Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Тауҙарҙағы кейек кеүек
Глобаль селтәрҙә осраҡлы ғына бер яҙманы күреп ҡалдым. Туҡта, туҡта… Кем был? Ул матурлыҡтың сигенә етепмелер, япа-яңғыҙы Ирәндек буйҙарына сыға ла китә икән… Күңелен ығы-зығынан арындырып, йәненә тәбиғәт сафлығы ҡайтһын өсөн тауҙарға үрмәләйҙер. Рәсемдәре менән яҡындан танышҡас, тығыҙ рамкаларға һыймайынса, нимәгәлер ҡулайлашып йәшәргә өйрәнмәгән, әммә тәрән ижади фекер йөрөткән Сибай балалар сәнғәт мәктәбе уҡытыусыһы Йәноҙаҡ Ишбирҙе улы Ҡылысовты таныным.
Эйе, эйе, ул шулай тәбиғәттең моңон тоя, яңы бирелеш, яңы ижади юлдар эҙләй. Тауҙарҙағы кейек кеүек үҙ йүнен үҙе күрә: эш ҡорамалдары, оҫтаханаһы менән – бына шулай ағыла уға йырлы һындар моңо…
Әйтер һүҙем биҙәү-ҡулланма әйберҙәр сәнғәтенә лә, скульп­тураға ла, балалар уҡытыуға ла берҙәй ихлас тотонған рәссам-педагог тураһында булыр.
Быйыл Сибай ҡалаһында йә­шәп ижад иткән Йәноҙаҡ Ҡылысов фиҙакәр хеҙмәтендәге ҡаҙаныш­тары өсөн Башҡортостан һәм Рәсәй Рәссамдар союзына ҡабул ителде.
Мәскәү, Өфө, Чебоксар, Магнитогорск, Екатеринбург, Төмән, Түбәнге Новгород ҡалаларында уҙған Бөтә Рәсәй күргәҙмәләрендә, бәйгеләрендә лә даими ҡатнашып килә Йәноҙаҡ Ишбирҙе улы. Тормошта һәм сәнғәттә үҙ донъяһы булған рәссам юғары кимәлдә ойошторолған ярыштарҙан һәр саҡ беренсе урындар, маҡтау ҡағыҙҙары, махсус дипломдар, ҡиммәтле бүләктәр менән әйләнеп ҡайта.
Халҡыбыҙ борон-борондан ағастан, ҡабыҡтан, ҡайын туҙы­нан һауыт-һаба, йорт йыһаздарын, балалар өсөн уйынсыҡтарҙы ҡа­батланмаҫ биҙәктәр менән һырлап эшләүгә оҫта булған. Был һөнәр­ҙең, быуаттар аша камиллаша барып, беҙҙең көндәргә килеп ете­үе бер кемгә лә сер түгел. Мил­ләтебеҙҙең меңдәрсә йылдар буйына йыйылған эстетик идеалдарын, үҙенсәлеген һәм традицияларын дауам иткән Йәноҙаҡ Ҡы­лысовтың ижад емештәрен рес­публикабыҙҙың төрлө музейҙа­рын­да, Рәсәйҙә генә түгел, ә ете диңгеҙ аръяғындағы Японияла ике әҫәрен -– “Төньяҡ амуры” һәм “Башҡорт балы” варианттарын осратырға мөмкин. Шулай уҡ Гер­манияның Ганновер ҡалаһына ла юлланған уның һырлы, йырлы һындары, башҡорт биҙәктәре. “Йәноҙаҡ Ишбирҙе улының ижады милли мәҙәниәткә ихлас хеҙмәт итеүе менән айырылып тора. Рәссам эштәренең нигеҙендә фольклор һәм хәҙерге ауыл тормошо ята”, – тип яҙа сәнғәт белгесе И. Гусева. Эйе, хаҡ һүҙҙәр. Мәҫәлән, “Һыбайлы башҡорт”, “Алыҫ юл” әҫәрҙәрен алайыҡ, был һынлы һүрәттә башҡорт халҡының милли сәнғәт традициялары, дөйөмләштерелгән халыҡ образы сағылған.
Ана бит, һыбай йәки егеүле ат­та барһалар ҙа, уйҙары үҙ донъя­һында ғына түгел, алыҫтарға барып тоташҡан. Ҡараштарында киң күңеллелек, хәйләһеҙлек, тыуған еренә мөхәббәт кеүек тәбиғи си­фаттарҙы күрмәү һис мөмкин тү­гел. Рәссамдың күп һүрәттәре ара­һында ҡатын-ҡыҙҙарға арналғандары байтаҡ. “Ҡымыҙ бешеүсе ҡыҙ”, “Батмуслы ҡыҙ”, “Һауынсы” – былар барыһы ла авторҙың йөрәк йылыһы, ихлас­лығы, милли колорит һәм психологик йөкмәтке менән бер бөтөн. Айырып әйткәндә, “Бейеүсе ҡыҙ”­ҙағы нәзәкәтлелек, һомғоллоҡ, кейеменең деталдәре, толомда­рының серлелеге – бөтәһе бергә талғын көйгә тирбәлеп, бейеү­сенең баш өҫтөндәге самауырын һажлатып ҡайнатып ебәргән һымаҡ, сөнки сәнғәттең көсө лә шунда: мең кешелә мең төрлө хис-тойғо уятыу.
