Һомай тыуған ерҙә үҫкәс...21.12.2016
Һомай тыуған ерҙә үҫкәс...
Һомай тыуған ерҙә үҫкәс... Һәр кемгә бирелмәгәнме ни был тормошта ирекле йәшәргә, яҡшылыҡ ҡылырға, матурлыҡты арттырырға?! Был тәңгәлдә, әлбиттә, барыһының да уйланғаны барҙыр, бигерәк тә ҡатын-ҡыҙҙарҙың. Тик бына был осраҡта ирекле һүҙен генә һәр кем үҙенсә аңлар... Ә Бөрйән районында тыуып үҫкән, бөгөн йәмәғәт тормошонда ҡайнап йәшәгән Миләүшә Мырҙағолова ирек һүҙен иһә үҙенсә ҡабул итә. Хәйер, үҙе дин юлын хуп күргән йәш хужабикә был осраҡта күптәргә, әлбиттә, сәйер ҙә күренер. Шулай ҙа бөгөн уның эшмәкәрлеге тураһында һөйләмәксебеҙ.
– Бөгөн беҙ “Нәзәкәт” камиллыҡ мәктәбенең тәүге осрашыуына йыйыл­дыҡ. Мин быны ике йыл элек планлаштыра башлағай­ным... Тик ҡапыл ғына нимәнән башларға белмәй, туҡтап ҡалдым. Бөрйән ҡатын-ҡыҙҙары өсөн Интернетта төркөм астым да, ул үҙ яйы менән эшләп торҙо, мин дә һәүетемсә йәшәүемде дауам иттем, – тип һүҙен башланы ул.
Ысынлап та, бынан бер нисә йыл элек глобаль селтәрҙә “Серҙәштәр” төркөмө асылғайны. Ул ныҡышмал рәүештә үҫеп буй еткереп, үҙ эсенә Бөрйән райо­нында йәшәгән, унан сыҡҡан ҡа­тын-ҡыҙҙарҙы туплап, төрлө бәйгеләр, проекттар өҫ­төндә реаль тормошта ла үҙ эшен йәйел­дерә барҙы. Мәҫәлән, иң берен­селәрҙән булып унда Ғашиҡтар көнөнә ижади эш бәйгеһе уҙ­ғайны. Әлбиттә, был ха­лыҡҡа оҡшап ҡалды һәм артабан һәр байрам һайын ҡул эштәре, аш-һыу, ижад емештәре бәй­геләре дауам итте. Бәйге булғас, уның еңеү­се­ләрен билдәләп, бүләктәр тапшырыу ҙа бөрйәндәрҙең матур йолаһына әйләнде.
Байрамды ойоштороусылар башта район эшҡыуары Гөлфиә Григорьеваға мөрәжәғәт итһә, хәҙер һәр бәйге һайын бағыу­сылыҡ ярҙамы күрһәткән райондаштар байтаҡ булып китте. Ошо төркөм һәм бәйге арҡылы ғына күпме һәләтле райондаштар менән аралашыу майҙан­сығы булдырылды бит.
Уйлап ҡараһаң, бындай кү­ләмле эштәрҙе яңғыҙ башҡарыу мөмкин дә түгел, шуға ла Интер­неттағы төркөмдөң идараһы, ошо уҡ бәйгеләрҙә еңгән бер нисә әүҙем ҡатын-ҡыҙ менән тулы­ланғас, “Нәзәкәт” камиллыҡ мәк­тәбен үткәрергә йөрьәт итә лә инде. Һәр хәлдә, был мәк­тәптең ҡатын-ҡыҙҙар тормошона сағыу биҙәктәр өҫтәүенә, яңы ижади эштәргә илһам биреүенә, ара­лашыуға мөмкин­лектәр асыуына өмөтләнә улар.
Әлбиттә, Башҡортостандың һәр төбә­гендә лә даими үткәрелеп тора бындай саралар, осрашыу­ҙар. Ауылдарҙа апай-инәйҙәр, ғәҙәттә, ҡул эштәрен тотоп, элек­кесә “Кис ултырыу” өсөн клубтарға йыйыла торған. Республикабыҙҙа төҙөл­гән “Ағинәйҙәр ҡоро” бары­быҙға ла таныш. Ә был юлы инде бөрйәндәрҙең шулай район кимә­лендә ирекле рәүештә йыйылыуын, ял көндәрен файҙалы һәм ҡыҙыҡлы үткәреүен һирәк күре­неш тип атарға мөмкин. Шуға ла ҡыҙыҡһынған беренсе һорауым да сараның исеменә ҡағылды.
– Ни өсөн осрашыуҙың исеме – Камиллыҡ мәктәбе? Башҡа төрлө исем булманымы ни? – тип һорайым Миләүшә Йәмил ҡыҙы­нан.
