Тауҙарҙағы кейек кеүек14.12.2016
Глобаль селтәрҙә осраҡлы ғына бер яҙманы күреп ҡалдым. Туҡта, туҡта… Кем был? Ул матурлыҡтың сигенә етепмелер, япа-яңғыҙы Ирәндек буйҙарына сыға ла китә икән… Күңелен ығы-зығынан арындырып, йәненә тәбиғәт сафлығы ҡайтһын өсөн тауҙарға үрмәләйҙер. Рәсемдәре менән яҡындан танышҡас, тығыҙ рамкаларға һыймайынса, нимәгәлер ҡулайлашып йәшәргә өйрәнмәгән, әммә тәрән ижади фекер йөрөткән Сибай балалар сәнғәт мәктәбе уҡытыусыһы Йәноҙаҡ Ишбирҙе улы Ҡылысовты таныным.
Эйе, эйе, ул шулай тәбиғәттең моңон тоя, яңы бирелеш, яңы ижади юлдар эҙләй. Тауҙарҙағы кейек кеүек үҙ йүнен үҙе күрә: эш ҡорамалдары, оҫтаханаһы менән – бына шулай ағыла уға йырлы һындар моңо…
Әйтер һүҙем биҙәү-ҡулланма әйберҙәр сәнғәтенә лә, скульптураға ла, балалар уҡытыуға ла берҙәй ихлас тотонған рәссам-педагог тураһында булыр.
Быйыл Сибай ҡалаһында йәшәп ижад иткән Йәноҙаҡ Ҡылысов фиҙакәр хеҙмәтендәге ҡаҙаныштары өсөн Башҡортостан һәм Рәсәй Рәссамдар союзына ҡабул ителде.
Мәскәү, Өфө, Чебоксар, Магнитогорск, Екатеринбург, Төмән, Түбәнге Новгород ҡалаларында уҙған Бөтә Рәсәй күргәҙмәләрендә, бәйгеләрендә лә даими ҡатнашып килә Йәноҙаҡ Ишбирҙе улы. Тормошта һәм сәнғәттә үҙ донъяһы булған рәссам юғары кимәлдә ойошторолған ярыштарҙан һәр саҡ беренсе урындар, маҡтау ҡағыҙҙары, махсус дипломдар, ҡиммәтле бүләктәр менән әйләнеп ҡайта.
Халҡыбыҙ борон-борондан ағастан, ҡабыҡтан, ҡайын туҙынан һауыт-һаба, йорт йыһаздарын, балалар өсөн уйынсыҡтарҙы ҡабатланмаҫ биҙәктәр менән һырлап эшләүгә оҫта булған. Был һөнәрҙең, быуаттар аша камиллаша барып, беҙҙең көндәргә килеп етеүе бер кемгә лә сер түгел. Милләтебеҙҙең меңдәрсә йылдар буйына йыйылған эстетик идеалдарын, үҙенсәлеген һәм традицияларын дауам иткән Йәноҙаҡ Ҡылысовтың ижад емештәрен республикабыҙҙың төрлө музейҙарында, Рәсәйҙә генә түгел, ә ете диңгеҙ аръяғындағы Японияла ике әҫәрен -– “Төньяҡ амуры” һәм “Башҡорт балы” варианттарын осратырға мөмкин. Шулай уҡ Германияның Ганновер ҡалаһына ла юлланған уның һырлы, йырлы һындары, башҡорт биҙәктәре. “Йәноҙаҡ Ишбирҙе улының ижады милли мәҙәниәткә ихлас хеҙмәт итеүе менән айырылып тора. Рәссам эштәренең нигеҙендә фольклор һәм хәҙерге ауыл тормошо ята”, – тип яҙа сәнғәт белгесе И. Гусева. Эйе, хаҡ һүҙҙәр. Мәҫәлән, “Һыбайлы башҡорт”, “Алыҫ юл” әҫәрҙәрен алайыҡ, был һынлы һүрәттә башҡорт халҡының милли сәнғәт традициялары, дөйөмләштерелгән халыҡ образы сағылған.