Рәссам башҡорт ҡатын-ҡыҙ­ҙарының һын-килбәтен һүрәтләүҙе оригиналь хәл иткән, минеңсә. Уларҙың бер позицияла тороштарында күпме баҫалҡылыҡ, мосолманлыҡ ҡылыҡһырланған. Әйтергә кәрәк, Йәноҙаҡ Ишбирҙе улының иң характерлы һыҙаты художестволы әйберҙәр эшләү сәнғәтенең боронғо традициялары нигеҙендә яңы сюжеттар, темалар, формалар эҙләү булһа, скульпту­рала ул бөтөнләй үҙаллы. Халыҡ күңеленә хуш килтереү – ҙур мәртәбә.
Ихлас, өҙлөкһөҙ тырыша тор­ғас, 1990 – 2014 йылдарҙағы хеҙ­мәттәре төрлө кимәлдәге бәйге­ләрҙә тик беренсе урындарҙы яулай. Шуларҙың бер нисәһе – “Бәләкәй һәм ҙур ижау” (2003), “Ат еккән бабай санала” (2006), “Ижау” (2014). Һанай китһәң, Рәсәйҙә хатта бер юлы ике бәй­генең еңеүсеһе була ул. Берен­сеһе – Түбәнге Новгородта, икен­сеһе – Мәскәүҙә. Ҡылысов өсөн иң иҫтәлеклеһе 197 кеше ара­һында “Рәсәй асылы” бәйгеһендә ҡатнашыу булғандыр, моғайын. Бында ун бәйгесе финалға сыға. Бармаҡ менән һанарлыҡ ижадсылар иҫәбендә Йәноҙаҡ Ишбирҙе улының булыуы, унан исемле кубок алып ҡайтыуы – былар бөтәһе лә киләсәктәге ижадына дәрт, һәләт балҡышы булып сарпыла­сағына иманым камил минең.
Был юлдарҙы яҙғанда мин рәссамдың “Хушлашыу” әҫәрен күҙ алдына килтерәм. Бына ғәжәп: бөйөк тәбиғәттән дә олораҡ, юғарыраҡ булып хушлашырға те­ләйме ир менән ҡатын? Уларҙың мөнәсәбәттәрендә башҡорт рухы­ның тылсым тулы тәбиғәт менән бер бөтөн гармониялы булыуы – тәрән һәм серле. Тик ул күңел төбөнә йәшерелгән йомаҡ рәүе­шендә. Йәноҙаҡ Ҡылысов матур донъя киңлеген ғәҙәттән тыш тоя белеүе арҡаһында, саф һөйөү тойғоһон ер-һыуҙы һаҡлауға, яҡлауға һәм шул төшөнсәләр нигеҙендә моңһоу хушлашыуҙан һуң татлы осрашыуҙы ла ишаралай.
Ижадсының был үҙенсәлекле алымдары, әлбиттә, үҙен генә ләззәтләндереп ҡалмай, ә бөтә­беҙгә күңел аҙығы ла ул. Ошо уҡ фекерҙе дауам итеп, “Балыҡ­сылар әңгәмәһе” исемле эшенә күҙ һалайыҡ: милли фольклор һәм ауыл тормошо. Ҡапма-ҡаршы баҫҡан ике ир һыны. Үҙенсәлекле был композицияла беренсеһе икенсеһенә халыҡ ижадына хас биҙәктәр менән фәлсәфәүи мәғәнә өҫтәй. Йәнә, мин Йәноҙаҡ Ишбир­ҙе улында боронғолоҡ тойғоһо һаҡланыуына ғәжәпләнәм.
Башҡорт рухының тәбиғәт ме­нән бер бөтөн булыуын раҫлаған “Ҡурайсы сулпыһы”, “Йыр”, “Ҡо­байыр” композициялары ҡурайға гимн булып яңғырай. Рәссам тураһындағы уйҙарымды дауам итеп, аптырап ҡалдым: уның бит Ирәндек итәгендә урынлашҡан тыуған ауылы – Иҫке Сибай. Оло һәм яҡты мөхәббәт менән һуғарылып, йырға һалынған Сибай кантон да: “Атайсалға ҡайтып, кантон булһам, ирешер инем, Фатимам, моратҡа”, – тип йырлаған. Ниндәй генә тантаналы байрамдар булмаһын, “Сибай”, “Сәли­мәкәй”, “Илсе Ғайса”, “Төйәләҫ” халыҡ йырҙарын һуҙмай күңел булмай, тиҙәр беҙҙең яҡтарҙа. Башҡорттоң көй-моңдарын тыңлап үҫкән ижадсының башҡорт халыҡ йырҙарына мөрәжәғәт итеүенә бер ҙә ғәжәпләнерлек түгел. Был йүнәлештә Йәноҙаҡ Ҡылысовтың ижады ҡатнаш, күп яҡлы: ул скульптурала һәм декоратив сәнғәттә берҙәй һынлана. Ошо ике сәнғәт уртаһында торған “Ҡобайыр” исемле эше бик үҙен­сәлекле һәм һоҡланғыс: һырлап эшләнгән сылбыр ике нәфис сәнғәти дүңгәләктәр менән тамамлана. Уларҙың эсенә ҡурайҙа һәм ҡумыҙҙа уйнаған сәсәндәр һынын композицион бер бөтөн итеп ырып ултыртҡан.
