Тармаҡҡа талап үҙгәрә02.11.2018

Сирҙәрҙе иҫкәртеү, хеҙмәтләндереү сифаты, яңы бина, заманса ҡорамалдар...

Медицина тармағындағы проблемаларҙың һәр ваҡыт көнүҙәк булып ҡалыуын, әйтмәһәк тә, һәр кем аңлап-белеп тора: белгестәргә яҙылыу, тар йүнәлешле табиптарға эләгеү, медицина страховкаһына ярашлы, тикшеренеүҙәрҙе бушлай үтеү – ҡатмарлы мәсьәлә. Кем дауахана-поликлиникалар юлын тапап, яҡындарының йәки үҙенең һаулығын хәстәрләгән, шул инҡар итмәҫ: әлегә беҙҙең йәмғиәттә халыҡҡа медицина ярҙамы күрһәтеү, был тармаҡ хеҙмәткәрҙәренең һәм пациенттарҙың үҙ-ара аралашыу кимәле камиллыҡтан ифрат йыраҡта.

Күптәргә таныш күренеш

...Яңыраҡ танышым әсәһен алыҫ райондарҙың береһенән Республика онкология диспансерына тикшереүгә килтерҙе. Эш былай башланған. Өлкән йәштәге апайҙың тәнендә шешек хасил булғас, ул район поликлиникаһына барған. Тик­шеренеүҙе терапевтан башла­ған, анализдар тапшырған. Бер ни асыҡлай алмаған был бел­гестең кәңәше буйынса невролог, гинеколог, хирургка ла барған, УЗИ, рентген үткән, әммә диагноз ҡуйылмаған. “Беҙҙә башҡа мөмкинлек юҡ, ҡалаға барып ҡара”, – тип кәңәш иткән урындағы табип.

Аптыраған апай яҡындағы ҡалаға йүнәлтмә юллаған, әммә көн әрәм итеп, оҙон сират үтеп ҡайтыуы ла бушҡа булған: баҡһаң, унда ла тар белгестәр һәм заманса ҡорамалдар юҡ... Унан һуң тағы урындағы поликлиника юлын бер нисә тапҡыр тапап, Республика онкология диспансерына йүнәлтмә алып, Өфөгә килеп еткән апай.

Ләкин табиптарға анһат ҡына эләгер­мен тимә. Беренсенән, анализдар. Ғөмү­мән, республика кимәлендәге медицина учреждениеларының барыһын­да ла, ҡәҙимгеләре менән бер рәттән, ВИЧ, гепатит кеүек ҡурҡыныс сирҙәргә лә анализ һөҙөмтәләрен талап итәләр. Улар яңы ғына тапшырылған булырға тейеш. Райондан кил­гән кеше, әгәр урында өлгөр­мәгән йәки белмәгән икән, анализды бер көн эсендә ҡайҙа, нисек бирергә тейеш? Әлбиттә, түләүле лабо­раторияларҙа. Тиҙерәк булһын тиһәң, аҡса һанап тормайһың – шул ғына.

Икенсенән, онкология дис­пан­серын­дағы сират – һыу буйы. Биш ҡатлы иҫке бинаның тәүге ҡатында урынлашҡан поликлиникала мәхшәр: олоһо ла, йәше лә ошонда, ултырырға түгел, хатта баҫып торорға ла урын тар. Былай ҙа сирләп, йонсоп йөрөгән кешеләргә республика учреждениеһындағы матди шарттар, әлбиттә, ауыр кисереш кенә өҫтәй – башҡа ни әйтәһең? Сәғәттәр буйы ултырғандан һуң табипҡа элә­гергә була, мәгәр белгес уч­реждениеның төрлө ҡаттарын­да урынлашҡан төрлө ҡорамал­дарҙа тикшереү үтергә ебәрһә (ә был ғәмәл мотлаҡ), мәхшәр тағы ҡабатланасаҡ: аппараттар иҫәпле, ә кеше күп. Тағы сират көтөргә, тимәк... Үтеп өлгөрһәң – шәп, кире осраҡта – иртәгә­һенә шул уҡ хәлгә әҙер тор. Бына ошолай йөрөгәндән һуң ҡәһәрле сиргә генә түгел, бар донъяға асыуланып ҡайтып китә бәғзеләр.
Ошо күренеш һеҙгә танышмы? Күптәр ризалашыр, тип уйлайым.

Башлыҡтар яуап бирәсәк

Әлбиттә, медицина тарма­ғын­дағы проблемаларҙың күп­тән киҫкенләш­кәнен, уларҙы кисекмәҫтән хәл итергә кәрәк­леген власть органдарында яҡшы аңлайҙар. Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡыт­лыса башҡарыусы Радий Хә­биров һаулыҡ һаҡлау өлкәһе мәсьәләләрен иң мөһим иж­тимағи проблемалар рәтенә ҡуйыуын күптән түгел Республика йортонда үткәргән кә­ңәшмәһендә йәнә берҙе бил­дәләп, халыҡҡа медицина яр­ҙамы күрһәтеүгә һәм уның сифатына ҡағылышлы мәсьә­ләләрҙе күтәрҙе.


