Һәр кемгә бирелмәгәнме ни был тормошта ирекле йәшәргә, яҡшылыҡ ҡылырға, матурлыҡты арттырырға?! Был тәңгәлдә, әлбиттә, барыһының да уйланғаны барҙыр, бигерәк тә ҡатын-ҡыҙҙарҙың. Тик бына был осраҡта ирекле һүҙен генә һәр кем үҙенсә аңлар... Ә Бөрйән районында тыуып үҫкән, бөгөн йәмәғәт тормошонда ҡайнап йәшәгән Миләүшә Мырҙағолова ирек һүҙен иһә үҙенсә ҡабул итә. Хәйер, үҙе дин юлын хуп күргән йәш хужабикә был осраҡта күптәргә, әлбиттә, сәйер ҙә күренер. Шулай ҙа бөгөн уның эшмәкәрлеге тураһында һөйләмәксебеҙ.
– Бөгөн беҙ “Нәзәкәт” камиллыҡ мәктәбенең тәүге осрашыуына йыйылдыҡ. Мин быны ике йыл элек планлаштыра башлағайным... Тик ҡапыл ғына нимәнән башларға белмәй, туҡтап ҡалдым. Бөрйән ҡатын-ҡыҙҙары өсөн Интернетта төркөм астым да, ул үҙ яйы менән эшләп торҙо, мин дә һәүетемсә йәшәүемде дауам иттем, – тип һүҙен башланы ул.
Ысынлап та, бынан бер нисә йыл элек глобаль селтәрҙә “Серҙәштәр” төркөмө асылғайны. Ул ныҡышмал рәүештә үҫеп буй еткереп, үҙ эсенә Бөрйән районында йәшәгән, унан сыҡҡан ҡатын-ҡыҙҙарҙы туплап, төрлө бәйгеләр, проекттар өҫтөндә реаль тормошта ла үҙ эшен йәйелдерә барҙы. Мәҫәлән, иң беренселәрҙән булып унда Ғашиҡтар көнөнә ижади эш бәйгеһе уҙғайны. Әлбиттә, был халыҡҡа оҡшап ҡалды һәм артабан һәр байрам һайын ҡул эштәре, аш-һыу, ижад емештәре бәйгеләре дауам итте. Бәйге булғас, уның еңеүселәрен билдәләп, бүләктәр тапшырыу ҙа бөрйәндәрҙең матур йолаһына әйләнде.
Байрамды ойоштороусылар башта район эшҡыуары Гөлфиә Григорьеваға мөрәжәғәт итһә, хәҙер һәр бәйге һайын бағыусылыҡ ярҙамы күрһәткән райондаштар байтаҡ булып китте. Ошо төркөм һәм бәйге арҡылы ғына күпме һәләтле райондаштар менән аралашыу майҙансығы булдырылды бит.
Уйлап ҡараһаң, бындай күләмле эштәрҙе яңғыҙ башҡарыу мөмкин дә түгел, шуға ла Интернеттағы төркөмдөң идараһы, ошо уҡ бәйгеләрҙә еңгән бер нисә әүҙем ҡатын-ҡыҙ менән тулыланғас, “Нәзәкәт” камиллыҡ мәктәбен үткәрергә йөрьәт итә лә инде. Һәр хәлдә, был мәктәптең ҡатын-ҡыҙҙар тормошона сағыу биҙәктәр өҫтәүенә, яңы ижади эштәргә илһам биреүенә, аралашыуға мөмкинлектәр асыуына өмөтләнә улар.
Әлбиттә, Башҡортостандың һәр төбәгендә лә даими үткәрелеп тора бындай саралар, осрашыуҙар. Ауылдарҙа апай-инәйҙәр, ғәҙәттә, ҡул эштәрен тотоп, элеккесә “Кис ултырыу” өсөн клубтарға йыйыла торған. Республикабыҙҙа төҙөлгән “Ағинәйҙәр ҡоро” барыбыҙға ла таныш. Ә был юлы инде бөрйәндәрҙең шулай район кимәлендә ирекле рәүештә йыйылыуын, ял көндәрен файҙалы һәм ҡыҙыҡлы үткәреүен һирәк күренеш тип атарға мөмкин. Шуға ла ҡыҙыҡһынған беренсе һорауым да сараның исеменә ҡағылды.
– Ни өсөн осрашыуҙың исеме – Камиллыҡ мәктәбе? Башҡа төрлө исем булманымы ни? – тип һорайым Миләүшә Йәмил ҡыҙынан.