– Әгәр, мәҫәлән, гүзәллек мәк­тәбе тип аталһа, ул күберәк матурлыҡ тураһында булыр ине. Кеше үҙен матурлай, нин­дәйҙер сәхнәгә, концерттарға әҙерләнгән кеүек була. Ә бында матурлыҡ ҡына тү­гел, һәр кем үҙен рухи яҡтан да үҫтерергә тейеш, тип иҫәпләйем. Районыбыҙҙың ҡатын-ҡыҙҙары үҙҙәрен бөтә яҡлап та камиллаштырһын ине тигән маҡ­сат менән шундай исем алдыҡ, – тип яуап­ланы ул.
Ә тап уларҙы ойоштороп, бер ҡорға туплауға нимә этәргән һуң уны?
– Ҡайһы бер ҡатын-ҡыҙҙарҙың баҫы­лып, үҙ-үҙенә төңөлөп, кеше менән аралашмай йәшәүе... Хәҙерге заманда үҙ-үҙҙәренә ҡул һалыусылар ҙа юҡ түгел бит. Быны мин кеше бер-береһе менән аралашмау арҡаһындалыр тип уйлайым. Әҙәм балаһы төрлө яҡлап һәләттәрен асып, бер-бе­реһе менән аралашып йәшәһә, яңылыҡтар табып, күңел донъя­һын камиллаштырыу менән шө­ғөлләнһә, ундай хәлдәр булмаҫ ине. Ошондай кешеләрҙе күңел төшөнкөлөгөнән арындырыу, улар өсөн яңы мөмкинлектәр асыу, үҙҙәрен камиллаштырыуға юлдар күрһәтеү маҡсаты менән тотондоҡ беҙ был эшкә.
Ысынлап та, район үҙәгенең “Хәләл” кафеһындағы был осрашыу бик йылы һәм туғандарса мөхиттә үтте. Кемдәрҙер инде бер-береһе менән таныш, ә ҡай­һылары бөтөнләй таныш булмаһа ла, һәр кем үҙен иркен тотто. Ғәҙәттәгесә, ауыл халҡына хас ябай ҙа, кинәйәле лә шаяртыуҙар, ихласлыҡ – барыһы ла иш янына ҡуш ҡына булды.
Камиллыҡ мәктәбенең беренсе оҫта­лыҡ дәресен райондың Сән­ғәт мәктәбе уҡытыусыһы Таң­һылыу Ғимранова үткәрҙе. Ул үҙе “Селтәр” район бәйгеһе лауреаты, район, республика, Бөтә Рәсәй, халыҡ-ара бәйгеләр еңеүселәрен әҙер­ләүсе оҫта булараҡ таныш Бөрйән халҡына. Шуға ла уңған оҫтабикә, үҙ сиратында, полимер балсығынан биҙә­үестәр әҙерләү ысулдарын ентекле өйрәтте. Эштең бар нескәлеген, биҙәүес оҫталарының үҙҙәренә генә хас серҙәрен еренә еткереп өйрәтә алғандыр ул. Һәр хәлдә, уға эйәреп әле унда, әле бында онотолоп китеп муйынсаҡ, беләҙектәр әүәләүселәр быға асыҡ миҫал булды.
Әлбиттә, бында эш аралаш көнкүреш хәлдәр тураһында һөй­ләшеүҙәр, мәрә­кәләшеүҙәр ҙә бик урынлы ине. Һәм яңы ғына асылған камиллыҡ мәктәбенең “шөғөлләнеүселәре” күтәренке кәйеф менән киләһе оҫталыҡ дәресен башланы. Был юлы уларға психолог-педагог, “Нәзәкәт” төркөмөнөң стиль буйынса яҙма­лар авторы, стилист Гөлназ Ғәбит ҡыҙы Усманова кейем-һалымдағы төҫ­тәрҙең урыны хаҡында ҡы­ҙыҡлы әңгәмә үткәрҙе. Бер төҫтәге күлдәккә ниндәй туфлиҙың тура килеүе хаҡында йә ҡа­тын-ҡыҙ өсөн бүтән кәрәкле мәғлүмәт­тәрҙе еткергәс, практик миҫалдар менән дә аңлатыуы һәр кемдә һоҡланыу хисе тыуҙыра алғандыр.
Ә инде тышҡы матурлыҡҡа килгәндә, “Нәзәкәт”тең өсөнсө оҫталыҡ дәресен күптәребеҙгә билдәле “Һомай” театр-де­филе студияһы ағзаһы Әлиә Әбдрә­шитова ойошторҙо. Уның менән бергә райондаш апай-һеңле­ләребеҙ дефиле эшләп мәж килде. Һәр хәлдә, һәр кеме­беҙҙең уйынса, беҙ ҡатын-ҡыҙ булараҡ, барыбер ҙә матур атлайбыҙ кеүек, бигерәк тә шпилькалы туфли кейгәндә. Ә ысынында иһә “Һо­май” ҡыҙҙарының атлап йөрөшөн яҡындан күрһәң, уйҙарыңдың бө­төнләй дөрөҫ булмауын аңлай­һың.
