Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт
Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....
Билдәле йырсы Альбина Килдейәрова үҙенең яҙмышы хаҡында йыр сығарырға әҙерләнә.
Яңыраҡ Өфөлә үткән концертында билдәле йырсы Альбина Килдийәрова меңдәрсә кешене шаҡ ҡатырған үҙенең ғәжәйеп тарихы хаҡында һөйләне. Мәғлүм булыуынса, йырсы бала табыу йорто хеҙмәткәрҙәренең хатаһы арҡаһында өс йылдан ашыу сит ғаиләлә үҫә. Был һорауға Өфөлә үткәрелгән генетик экспертиза нөктә ҡуя.
Был ваҡиға концерттан һуң йәнә социаль селтәрҙәргә таралып күптәрҙең иғтибарын йәлеп итте. «Башинформ» хәбәрсеһе йырсы менән һөйләшеп, ғәжәйеп тарихтың сәбәптәрен асыҡланы.
«Был мөғжизәле лә, сәйер ҙә ваҡиғаға 40 йыл ваҡыт үткән бит инде. Мин сәхнәгә аяҡ баҫыу менән был хәл беҙҙең республикаға ғына түгел, хатта күрше төбәктәргә таралды. Ә беҙ бала саҡтан өйрәнеп бөткәнбеҙ инде, был беҙҙең өсөн тормошта булған ябай ваҡиға. Булған да, бөткән. Нисек инде улай күрше генә йортта йәшәгән ғаиләнең балаларын алмаштырғандар, тип бөтәһе лә аптырап һорай беҙҙән.
Был ваҡиға алыҫ 1982 йылда була: ул ваҡытта Асҡар бала табыу йорто ремонтҡа ябылған була. Бер ауылдан ике ауырлы ҡатынды Магнитогорск ҡалаһындағы дауаханаға алып барырға ҡарар итәләр. Әммә әсәйемдең тулғағы башланып, унда барып етеп өлгөрмәйҙәр, элекке Красная Башкирия совхозының акушер бүлексәһенә илтеп ҡуялар. Шунда 15 минут арауыҡ менән ике ҡыҙ донъяға килә. Табиптарҙың биркаларҙы яңылыш ҡуйыуы арҡаһында беҙҙе алмаштырғандар. Әсәйҙәр бер нимә лә белмәйенсә, бәпестәрҙе шулай алып ҡайтып киткән», — тип уртаҡлашты Альбина.

Ғаиләләр күрше генә йәшәй, Килдейәровтар ҡыҙына Гөлгөнә тип исем бирә, Суфияновтар Альбина тип ҡуша.
«Бер ваҡыт Үзбәкстандан ҡунаҡҡа килгән инәйем әсәйемдәргә шомло хәбәр һала. "Был ҡыҙ теге яҡҡа оҡшаған, ә күршеләрҙең ҡыҙы беҙҙең яҡҡа тартҡан бит", — тип әйтеп һалған ул. Әсәйемдәр бынан һуң Өфөгә барып ДНК тапшырған. Ул ваҡытта бындай анализдар бик ҡиммәт булған, диагностикалау һөҙөмтәләре буйынса ысынлап та минең күрше ҡыҙы булыуым асыҡланған», — ти йырсы.
Өс йәшлек сағында тормошон икегә бүлгән ваҡиғаны бөгөнгөләй хәтерләй Альбина.
«Бала саҡтан бер ваҡиғаны әле лә хәтерләйем: урындыҡ аҫтында күрше ҡыҙы менән уйнап йөрөйбөҙ, унда ҡайнатмалар, тоҙланмалар ултыра ине. Зәйнәб апай тип йөрөгән биологик әсәйем милиция менән килде лә, мине үҙҙәренә алып ҡайтып китте. "Зәйнәб апай, мин хәҙер һеҙҙең менән йәшәйем", — тип шаяртҡан булам, балалыҡ менән был хәлдең етдилеген аңлап та етмәгәндер. Бөгөн ике әсәйем дә минең өсөн борсолоп тора, икеһе лә минең бәхеткәйем, береһе йөрәк аҫтында йөрөтөп тапҡан, икенсеһе күкрәк һөтө биреп үҫтергән. Шуныһы ғына үкенесле, әле әсәйемдәргә арналған йырым юҡ», — тип күҙенә йәш алды Альбина.
Икенсе ҡыҙ үҫеп етеп уҡытыусы һөнәрен һайлай, Сибай ҡалаһында инглиз теленән уҡыта. Бөгөн ҡыҙҙар йыш ҡына Өфөлә күрешеп аралашып тора. Бынан тыш, Альбина үҙенең яҙмышы хаҡында йыр сығарырға әҙерләнә. Башҡортостандың һәм Татарстандың халыҡ артисы Зифа Нагаева яҙған композиция быйыл апрелдә донъя күрәсәк.
Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт
Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....
Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт
Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......
Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт
Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...
Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт
Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......
Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт
Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......
Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт
Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...
Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт
Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...
Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт
Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...
Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт
Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...
Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт
Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...
Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт
Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...
Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт
Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...