Башҡортостан Хөкүмәте ағ­залары, муниципалитеттар баш­лыҡтары, медицина учреждениелары етәкселәре, тармаҡ ветерандары ҡатнашҡан сарала һаулыҡ һаҡлау тармағының матди-техник хәлен нығытыу, кадрҙар мәсьәләһе, дарыуҙар менән тәьмин ителеш, персо­налдың коммуникация мәҙә­ниәтен күтәреү хаҡында һөй­ләшеү булды. Фекер алышыуҙа медицина учреждениеларын һәр яҡлап ҡеүәтләндереү мө­һимлеге билдәләнде. Һүҙ республика кимәлендәге ҙур объекттарҙан башлап яңы биҫ­тәләрҙәге поликлиникалар (уларҙың етешмәүе бигерәк тә Өфө өсөн хас күренеш), муниципаль райондарҙағы фельдшер-акушерлыҡ пункттары тураһында бара. Уларҙы заманса йыһазландырыу, өр-яңы аппараттар менән тәьмин итеү – киҫкен көнүҙәк мәсьәлә. Был йәһәттән Радий Хәбиров:

– Һәр етәксене беҙ һаулыҡ һаҡлау өлкәһе менән шөғөл­ләнеүенә ҡарап та баһалая­саҡбыҙ. Тармаҡтың торошо, ундағы төҙөлөш, ФАП-тарҙың хәле, дарыу һәм кадрҙар менән тәьмин итеү – барыһы ла уларҙың шәхси яуаплылы­ғында, – тип белдерҙе.

Төбәк етәксеһе кадрҙар мәсьәләһенең дә уғата мөһим икәнен билдәләне, улар­ҙы әҙерләү, республика медицина учреждениеларында ҡалдырыу, лайыҡлы хеҙмәт шарттары булдырыу менән баш табиптар, шулай уҡ муниципалитет баш­лыҡтары ла шөғөлләнергә тейеш, тине. Өҫтәүенә Радий Фәрит улы муниципалитет биләмәһенә эшкә барған белгесте торлаҡ менән тәьмин итеү, уға матди ярҙам күрһәтеү йәһәтенән юридик аспекттарҙы хәл итергә ҡушты.

Яңы бинаға мохтажлыҡ ҙур

Үрҙә телгә алған онкология диспансерына әйләнеп ҡайта­йыҡ.
Яман шеш сиренә дусар булған­дарҙың йылдан-йыл арта барыуы бер кемгә лә сер түгел. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Башҡорт­ос­тан был күрһәткес буйынса Рәсәйҙә тәүгеләр иҫәбендә. Былтыр республикала яман шештән 7 262 кеше вафат булған (100 мең кешегә 178,6 ке­ше тура килә). 2016 йыл менән сағыш­тырғанда, ошо сәбәптән үлгәндәрҙең һаны быйыл беҙҙә 6,9 процентҡа артҡан.

Иң ныҡ таралған сирҙәр араһында – үпкә, йыуан эсәк, күкрәк биҙҙәре, ашҡаҙан яман шештәре. Был ҡурҡыныс ауы­рыу­ҙарҙың таралыу сәбәптәре төрлө, ти республика онкологтары. Шул иҫәптән халыҡтың сәләмәт тормош алып бармауы, үҙ теләге менән диспансерлаштырыу үтергә теләмәүе, ваҡы­тында тикшерелмәүе лә насар сирҙәрҙең аҙы­уына килтерә. Ғөмүмән, беҙҙең йәмғиәт­тә иҫкәртеү медицинаһын һанға һуҡмай­ҙар, ә сиргә түҙерлек әмәл ҡалмағас ғына табипҡа барыуҙы хуп күрәләр.

...Республика клиник онкология диспансерындағы сират проблемаһы, төҙөлөп ятҡан яңы корпустың хәле буйынса учреждение баш табибының поликлиника бүлеге буйынса урынбаҫары, медицина фән­дәре кандидаты, табип-онколог Роберт Рәхимовҡа мөрәжәғәт иттек. Ул сиратҡа бәйле мәх­шәрҙең төп сәбәбен поликлиника майҙанының үтә бәләкәй булыуы менән аңлатты:

– Элекке проект буйынса төҙөлгән биш ҡатлы, тар коридорлы, бәләкәй кабинеттарҙан торған бина, әлбиттә, респуб­ликаның төрлө төбәктәренән ағылған халыҡты һыйҙыра алмай. Яңы корпус асылғанса, был мәсьәләне мөм­кин тиклем ыңғай хәл итергә тыры­шабыҙ. Әле табиптар иртәнге 8-ҙән киске 6-ға ҡәҙәр эшләһә, тиҙҙән ике сменалы режимға күсергә, хеҙмәтлән­дереү ваҡытын тағы ике сәғәткә оҙайтырға, шулай уҡ шәмбе көнө лә ҡайһы бер кабинеттарҙа ҡабул итеү ойошторорға уйлайбыҙ.

