенттан пинжәген иңенә һалыуын һораныҡ. Бына шундай образ килеп сыҡты. Минеңсә, ул бар ғүмерен хеҙмәткә арнаған кешененең шәхесен бик яҡшы сағылдыра», - тигәйне Радий Хәбиров Мортаза Рәхимовҡа һәйкәл асыу тантанаһында.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Өфөлә Мортаза Ғөбәйҙулла улы Рәхимов йәшәгән һәм эшләгән ике йортта (Энгельс һәм Беренсе май урамдарында) мемориаль таҡтаташтар ҡуйылды
Башҡортостандың Фәндәр академияһы республиканың беренсе президенты тураһында биографик энциклопедия сығарҙы. Ә Өфөлә Радий Хәбировтың шәхси ҡарары менән республиканың беренсе президенты төҙөй башлаған «Әр-Рәхим» мәсете төҙөлөшө тергеҙелде.
Ләкин иң мөһиме, Мортаза Ғөбәйҙулла улы тураһындағы хәтер республика халҡының йөрәгендә йәшәй.
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров үҙен Мортаза Рәхимовты үҙенең уҡытыусыһы тип иҫәпләгән кешеләр төркөмөнә ҡарай:
«Беҙҙең быуын кешеләренең күптәре — идарасылар — уның нисек идара итеүен, үҙ эшенә нисек ҡарауын күреп үҫте. Йыш ҡына шулай була торғайны: иртәнсәк тышта ҡараңғы әле, ә уның уты яна. Кискеһен ҡараңғы төшкән, ә уның һаман уты яна. Ул йәкшәмбе, дүшәмбе, байрам көндәрендә лә эш менән йәшәне. Мин уның хакимиәте етәксеһе булып эшләгән ваҡытта яңы йыл байрамы алдынан, 31 декабрҙә хушлаштыҡ, бер-беребеҙҙе ҡотланыҡ. «Мин ҡайттым?» — тием уға. «Ярай, иртәгә төшкө ашта осрашырбыҙ», — тине. 1 ғинуарҙа! Бына шундай кеше ине ул».
Республиканың беренсе етәксеһе менән бәхилләшергә Владимир Путин да килде.
«Мортаза Ғөбәйҙулла улын шәхсән белә инем, йылы мөнәсәбәттә булдыҡ. Ул республиканы Рәсәй Федерацияһы субъекты сифатында үҫтереүгә тос өлөш индерҙе һәм уйланылған милли сәйәсәт алып барҙы, һис бер арттырыуһыҙ Рәсәй тарихының һынылышлы этабында мөһим роль уйнаны», тине Рәсәй президенты Владимир Путин.
Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә 15.09.2026 // Йәмғиәт
Баш ҡала үҙәгендәге иң тығыҙ участкаларҙың береһендә сикләү өс көн ғәмәлдә була. Водителдәргә урау ......
Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды 14.09.2026 // Йәмғиәт
Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Хәйбулла районы Аҡъяр ауылының 3-сө «Шатлыҡ» ......
Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр 14.09.2026 // Йәмғиәт
Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр...
Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө 14.09.2026 // Йәмғиәт
Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө...
Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды 14.09.2026 // Йәмғиәт
Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды...
Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә 14.09.2026 // Йәмғиәт
Граждандарҙан маршрутты планлаштырғанда ошо мәғлүмәтте иҫәпкә алыуҙарын һорайҙар....
Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте 14.09.2026 // Йәмғиәт
Киләһе өс көндә республика биләмәһендә йылы һәм ҡайһы берҙә ямғырлы һауа торошо һаҡлана, тип хәбәр ......
Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде 11.09.2026 // Йәмғиәт
Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде...
Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды 11.09.2026 // Йәмғиәт
Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды...
Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла 11.09.2026 // Йәмғиәт
Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла...
«Атайсал»дың көсө ниҙә? 11.09.2026 // Йәмғиәт
Бына биш йыл инде республикала «Атайсал» проекты бойомға ашырыла, ул бөтәһенә лә тыуған төйәкте ......
Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы 10.09.2026 // Йәмғиәт
Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы...