Сирҙәрҙе иҫкәртеү, хеҙмәтләндереү сифаты, яңы бина, заманса ҡорамалдар... Медицина тармағындағы проблемаларҙың һәр ваҡыт көнүҙәк булып ҡалыуын, әйтмәһәк тә, һәр кем аңлап-белеп тора: белгестәргә яҙылыу, тар йүнәлешле табиптарға эләгеү, медицина страховкаһына ярашлы, тикшеренеүҙәрҙе бушлай үтеү – ҡатмарлы мәсьәлә. Кем дауахана-поликлиникалар юлын тапап, яҡындарының йәки үҙенең һаулығын хәстәрләгән, шул инҡар итмәҫ: әлегә беҙҙең йәмғиәттә халыҡҡа медицина ярҙамы күрһәтеү, был тармаҡ хеҙмәткәрҙәренең һәм пациенттарҙың үҙ-ара аралашыу кимәле камиллыҡтан ифрат йыраҡта.
Күптәргә таныш күренеш...Яңыраҡ танышым әсәһен алыҫ райондарҙың береһенән Республика онкология диспансерына тикшереүгә килтерҙе. Эш былай башланған. Өлкән йәштәге апайҙың тәнендә шешек хасил булғас, ул район поликлиникаһына барған. Тикшеренеүҙе терапевтан башлаған, анализдар тапшырған. Бер ни асыҡлай алмаған был белгестең кәңәше буйынса невролог, гинеколог, хирургка ла барған, УЗИ, рентген үткән, әммә диагноз ҡуйылмаған. “Беҙҙә башҡа мөмкинлек юҡ, ҡалаға барып ҡара”, – тип кәңәш иткән урындағы табип.
Аптыраған апай яҡындағы ҡалаға йүнәлтмә юллаған, әммә көн әрәм итеп, оҙон сират үтеп ҡайтыуы ла бушҡа булған: баҡһаң, унда ла тар белгестәр һәм заманса ҡорамалдар юҡ... Унан һуң тағы урындағы поликлиника юлын бер нисә тапҡыр тапап, Республика онкология диспансерына йүнәлтмә алып, Өфөгә килеп еткән апай.
Ләкин табиптарға анһат ҡына эләгермен тимә. Беренсенән, анализдар. Ғөмүмән, республика кимәлендәге медицина учреждениеларының барыһында ла, ҡәҙимгеләре менән бер рәттән, ВИЧ, гепатит кеүек ҡурҡыныс сирҙәргә лә анализ һөҙөмтәләрен талап итәләр. Улар яңы ғына тапшырылған булырға тейеш. Райондан килгән кеше, әгәр урында өлгөрмәгән йәки белмәгән икән, анализды бер көн эсендә ҡайҙа, нисек бирергә тейеш? Әлбиттә, түләүле лабораторияларҙа. Тиҙерәк булһын тиһәң, аҡса һанап тормайһың – шул ғына.
Икенсенән, онкология диспансерындағы сират – һыу буйы. Биш ҡатлы иҫке бинаның тәүге ҡатында урынлашҡан поликлиникала мәхшәр: олоһо ла, йәше лә ошонда, ултырырға түгел, хатта баҫып торорға ла урын тар. Былай ҙа сирләп, йонсоп йөрөгән кешеләргә республика учреждениеһындағы матди шарттар, әлбиттә, ауыр кисереш кенә өҫтәй – башҡа ни әйтәһең? Сәғәттәр буйы ултырғандан һуң табипҡа эләгергә була, мәгәр белгес учреждениеның төрлө ҡаттарында урынлашҡан төрлө ҡорамалдарҙа тикшереү үтергә ебәрһә (ә был ғәмәл мотлаҡ), мәхшәр тағы ҡабатланасаҡ: аппараттар иҫәпле, ә кеше күп. Тағы сират көтөргә, тимәк... Үтеп өлгөрһәң – шәп, кире осраҡта – иртәгәһенә шул уҡ хәлгә әҙер тор. Бына ошолай йөрөгәндән һуң ҡәһәрле сиргә генә түгел, бар донъяға асыуланып ҡайтып китә бәғзеләр.
Ошо күренеш һеҙгә танышмы? Күптәр ризалашыр, тип уйлайым.
Башлыҡтар яуап бирәсәкӘлбиттә, медицина тармағындағы проблемаларҙың күптән киҫкенләшкәнен, уларҙы кисекмәҫтән хәл итергә кәрәклеген власть органдарында яҡшы аңлайҙар. Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров һаулыҡ һаҡлау өлкәһе мәсьәләләрен иң мөһим ижтимағи проблемалар рәтенә ҡуйыуын күптән түгел Республика йортонда үткәргән кәңәшмәһендә йәнә берҙе билдәләп, халыҡҡа медицина ярҙамы күрһәтеүгә һәм уның сифатына ҡағылышлы мәсьәләләрҙе күтәрҙе.