Һәр ҡатын-ҡыҙға тәү сиратта арҡаһын тура тотоу зарур, тип аңлат­ты Әлиә. Подиумда атла­ғандан айырмалы рәүештә, тормошта ла ябай ҡатын-ҡыҙға нисек атларға кәрәк икәнен күрһәтте. Уның менән бергә атлап ҡараған апай­ҙарыбыҙҙың был дәресте балаларса эскерһеҙлек менән ҡыуанып ҡабул итеүен күреү үҙе бер байрам булды.
Тағы ла бында кемдер ҡулына мехенди, маникюр эшләтеп, милли биҙә­үестәр алып ҡыуанды. Мехенди бөгөн киң тарала башлаған шөғөл булһа, бөрйәндәрҙә Альбина Исхаҡова уның ҡабатланмаҫ биҙәктәрен айырыуса бер оҫталыҡ менән һала. Әйткәндәй, район ҡатын-ҡыҙҙарының был ирекле аралашыуын ойоштороусыларҙың береһе ул булһа, өсөнсөһө Саимә Ғүмәрова. Уны ла райондаштар дини кейем-һалым менән сауҙа итеүсе, күптәргә кейенеү буйынса кәңәш-төңәшен биргән, үткәрелгән байрамдарҙың бағыусыһы була­раҡ белә.
Төркөмдөң дүртенсе ойошто­роу­сыһы иһә Таңһылыу Баймыр­ҙи­наның ошо осорҙа ғына сабыйы донъяға килеүен күптәр шатланып көтөп алды. Ысынлап та, район ҡатын-ҡыҙҙарын берләште­рерлек, уларҙың тормошона саҡ ҡына булһа ла бер йәм өҫтәй алырлыҡ был апай-һеңлеләребеҙ барыһы ла ҡулға оҫта, ғаиләләрендә лә, йәмғиәттә лә күптәргә өлгө булып тора.
Сара артабан сәй табынында һәр кем менән шәхсән танышыу, шөғөлдәр тура­һында ҡыҙыҡһыныу һәм дә Гөлназ Нуротҡолованың шиғырҙарын тыңлау менән дауам итте. Был йыйындың махсус фотографы Ләйсән Хәлиуллина һәр бер мәлде тарихта ҡалдыра бар­һа, оҫталыҡ дәрестәре һуңында бушлай фотосессия ла ойоштороп, райондаштарын сифатлы фотолары менән ҡыуандырҙы.
Шулай күтәренке кәйеф менән аҙағына яҡынлашҡан байрамда камиллыҡ мәктә­бенең киләһе осрашыуҙары хаҡында фекер алышып, тик ҡул эштәре, ижад менән генә ҡыҙыҡһынған түгел, спорт йә сәнғәт менән дә шөғөл­ләнергә теләгән районы­быҙҙың төрлө йәштәге ҡатын-ҡыҙҙары менән осрашыуҙар үткәреү күҙал­ланды. Был осраҡта, көндәлек ығы-зығынан арындырып, Интернет селтәрендә лә, ысын тормошта ла үҙҙәренә аралашыу май­ҙансығы булдырған Миләүшә Йәмил ҡыҙына рәхмәтле улар. Минеңсә, үҙенең эске донъяһы матур һәм аҡ кеше генә баш­ҡаларға ла тик яҡшылыҡ эшләй ала.
Был юҫыҡта районыбыҙҙың алдынғы йәштәренең береһе, ике бала әсәһе, ғаиләһендә хәстәр­лекле ир ҡатыны һәм районыбыҙ ҡатын-ҡыҙҙарына ихтирам һәм иғтибар күрһәткән уңған ҡыҙы­быҙҙы яҡтылыҡ өлгөһө итеп ҡуябыҙ. Уның баш­ланғыстарын хуплап, киләсәктә лә Камиллыҡ мәктәбенең дәрестәре үтә торор, унда һәр кем үҙенә файҙалы һабаҡ алыр, тип ышанабыҙ.
Ә инде, һүҙемдең башына әйләнеп ҡайтып, һәр кем үҙенсә аңлаған “ирек” һүҙенең асылына килгәндә, был һүҙ Бөрйән ҡатын-ҡыҙҙарының, өләсәй, әсәй, инәй, апай, һеңле, ҡыҙ бала булараҡ бик күптән аң ҡалыбына һеңгән. Сөнки улар мәшһүр эпосыбыҙҙағы тирә-йүнгә уҫал даны сыҡҡан Мәсемхан атаһына ла, яуызлыҡ-мәкерлеккә лә баш бирмәгән ирекле аҡҡош Һомайҙың тыуған еренән. Ә был образ уларҙы һәр ваҡыт яҡтылыҡ, яҡшылыҡ, мөхәббәт һәм изгелек юлында ирекле итә лә инде.


Вернуться назад