Ана бит, һыбай йәки егеүле атта барһалар ҙа, уйҙары үҙ донъяһында ғына түгел, алыҫтарға барып тоташҡан. Ҡараштарында киң күңеллелек, хәйләһеҙлек, тыуған еренә мөхәббәт кеүек тәбиғи сифаттарҙы күрмәү һис мөмкин түгел. Рәссамдың күп һүрәттәре араһында ҡатын-ҡыҙҙарға арналғандары байтаҡ. “Ҡымыҙ бешеүсе ҡыҙ”, “Батмуслы ҡыҙ”, “Һауынсы” – былар барыһы ла авторҙың йөрәк йылыһы, ихласлығы, милли колорит һәм психологик йөкмәтке менән бер бөтөн. Айырып әйткәндә, “Бейеүсе ҡыҙ”ҙағы нәзәкәтлелек, һомғоллоҡ, кейеменең деталдәре, толомдарының серлелеге – бөтәһе бергә талғын көйгә тирбәлеп, бейеүсенең баш өҫтөндәге самауырын һажлатып ҡайнатып ебәргән һымаҡ, сөнки сәнғәттең көсө лә шунда: мең кешелә мең төрлө хис-тойғо уятыу.
Рәссам башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының һын-килбәтен һүрәтләүҙе оригиналь хәл иткән, минеңсә. Уларҙың бер позицияла тороштарында күпме баҫалҡылыҡ, мосолманлыҡ ҡылыҡһырланған. Әйтергә кәрәк, Йәноҙаҡ Ишбирҙе улының иң характерлы һыҙаты художестволы әйберҙәр эшләү сәнғәтенең боронғо традициялары нигеҙендә яңы сюжеттар, темалар, формалар эҙләү булһа, скульптурала ул бөтөнләй үҙаллы. Халыҡ күңеленә хуш килтереү – ҙур мәртәбә.
Ихлас, өҙлөкһөҙ тырыша торғас, 1990 – 2014 йылдарҙағы хеҙмәттәре төрлө кимәлдәге бәйгеләрҙә тик беренсе урындарҙы яулай. Шуларҙың бер нисәһе – “Бәләкәй һәм ҙур ижау” (2003), “Ат еккән бабай санала” (2006), “Ижау” (2014). Һанай китһәң, Рәсәйҙә хатта бер юлы ике бәйгенең еңеүсеһе була ул. Беренсеһе – Түбәнге Новгородта, икенсеһе – Мәскәүҙә. Ҡылысов өсөн иң иҫтәлеклеһе 197 кеше араһында “Рәсәй асылы” бәйгеһендә ҡатнашыу булғандыр, моғайын. Бында ун бәйгесе финалға сыға. Бармаҡ менән һанарлыҡ ижадсылар иҫәбендә Йәноҙаҡ Ишбирҙе улының булыуы, унан исемле кубок алып ҡайтыуы – былар бөтәһе лә киләсәктәге ижадына дәрт, һәләт балҡышы булып сарпыласағына иманым камил минең.
Был юлдарҙы яҙғанда мин рәссамдың “Хушлашыу” әҫәрен күҙ алдына килтерәм. Бына ғәжәп: бөйөк тәбиғәттән дә олораҡ, юғарыраҡ булып хушлашырға теләйме ир менән ҡатын? Уларҙың мөнәсәбәттәрендә башҡорт рухының тылсым тулы тәбиғәт менән бер бөтөн гармониялы булыуы – тәрән һәм серле. Тик ул күңел төбөнә йәшерелгән йомаҡ рәүешендә. Йәноҙаҡ Ҡылысов матур донъя киңлеген ғәҙәттән тыш тоя белеүе арҡаһында, саф һөйөү тойғоһон ер-һыуҙы һаҡлауға, яҡлауға һәм шул төшөнсәләр нигеҙендә моңһоу хушлашыуҙан һуң татлы осрашыуҙы ла ишаралай.
Ижадсының был үҙенсәлекле алымдары, әлбиттә, үҙен генә ләззәтләндереп ҡалмай, ә бөтәбеҙгә күңел аҙығы ла ул. Ошо уҡ фекерҙе дауам итеп, “Балыҡсылар әңгәмәһе” исемле эшенә күҙ һалайыҡ: милли фольклор һәм ауыл тормошо. Ҡапма-ҡаршы баҫҡан ике ир һыны. Үҙенсәлекле был композицияла беренсеһе икенсеһенә халыҡ ижадына хас биҙәктәр менән фәлсәфәүи мәғәнә өҫтәй. Йәнә, мин Йәноҙаҡ Ишбирҙе улында боронғолоҡ тойғоһо һаҡланыуына ғәжәпләнәм.