Башҡортостан Хөкүмәте ағзалары, муниципалитеттар башлыҡтары, медицина учреждениелары етәкселәре, тармаҡ ветерандары ҡатнашҡан сарала һаулыҡ һаҡлау тармағының матди-техник хәлен нығытыу, кадрҙар мәсьәләһе, дарыуҙар менән тәьмин ителеш, персоналдың коммуникация мәҙәниәтен күтәреү хаҡында һөйләшеү булды. Фекер алышыуҙа медицина учреждениеларын һәр яҡлап ҡеүәтләндереү мөһимлеге билдәләнде. Һүҙ республика кимәлендәге ҙур объекттарҙан башлап яңы биҫтәләрҙәге поликлиникалар (уларҙың етешмәүе бигерәк тә Өфө өсөн хас күренеш), муниципаль райондарҙағы фельдшер-акушерлыҡ пункттары тураһында бара. Уларҙы заманса йыһазландырыу, өр-яңы аппараттар менән тәьмин итеү – киҫкен көнүҙәк мәсьәлә. Был йәһәттән
Радий Хәбиров:
– Һәр етәксене беҙ һаулыҡ һаҡлау өлкәһе менән шөғөлләнеүенә ҡарап та баһалаясаҡбыҙ. Тармаҡтың торошо, ундағы төҙөлөш, ФАП-тарҙың хәле, дарыу һәм кадрҙар менән тәьмин итеү – барыһы ла уларҙың шәхси яуаплылығында, – тип белдерҙе.
Төбәк етәксеһе кадрҙар мәсьәләһенең дә уғата мөһим икәнен билдәләне, уларҙы әҙерләү, республика медицина учреждениеларында ҡалдырыу, лайыҡлы хеҙмәт шарттары булдырыу менән баш табиптар, шулай уҡ муниципалитет башлыҡтары ла шөғөлләнергә тейеш, тине. Өҫтәүенә Радий Фәрит улы муниципалитет биләмәһенә эшкә барған белгесте торлаҡ менән тәьмин итеү, уға матди ярҙам күрһәтеү йәһәтенән юридик аспекттарҙы хәл итергә ҡушты.
Яңы бинаға мохтажлыҡ ҙурҮрҙә телгә алған онкология диспансерына әйләнеп ҡайтайыҡ.
Яман шеш сиренә дусар булғандарҙың йылдан-йыл арта барыуы бер кемгә лә сер түгел. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Башҡортостан был күрһәткес буйынса Рәсәйҙә тәүгеләр иҫәбендә. Былтыр республикала яман шештән 7 262 кеше вафат булған (100 мең кешегә 178,6 кеше тура килә). 2016 йыл менән сағыштырғанда, ошо сәбәптән үлгәндәрҙең һаны быйыл беҙҙә 6,9 процентҡа артҡан.
Иң ныҡ таралған сирҙәр араһында – үпкә, йыуан эсәк, күкрәк биҙҙәре, ашҡаҙан яман шештәре. Был ҡурҡыныс ауырыуҙарҙың таралыу сәбәптәре төрлө, ти республика онкологтары. Шул иҫәптән халыҡтың сәләмәт тормош алып бармауы, үҙ теләге менән диспансерлаштырыу үтергә теләмәүе, ваҡытында тикшерелмәүе лә насар сирҙәрҙең аҙыуына килтерә. Ғөмүмән, беҙҙең йәмғиәттә иҫкәртеү медицинаһын һанға һуҡмайҙар, ә сиргә түҙерлек әмәл ҡалмағас ғына табипҡа барыуҙы хуп күрәләр.
...Республика клиник онкология диспансерындағы сират проблемаһы, төҙөлөп ятҡан яңы корпустың хәле буйынса учреждение баш табибының поликлиника бүлеге буйынса урынбаҫары, медицина фәндәре кандидаты, табип-онколог Роберт Рәхимовҡа мөрәжәғәт иттек. Ул сиратҡа бәйле мәхшәрҙең төп сәбәбен поликлиника майҙанының үтә бәләкәй булыуы менән аңлатты:
– Элекке проект буйынса төҙөлгән биш ҡатлы, тар коридорлы, бәләкәй кабинеттарҙан торған бина, әлбиттә, республиканың төрлө төбәктәренән ағылған халыҡты һыйҙыра алмай. Яңы корпус асылғанса, был мәсьәләне мөмкин тиклем ыңғай хәл итергә тырышабыҙ. Әле табиптар иртәнге 8-ҙән киске 6-ға ҡәҙәр эшләһә, тиҙҙән ике сменалы режимға күсергә, хеҙмәтләндереү ваҡытын тағы ике сәғәткә оҙайтырға, шулай уҡ шәмбе көнө лә ҡайһы бер кабинеттарҙа ҡабул итеү ойошторорға уйлайбыҙ.