– Әгәр, мәҫәлән, гүзәллек мәктәбе тип аталһа, ул күберәк матурлыҡ тураһында булыр ине. Кеше үҙен матурлай, ниндәйҙер сәхнәгә, концерттарға әҙерләнгән кеүек була. Ә бында матурлыҡ ҡына түгел, һәр кем үҙен рухи яҡтан да үҫтерергә тейеш, тип иҫәпләйем. Районыбыҙҙың ҡатын-ҡыҙҙары үҙҙәрен бөтә яҡлап та камиллаштырһын ине тигән маҡсат менән шундай исем алдыҡ, – тип яуапланы ул.
Ә тап уларҙы ойоштороп, бер ҡорға туплауға нимә этәргән һуң уны?
– Ҡайһы бер ҡатын-ҡыҙҙарҙың баҫылып, үҙ-үҙенә төңөлөп, кеше менән аралашмай йәшәүе... Хәҙерге заманда үҙ-үҙҙәренә ҡул һалыусылар ҙа юҡ түгел бит. Быны мин кеше бер-береһе менән аралашмау арҡаһындалыр тип уйлайым. Әҙәм балаһы төрлө яҡлап һәләттәрен асып, бер-береһе менән аралашып йәшәһә, яңылыҡтар табып, күңел донъяһын камиллаштырыу менән шөғөлләнһә, ундай хәлдәр булмаҫ ине. Ошондай кешеләрҙе күңел төшөнкөлөгөнән арындырыу, улар өсөн яңы мөмкинлектәр асыу, үҙҙәрен камиллаштырыуға юлдар күрһәтеү маҡсаты менән тотондоҡ беҙ был эшкә.
Ысынлап та, район үҙәгенең “Хәләл” кафеһындағы был осрашыу бик йылы һәм туғандарса мөхиттә үтте. Кемдәрҙер инде бер-береһе менән таныш, ә ҡайһылары бөтөнләй таныш булмаһа ла, һәр кем үҙен иркен тотто. Ғәҙәттәгесә, ауыл халҡына хас ябай ҙа, кинәйәле лә шаяртыуҙар, ихласлыҡ – барыһы ла иш янына ҡуш ҡына булды.
Камиллыҡ мәктәбенең беренсе оҫталыҡ дәресен райондың Сәнғәт мәктәбе уҡытыусыһы Таңһылыу Ғимранова үткәрҙе. Ул үҙе “Селтәр” район бәйгеһе лауреаты, район, республика, Бөтә Рәсәй, халыҡ-ара бәйгеләр еңеүселәрен әҙерләүсе оҫта булараҡ таныш Бөрйән халҡына. Шуға ла уңған оҫтабикә, үҙ сиратында, полимер балсығынан биҙәүестәр әҙерләү ысулдарын ентекле өйрәтте. Эштең бар нескәлеген, биҙәүес оҫталарының үҙҙәренә генә хас серҙәрен еренә еткереп өйрәтә алғандыр ул. Һәр хәлдә, уға эйәреп әле унда, әле бында онотолоп китеп муйынсаҡ, беләҙектәр әүәләүселәр быға асыҡ миҫал булды.
Әлбиттә, бында эш аралаш көнкүреш хәлдәр тураһында һөйләшеүҙәр, мәрәкәләшеүҙәр ҙә бик урынлы ине. Һәм яңы ғына асылған камиллыҡ мәктәбенең “шөғөлләнеүселәре” күтәренке кәйеф менән киләһе оҫталыҡ дәресен башланы. Был юлы уларға психолог-педагог, “Нәзәкәт” төркөмөнөң стиль буйынса яҙмалар авторы, стилист Гөлназ Ғәбит ҡыҙы Усманова кейем-һалымдағы төҫтәрҙең урыны хаҡында ҡыҙыҡлы әңгәмә үткәрҙе. Бер төҫтәге күлдәккә ниндәй туфлиҙың тура килеүе хаҡында йә ҡатын-ҡыҙ өсөн бүтән кәрәкле мәғлүмәттәрҙе еткергәс, практик миҫалдар менән дә аңлатыуы һәр кемдә һоҡланыу хисе тыуҙыра алғандыр.
Ә инде тышҡы матурлыҡҡа килгәндә, “Нәзәкәт”тең өсөнсө оҫталыҡ дәресен күптәребеҙгә билдәле “Һомай” театр-дефиле студияһы ағзаһы Әлиә Әбдрәшитова ойошторҙо. Уның менән бергә райондаш апай-һеңлеләребеҙ дефиле эшләп мәж килде. Һәр хәлдә, һәр кемебеҙҙең уйынса, беҙ ҡатын-ҡыҙ булараҡ, барыбер ҙә матур атлайбыҙ кеүек, бигерәк тә шпилькалы туфли кейгәндә. Ә ысынында иһә “Һомай” ҡыҙҙарының атлап йөрөшөн яҡындан күрһәң, уйҙарыңдың бөтөнләй дөрөҫ булмауын аңлайһың.
