Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Идияның шәп идеялары
Идияның шәп идеяларыРәхмәт халҡы "Айыҡ ауыл-2013" республика конкурсында ҡатнашырға теләк белдерҙе. Был мөһим ҡарарға килеү өсөн уларҙың йылдар дауамында алып барған әҙерлеге ярҙам итте. Һәр ауылда тиерлек яҡшылыҡҡа әйҙәүсе, халыҡты ойоштороусы лидер була. Һәр кем уның һүҙен тыңлай, фекерҙәре менән уртаҡлаша һәм ҡулға-ҡул тотоношоп эш башлай. Был йәһәттән Идия Ғүмәрованы башҡаларға өлгө итеп ҡуйырға була. Хәйер, уның эше лә шуны талап итә. Ул — Рәхмәт ауылы ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе, клуб мөдире.

Рәхмәттәрҙе районда сәмле, эшһөйәр, дәртле халыҡ булараҡ беләләр. Үҙәктән алыҫ урынлашыуына ҡарамаҫтан, бында тормошҡа ғашиҡ, маҡсатҡа ынтылышлы кешеләр йәшәй. Һәр йортта тиерлек еңел машина, трактор, йорттар төҙөк, урамдар таҙа. Ауылға йәм биреп ултырған мәктәп — рәхмәттәрҙе берләштергән мәҙәниәт, рухиәт усағы ла. Тирә-яҡты нурға күмеп, иман йорто ҡалҡып килә. Төбәктең данлы ҡыҙҙарының береһе Фирҙәүес Хисамитдинова уны төҙөүгә күп көс һала, халыҡ та ҡулынан килгәнсә ярҙам итә. Айыҡ тормошҡа йәнә бер аҙым булһын ине мәсетебеҙ тип өмөтләнә халыҡ.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, беҙҙә эш урындары юҡ. Шуға күрә ир-ат ситкә китеп аҡса табырға мәжбүр. Шәхси эшҡыуарҙар тотҡан өс магазиндың, мәктәп һәм клубтың хеҙмәткәрҙәрен бергә ҡушҡанда эшләүсе кеше һаны иллегә лә етмәй. Шулай ҙа халыҡ, шәхси хужалығын үҫтереп, нисек тә тормош көтөргә тырыша. Рәхмәттәрҙең етеш һәм мул йәшәүен ауылға ингәс тә тойомларға мөмкин. Сағыу буяуҙар менән балҡыған йорт ихаталары, еңел машиналар, балаларҙың төрлө велосипед йә скутерҙа елдереүе, халыҡтың нурлы йөҙө, ихласлығы күңелде күтәрә.
Идия Миҙхәт ҡыҙы әйтеүенсә, Рәхмәт былтыр "Айыҡ ауыл" конкурсында районда еңеүсе булған, шуға күрә улар быйыл республика кимәленә сығырға батырсылыҡ иткән. Йылдар дауамында алып барылған эҙмә-эҙлекле эш үҙ һөҙөмтәһен бирмәй ҡалмай. Ҡатын-ҡыҙҙар советы ағзалары "йәшел йылан" ҡоллоғона эләккән ауылдаштары араһында ағинәйҙәр менән берлектә шәхсән һөйләшеүҙәр алып бара. Клубтағы һәр сара алдынан эскелектең насар эҙемтәләре тураһында лекциялар уҡыла. Хатта Идия Ғүмәроваға ҡайһы бер ауылдаштарын үҙ машинаһында Ырымбур өлкәһенең Абдулла ауылына, Идияның шәп идеяларыСиләбе, Магнитогорск ҡалаларына эскелектән дауаланырға алып бара.
Шуныһы ҡыуаныслы: күптәр үҙҙәре теләп араҡынан баш тартҡан, иң мөһиме — йәштәр араһында эскелек менән мауығыусылар юҡ. Барлыҡ күңел асыу саралары, байрамдар, һуғым аштары, ҡаҙ өмәләре хәмерһеҙ үтә. Халҡыбыҙҙың йолаларын сәхнәләштереп, йырлап күңел асҡан рәхмәттәрҙең башланғысын күрше ауылдарҙа ла хуплайҙар. Былтыр ойошторолған "Урам байрамы"нда республика төбәктәренән ҡунаҡтар ҡабул итеп, үҙҙәренең айыҡ тормош алып Идияның шәп идеяларыбарыуын тағы бер тапҡыр дәлилләне улар. Буҙа, ҡымыҙ, айран менән танһыҡтарын ҡандырып, сәләмәт тормош алып барыусы ауылдаштарҙың быйылғы бәйгелә лә һынатмаҫтарына ышаныс ҙур.
Әлбиттә, "Айыҡ ауыл-2013" конкурсында еңеү өсөн халыҡтың дәррәү булыуы, берҙәмлеге кәрәк. Ауыл Советы депутаты Исрафил Йәнсәйетова яҡташтарының өмөтө аҡланырына ышана. "Ата-әсәләре айыҡлыҡ юлынан бара икән, тимәк, балалары ла сәләмәт тормошто һайлаясаҡ. Тап ошо йәһәттән программаның әһәмиәте ҙур. Ә бәйгелә еңеү мотлаҡ түгел".
Ветерандар советы рәйесе Рәйдә Мөхәмәтҡужина, оҙаҡ йылдар мәктәп директоры булған Нәғимә Ямалова, алдынғы һауынсы Мәүлиҙә Әхмәҙиева, Хазина Әхмәҙиева, ауыл старостаһы Исмәғил Йәнсәйетов, Рәхмәт урта мәктәбе директоры Зөһрә Әхмәҙиеваларҙың да ярҙамы ҙур. Ауылдың "Умырзая" фольклор төркөмө (етәксеһе — Идия Ғүмәрова) сығыштары ла айыҡ йәшәүгә, сәләмәт тормош алып барыуға оран булып яңғырай.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 878

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 254

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 778

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 951

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 854

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 633

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 731

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 583

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 843

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 583

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 779