Норма буйынса, бер табип көнөнә 18 пациентты ҡабул итергә тейеш. Ғәмәлдә иһә беҙҙең һәр белгес аша көнөнө өс тиҫтәнән ашыу кеше үтә. Иң юғары күрһәткес – дөйөм онкологта, шулай уҡ онколог-гинеколог, онколог-проктолог кеүек табиптарға сират ҙур. Шуны әйтергә кәрәк: ни тиклем көсөргәнешле булмаһын, кешеләрҙең алыҫ райондарҙан килгәнен белгән табиптарыбыҙ уларҙы мотлаҡ ҡабул итергә тырыша. Был осраҡта, тәүге тапҡыр күренгәндәрҙән тыш, төрлө ваҡытта сире көсәйеп, ҡабат килгән пациенттарҙы ла иҫәптән сығарырға ярамай.
Әлеге көсөргәнеште, әлбиттә, былтыр төҙөлә башлаған һигеҙ ҡатлы диагностика корпусы еңеләйтәсәк. Унда заманса йыһазландырылған иркен, яҡты кабинеттар буласаҡ, фойела көткән кешеләр өсөн уңайлыҡтар тыуҙырыласаҡ. Әле корпустың барлыҡ ҡаттары ла күтәрелгән, төҙөүселәр бинаның тышҡы яғын тәртипкә килтерә. Унан эске эштәргә тотонасаҡтар. Планға ярашлы, яңы корпус 2019 йылдың аҙағында файҙаланыуға тапшырылырға тейеш.
Икенсе мөһим мәсьәлә: республика дауаханаларында квалификациялы кадрҙарҙың етешмәүе лә көсөргәнеште арттыра. Мәҫәлән, баш ҡаланың алты поликлиникаһында муниципаль-ара онкоүҙәктәр эшләй, уларҙа халыҡты дөйөм онколог ҡабул итә. Әммә үҙҙәрендә тар йүнәлешле белгестәр юҡ, тимәк, асыҡлыҡ кәрәк булһа, пациентты барыбер беҙгә йүнәлтәләр. Райондарҙа иһә хәл тағы ла ҡатмарлыраҡ. Мәҫәлән, ниндәй ҙур Стәрлетамаҡ зонаһында бер онколог эшләһә, Белореттағы муниципаль-ара онкоүҙәктә – шулай уҡ бер белгес, ә Урал аръяғы райондарын хеҙмәтләндерергә тейешле Сибайҙа табип-онколог бөтөнләй юҡ. Һөҙөмтәлә халыҡ йә беҙгә килә, йә Магнитогорск ҡалаһына юллана.
Тармаҡта тағы бер проблема – медицина учреждениеларында заманса ҡорамалдар етешмәй. Район поликлиникаларын әйтеп тораһы ла түгел. Яман шеште диагностикалауҙа мотлаҡ ҡулланылған магнит-резонанс, компьютер томографтары ҙур медицина учреждениеларында ғына бар, шул иҫәптән беҙҙә лә. Әммә аппарат берәү, ә пациенттар күп, тимәк, тағы ла сират тыуа. Тармаҡ проблемаларын эҙмә-эҙлекле хәл иткән осраҡта, был мәсьәләләрҙең барыһын да бөтөрөргә мөмкин, – тине Роберт Рафиҡ улы беҙҙең менән һөйләшеүҙә.
* * *
...Йәшәйешебеҙҙә ниндәй генә мөһим проблемалар булмаһын, уларҙы хәл итеү менән бер рәттән, һаулыҡты хәстәрләү, граждандарҙың сәләмәтлеге һағында тороу – йәмғиәт өсөн иң мөһим ғәмәлдәрҙең береһе. Бының сере ябай: илдең киләсәге халыҡтың именлегенә бәйле, һәм был медицина мәсьәләһе генә түгел, социаль-иҡтисади, сәйәси күренеш тә. Шуға күрә республиканың һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә күҙәтелгән үҙгәрештәрҙең ыңғай һөҙөмтәһе булырына ышанайыҡ.