Башҡорт рухының тәбиғәт менән бер бөтөн булыуын раҫлаған “Ҡурайсы сулпыһы”, “Йыр”, “Ҡобайыр” композициялары ҡурайға гимн булып яңғырай. Рәссам тураһындағы уйҙарымды дауам итеп, аптырап ҡалдым: уның бит Ирәндек итәгендә урынлашҡан тыуған ауылы – Иҫке Сибай. Оло һәм яҡты мөхәббәт менән һуғарылып, йырға һалынған Сибай кантон да: “Атайсалға ҡайтып, кантон булһам, ирешер инем, Фатимам, моратҡа”, – тип йырлаған. Ниндәй генә тантаналы байрамдар булмаһын, “Сибай”, “Сәлимәкәй”, “Илсе Ғайса”, “Төйәләҫ” халыҡ йырҙарын һуҙмай күңел булмай, тиҙәр беҙҙең яҡтарҙа. Башҡорттоң көй-моңдарын тыңлап үҫкән ижадсының башҡорт халыҡ йырҙарына мөрәжәғәт итеүенә бер ҙә ғәжәпләнерлек түгел. Был йүнәлештә Йәноҙаҡ Ҡылысовтың ижады ҡатнаш, күп яҡлы: ул скульптурала һәм декоратив сәнғәттә берҙәй һынлана. Ошо ике сәнғәт уртаһында торған “Ҡобайыр” исемле эше бик үҙенсәлекле һәм һоҡланғыс: һырлап эшләнгән сылбыр ике нәфис сәнғәти дүңгәләктәр менән тамамлана. Уларҙың эсенә ҡурайҙа һәм ҡумыҙҙа уйнаған сәсәндәр һынын композицион бер бөтөн итеп ырып ултыртҡан.
Нисек ҡараһаң, шулай күрерһең, тигән һүҙ ҙә йөрөй беҙҙең халыҡта. Мәҫәлән, ҡурайҙа уйнап барған һыбай малайҙың атын бесәнсе ҡарт етәкләгән. Икеһенең дә холоҡ-фиғелен, тәбиғилеген, халыҡсанлығын башҡорт рухының ғәжәйеп символы илаһи ҡурай аша бер аҙ дөйөмләштереп һәм романтикалаштырып халыҡҡа яҡынайтыуы менән үҙ мәртәбәһен дә оҫта күтәргән ижадсы. Рәссам үҙенең геройҙарын тәбиғи йәшәү йәки эш шарттарында һүрәтләй, һәм был уларҙы әллә нисәмә вариантта күреү, аңлау мөмкинлеген дә бирә.
Ат өҫтөндә ултырып ҡурай уйнаған малай менән атты етәкләгән бесәнсе ҡарттың китеп барыуын күргәс, бер риүәйәт иҫкә төштө: сүллек буйлап аталы-уллы икәү бара. Ҡомло ел-дауылдан, ҡыҙыу ҡояштан арып-талып, бер һарайға килеп туҡтайҙар. Улы атаһына: “Атай, мин арып, сарсап барғанда һинең аяҡ эҙҙәреңде күрмәнем”. Атаһы: “Улым, мин һине күтәреп бара инем бит”, – ти. Тәрән фәлсәфә… Оло донъяуи мәғәнә һалынған әҫәргә, бөгөнгө менән дә ауаздаш ул.
Әлеге көндә Йәноҙаҡ Ишбирҙе улы Ҡылысов Сибай балалар сәнғәт мәктәбендә уҡыта. Үҙенең ике тиҫтә йылдан ашыу хеҙмәт дәүерендә балаларҙа халҡыбыҙҙың сәнғәтенә, мәҙәниәтенә һөйөү тәрбиәләү, милли рух үҫтереүгә индергән өлөшө баһалап бөткөһөҙ. Күргәҙмәләрҙә, бәйгеләрҙә ҡатнашыу – рәссамдар эше өсөн ҙур баһа, ә уҡыусы балаларға ул өсләтә шатлыҡлы. Был йәһәттән дә Йәноҙаҡ Ишбирҙе улы бәхетле. Күрәһең, уҡытыу, тәрбиәләү тураһында һөйләүгә ҡарағанда, ғәмәли эш башҡарыу күпкә отошлораҡ. Рәссам-педагог булараҡ уҡыусыларын “эш кешене кеше итер” тип тәрбиәләй.
Уҡытыусыһы ниндәй – уҡыусыһы шундай, тип ерле-юҡҡа әйтмәй халыҡ. Остаздарынан күрмәксе, Ислам Мусин, Илнур Дәүләтҡолов, Илшат Өмөтбаев, Фәрхәт Саттаров, Александр Ющенко, Сергей Амельчук, Сергей Феоктистов ҡала, республика, Рәсәй, халыҡ-ара бәйгеләрҙә беренсе урындарҙы яулай. Күреүегеҙсә, ижадсы тормошто ижади ҡабул итеү сифатын уҡыусыларына күсергән. Шулай йәненә тыныслыҡ, тормошона йәм ала ул.