Нисек ҡараһаң, шулай күрер­һең, тигән һүҙ ҙә йөрөй беҙҙең халыҡта. Мәҫәлән, ҡурайҙа уйнап барған һыбай малайҙың атын бесәнсе ҡарт етәкләгән. Икеһенең дә холоҡ-фиғелен, тәбиғилеген, халыҡсанлығын башҡорт рухының ғәжәйеп символы илаһи ҡурай аша бер аҙ дөйөмләштереп һәм романтикалаштырып халыҡҡа яҡынайтыуы менән үҙ мәртәбәһен дә оҫта күтәргән ижадсы. Рәссам үҙенең геройҙарын тәбиғи йәшәү йәки эш шарттарында һүрәтләй, һәм был уларҙы әллә нисәмә вариантта күреү, аңлау мөмкинлеген дә бирә.
Ат өҫтөндә ултырып ҡурай уй­наған малай менән атты етәкләгән бесәнсе ҡарттың китеп барыуын күргәс, бер риүәйәт иҫкә төштө: сүллек буйлап аталы-уллы икәү бара. Ҡомло ел-дауылдан, ҡыҙыу ҡояштан арып-талып, бер һарайға килеп туҡтайҙар. Улы атаһына: “Атай, мин арып, сарсап барғанда һинең аяҡ эҙҙәреңде күрмәнем”. Атаһы: “Улым, мин һине күтәреп бара инем бит”, – ти. Тәрән фәл­сәфә… Оло донъяуи мәғәнә һа­лынған әҫәргә, бөгөнгө менән дә ауаздаш ул.
Әлеге көндә Йәноҙаҡ Ишбирҙе улы Ҡылысов Сибай балалар сәнғәт мәктәбендә уҡыта. Үҙенең ике тиҫтә йылдан ашыу хеҙмәт дәүерендә балаларҙа халҡы­быҙҙың сәнғәтенә, мәҙәниәтенә һөйөү тәрбиәләү, милли рух үҫте­реүгә индергән өлөшө баһалап бөткөһөҙ. Күргәҙмәләрҙә, бәйге­ләрҙә ҡатнашыу – рәссамдар эше өсөн ҙур баһа, ә уҡыусы бала­ларға ул өсләтә шатлыҡлы. Был йәһәттән дә Йәноҙаҡ Ишбирҙе улы бәхетле. Күрәһең, уҡытыу, тәрбиәләү тураһында һөйләүгә ҡарағанда, ғәмәли эш башҡарыу күпкә отошлораҡ. Рәссам-педагог булараҡ уҡыусыларын “эш кешене кеше итер” тип тәрбиәләй.
Уҡытыусыһы ниндәй – уҡыу­сыһы шундай, тип ерле-юҡҡа әйтмәй халыҡ. Остаздарынан күрмәксе, Ислам Мусин, Илнур Дәүләтҡолов, Илшат Өмөтбаев, Фәрхәт Саттаров, Александр Ющенко, Сергей Амельчук, Сергей Феоктистов ҡала, республика, Рәсәй, халыҡ-ара бәйгеләрҙә беренсе урындарҙы яулай. Күреүе­геҙсә, ижадсы тормошто ижади ҡабул итеү сифатын уҡыусы­ларына күсергән. Шулай йәненә тыныслыҡ, тормошона йәм ала ул.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 698

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 826

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 4 772

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 4 480

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 3 103

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 799

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 4 046

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 3 178

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 778

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 827

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 617

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 873