Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт
Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Башҡортостанда йәшәүселәр хәрби иҫәп тураһында белдереү ҡағыҙы ала башланы. Был нимәне аңлата?
Башҡортостанда йәшәүселәр Дәүләт хеҙмәттәрендә үҙҙәре тураһында мәғлүмәттәрҙе берҙәм хәрби иҫәп реестрына индереү тураһында хәбәрҙәр ала башланы. Был хәбәрҙәр нимәне аңлата һәм уларға нисек яуап бирергә? Быны эксперт-адвокат Роман Петров менән бергәләп асыҡлайбыҙ.
Был ниндәй реестр?
Быйылдан Рәсәйҙә хәрби иҫәпкә алыуҙың электрон реестры эшләй башланы. Был автоматик рәүештә хәрби бурыслылар тураһында мәғлүмәт йыйған, уларҙы иҫәпкә ҡуйған һәм граждандар тураһында мәғлүмәттәрҙе актуалләштергән мәғлүмәттәр базаһы. Хәрби бурыслы рәсәйҙәрҙең электрон базаһына Рәсәйҙең Оборона министрлығы ғына инергә мөмкин.
Әгәр резервсыларҙы ашығыс рәүештә хәрби комиссариатҡа саҡырырға кәрәк булһа (мобилизация ғына түгел, резервсыларҙы даими рәүештә сборҙарға һәм медицина тикшереүҙәренә йыялар), был заманса технологиялар ярҙамында – Дәүләт хеҙмәттәре аша башҡарыла.

Был белдереү миңә повестка килде тигәнде аңлатамы?
Юҡ, был повестка түгел! Хәрби иҫәптә запаста торған граждандарға элек хәрби бурысы булғандар тураһында мәғлүмәт яҙма рәүештә һаҡланған, ә хәҙер электрон форматта була, уларҙың мәғлүмәттәрен хәрби комиссариаттар базаһына күсергәндәр, тигән хәбәр килә. Йәғни Ватан ир-егеттәрҙе: «Хөрмәтле дуҫым, үҙеңдең хәрби бурыслы булыуыңды онотма!» – тип иҫкәртә.
Әгәр шундай белдереү алһаң, нимә эшләргә?
Бер ни ҙә эшләргә кәрәкмәй. Был саҡырыу ҙа, ғәмәлдәр өсөн нигеҙ ҙә түгел. Хәбәр бары тик мәғлүмәт характерында һәм һеҙҙе бер нәмәгә лә мәжбүр итмәй. Ҡыҙыҡһыныу өсөн һылтанмалар аша үтеп, үҙ мәғлүмәттәрегеҙҙе тикшерә алаһығыҙ.
Белдереүҙе повестканан нисек айырырға?
Электрон повестка ҡағыҙ повестка кеүек үк күренә, шулай уҡ документтың дөрөҫлөгөн раҫлау өсөн кәрәкле һанлы ҡултамға бар. Электрон повесткала түбәндәге мәғлүмәттәр күрһәтелә:
- хәрби хеҙмәткә саҡырылыусының исеме һәм фамилияһы;
- йәшәгән урыны;
- килеү датаһы һәм ваҡыты;
- саҡырыу сәбәбе;
- хәрби комиссариаттың адресы.
Әгәр повестканы иғтибарһыҙ ҡалдырһаң, нимә була?
Әгәр повестка тураһында белдереүҙе «онотһаң» йәки уҡымаһаң, ете көндән һуң ул тапшырылған тип иҫәпләнә. Шунан һуң хәрби хеҙмәткә саҡырылыусыға Дәүләт хеҙмәттәрендә күрһәтелгән телефон аша шылтыраталар, прописка адресына хәрби комиссариат хеҙмәткәрен ебәрәләр, әгәр уны тапмаһалар йәки ҡасып йөрөгәнен асыҡлаһалар, административ хоҡуҡ боҙоу тураһында протокол төҙөйҙәр. Әгәр гражданин был осраҡта ла ни өсөн килмәүенең сәбәбен аңлатмаһа, суд штраф һәм сикләүҙәр тураһында ҡарар ҡабул итергә мөмкин. Шуны ла белеү мөһим: суд ҡарары хәрби комиссариатҡа килеү бурысын юҡҡа сығармай!
Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт
Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....
Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт
Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......
Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт
Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...
Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт
Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......
Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт
Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......
Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт
Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...
Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт
Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...
Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт
Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...
Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт
Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...
Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт
Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...
Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт
Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...
Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт
Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...