Һәр ҡатын-ҡыҙға тәү сиратта арҡаһын тура тотоу зарур, тип аңлатты Әлиә. Подиумда атлағандан айырмалы рәүештә, тормошта ла ябай ҡатын-ҡыҙға нисек атларға кәрәк икәнен күрһәтте. Уның менән бергә атлап ҡараған апайҙарыбыҙҙың был дәресте балаларса эскерһеҙлек менән ҡыуанып ҡабул итеүен күреү үҙе бер байрам булды.
Тағы ла бында кемдер ҡулына мехенди, маникюр эшләтеп, милли биҙәүестәр алып ҡыуанды. Мехенди бөгөн киң тарала башлаған шөғөл булһа, бөрйәндәрҙә Альбина Исхаҡова уның ҡабатланмаҫ биҙәктәрен айырыуса бер оҫталыҡ менән һала. Әйткәндәй, район ҡатын-ҡыҙҙарының был ирекле аралашыуын ойоштороусыларҙың береһе ул булһа, өсөнсөһө Саимә Ғүмәрова. Уны ла райондаштар дини кейем-һалым менән сауҙа итеүсе, күптәргә кейенеү буйынса кәңәш-төңәшен биргән, үткәрелгән байрамдарҙың бағыусыһы булараҡ белә.
Төркөмдөң дүртенсе ойоштороусыһы иһә Таңһылыу Баймырҙинаның ошо осорҙа ғына сабыйы донъяға килеүен күптәр шатланып көтөп алды. Ысынлап та, район ҡатын-ҡыҙҙарын берләштерерлек, уларҙың тормошона саҡ ҡына булһа ла бер йәм өҫтәй алырлыҡ был апай-һеңлеләребеҙ барыһы ла ҡулға оҫта, ғаиләләрендә лә, йәмғиәттә лә күптәргә өлгө булып тора.
Сара артабан сәй табынында һәр кем менән шәхсән танышыу, шөғөлдәр тураһында ҡыҙыҡһыныу һәм дә Гөлназ Нуротҡолованың шиғырҙарын тыңлау менән дауам итте. Был йыйындың махсус фотографы Ләйсән Хәлиуллина һәр бер мәлде тарихта ҡалдыра барһа, оҫталыҡ дәрестәре һуңында бушлай фотосессия ла ойоштороп, райондаштарын сифатлы фотолары менән ҡыуандырҙы.
Шулай күтәренке кәйеф менән аҙағына яҡынлашҡан байрамда камиллыҡ мәктәбенең киләһе осрашыуҙары хаҡында фекер алышып, тик ҡул эштәре, ижад менән генә ҡыҙыҡһынған түгел, спорт йә сәнғәт менән дә шөғөлләнергә теләгән районыбыҙҙың төрлө йәштәге ҡатын-ҡыҙҙары менән осрашыуҙар үткәреү күҙалланды. Был осраҡта, көндәлек ығы-зығынан арындырып, Интернет селтәрендә лә, ысын тормошта ла үҙҙәренә аралашыу майҙансығы булдырған Миләүшә Йәмил ҡыҙына рәхмәтле улар. Минеңсә, үҙенең эске донъяһы матур һәм аҡ кеше генә башҡаларға ла тик яҡшылыҡ эшләй ала.
Был юҫыҡта районыбыҙҙың алдынғы йәштәренең береһе, ике бала әсәһе, ғаиләһендә хәстәрлекле ир ҡатыны һәм районыбыҙ ҡатын-ҡыҙҙарына ихтирам һәм иғтибар күрһәткән уңған ҡыҙыбыҙҙы яҡтылыҡ өлгөһө итеп ҡуябыҙ. Уның башланғыстарын хуплап, киләсәктә лә Камиллыҡ мәктәбенең дәрестәре үтә торор, унда һәр кем үҙенә файҙалы һабаҡ алыр, тип ышанабыҙ.
Ә инде, һүҙемдең башына әйләнеп ҡайтып, һәр кем үҙенсә аңлаған “ирек” һүҙенең асылына килгәндә, был һүҙ Бөрйән ҡатын-ҡыҙҙарының, өләсәй, әсәй, инәй, апай, һеңле, ҡыҙ бала булараҡ бик күптән аң ҡалыбына һеңгән. Сөнки улар мәшһүр эпосыбыҙҙағы тирә-йүнгә уҫал даны сыҡҡан Мәсемхан атаһына ла, яуызлыҡ-мәкерлеккә лә баш бирмәгән ирекле аҡҡош Һомайҙың тыуған еренән. Ә был образ уларҙы һәр ваҡыт яҡтылыҡ, яҡшылыҡ, мөхәббәт һәм изгелек юлында ирекле итә лә инде.