Норма буйынса, бер табип көнөнә 18 пациентты ҡабул итергә тейеш. Ғәмәлдә иһә беҙҙең һәр белгес аша көнөнө өс тиҫтәнән ашыу кеше үтә. Иң юғары күрһәткес – дөйөм онкологта, шулай уҡ онколог-гинеколог, онколог-проктолог кеүек табиптарға сират ҙур. Шуны әйтергә кәрәк: ни тиклем көсөр­гәнешле булмаһын, ке­шеләрҙең алыҫ райондарҙан килгәнен белгән табип­тарыбыҙ уларҙы мотлаҡ ҡабул итергә тырыша. Был осраҡта, тәүге тапҡыр күренгәндәрҙән тыш, төрлө ваҡытта сире көсәйеп, ҡабат килгән пациент­тарҙы ла иҫәптән сығарырға ярамай.

Әлеге көсөргәнеште, әлбит­тә, былтыр төҙөлә башлаған һигеҙ ҡатлы диагнос­тика корпусы еңеләйтәсәк. Унда заманса йыһазландырылған иркен, яҡты кабинеттар буласаҡ, фойела көткән кешеләр өсөн уңайлыҡтар тыуҙыры­ла­саҡ. Әле корпустың барлыҡ ҡаттары ла күтә­релгән, төҙөүселәр бинаның тышҡы яғын тәртипкә килтерә. Унан эс­ке эштәргә тотонасаҡтар. Планға ярашлы, яңы корпус 2019 йылдың аҙағында файҙаланыуға тап­шырылырға тейеш.

Икенсе мөһим мәсьәлә: республика дауаханаларында квалификациялы кадрҙарҙың етеш­мәүе лә көсөргәнеште арттыра. Мәҫәлән, баш ҡаланың алты поликлиникаһында муниципаль-ара онкоүҙәктәр эшләй, уларҙа халыҡты дөйөм онколог ҡабул итә. Әммә үҙҙәрендә тар йүнәлешле белгестәр юҡ, тимәк, асыҡлыҡ кәрәк булһа, пациентты барыбер беҙгә йүнәлтәләр. Райондарҙа иһә хәл тағы ла ҡатмарлыраҡ. Мәҫәлән, ниндәй ҙур Стәрлетамаҡ зонаһында бер онколог эшләһә, Белорет­тағы муниципаль-ара онко­үҙәктә – шулай уҡ бер белгес, ә Урал аръяғы райондарын хеҙмәтләндерергә тейешле Сибайҙа табип-онколог бө­төнләй юҡ. Һөҙөмтәлә халыҡ йә беҙгә килә, йә Магнитогорск ҡалаһына юллана.

Тармаҡта тағы бер проблема – медицина учреждениеларында заманса ҡорамалдар етеш­мәй. Район поликлиникаларын әйтеп тораһы ла түгел. Яман шеште диагностикалауҙа мот­лаҡ ҡулланылған магнит-резонанс, компьютер томографтары ҙур медицина учреждениеларында ғына бар, шул иҫәптән беҙҙә лә. Әммә аппарат берәү, ә пациенттар күп, тимәк, тағы ла сират тыуа. Тармаҡ проблемаларын эҙмә-эҙлекле хәл иткән осраҡта, был мәсьәлә­ләрҙең барыһын да бөтөрөргә мөмкин, – тине Роберт Рафиҡ улы беҙҙең менән һөйләшеүҙә.
* * *
...Йәшәйешебеҙҙә ниндәй генә мөһим проблемалар булмаһын, уларҙы хәл итеү менән бер рәттән, һаулыҡты хәстәрләү, граждандарҙың сәләмәтлеге һағында тороу – йәмғиәт өсөн иң мөһим ғәмәл­дәрҙең береһе. Бының сере ябай: илдең киләсәге халыҡтың именлегенә бәйле, һәм был медицина мәсьәләһе генә түгел, социаль-иҡтисади, сәйәси күре­неш тә. Шуға күрә респуб­ли­каның һаулыҡ һаҡлау өлкә­һендә күҙәтелгән үҙгәрештәрҙең ыңғай һөҙөмтәһе булырына ышанайыҡ.


Вернуться назад