Рәхмәт халҡы "Айыҡ ауыл-2013" республика конкурсында ҡатнашырға теләк белдерҙе. Был мөһим ҡарарға килеү өсөн уларҙың йылдар дауамында алып барған әҙерлеге ярҙам итте. Һәр ауылда тиерлек яҡшылыҡҡа әйҙәүсе, халыҡты ойоштороусы лидер була. Һәр кем уның һүҙен тыңлай, фекерҙәре менән уртаҡлаша һәм ҡулға-ҡул тотоношоп эш башлай. Был йәһәттән Идия Ғүмәрованы башҡаларға өлгө итеп ҡуйырға була. Хәйер, уның эше лә шуны талап итә. Ул — Рәхмәт ауылы ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе, клуб мөдире.
Рәхмәттәрҙе районда сәмле, эшһөйәр, дәртле халыҡ булараҡ беләләр. Үҙәктән алыҫ урынлашыуына ҡарамаҫтан, бында тормошҡа ғашиҡ, маҡсатҡа ынтылышлы кешеләр йәшәй. Һәр йортта тиерлек еңел машина, трактор, йорттар төҙөк, урамдар таҙа. Ауылға йәм биреп ултырған мәктәп — рәхмәттәрҙе берләштергән мәҙәниәт, рухиәт усағы ла. Тирә-яҡты нурға күмеп, иман йорто ҡалҡып килә. Төбәктең данлы ҡыҙҙарының береһе Фирҙәүес Хисамитдинова уны төҙөүгә күп көс һала, халыҡ та ҡулынан килгәнсә ярҙам итә. Айыҡ тормошҡа йәнә бер аҙым булһын ине мәсетебеҙ тип өмөтләнә халыҡ.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, беҙҙә эш урындары юҡ. Шуға күрә ир-ат ситкә китеп аҡса табырға мәжбүр. Шәхси эшҡыуарҙар тотҡан өс магазиндың, мәктәп һәм клубтың хеҙмәткәрҙәрен бергә ҡушҡанда эшләүсе кеше һаны иллегә лә етмәй. Шулай ҙа халыҡ, шәхси хужалығын үҫтереп, нисек тә тормош көтөргә тырыша. Рәхмәттәрҙең етеш һәм мул йәшәүен ауылға ингәс тә тойомларға мөмкин. Сағыу буяуҙар менән балҡыған йорт ихаталары, еңел машиналар, балаларҙың төрлө велосипед йә скутерҙа елдереүе, халыҡтың нурлы йөҙө, ихласлығы күңелде күтәрә.
Идия Миҙхәт ҡыҙы әйтеүенсә, Рәхмәт былтыр "Айыҡ ауыл" конкурсында районда еңеүсе булған, шуға күрә улар быйыл республика кимәленә сығырға батырсылыҡ иткән. Йылдар дауамында алып барылған эҙмә-эҙлекле эш үҙ һөҙөмтәһен бирмәй ҡалмай. Ҡатын-ҡыҙҙар советы ағзалары "йәшел йылан" ҡоллоғона эләккән ауылдаштары араһында ағинәйҙәр менән берлектә шәхсән һөйләшеүҙәр алып бара. Клубтағы һәр сара алдынан эскелектең насар эҙемтәләре тураһында лекциялар уҡыла. Хатта Идия Ғүмәроваға ҡайһы бер ауылдаштарын үҙ машинаһында Ырымбур өлкәһенең Абдулла ауылына,
Силәбе, Магнитогорск ҡалаларына эскелектән дауаланырға алып бара.
Шуныһы ҡыуаныслы: күптәр үҙҙәре теләп араҡынан баш тартҡан, иң мөһиме — йәштәр араһында эскелек менән мауығыусылар юҡ. Барлыҡ күңел асыу саралары, байрамдар, һуғым аштары, ҡаҙ өмәләре хәмерһеҙ үтә. Халҡыбыҙҙың йолаларын сәхнәләштереп, йырлап күңел асҡан рәхмәттәрҙең башланғысын күрше ауылдарҙа ла хуплайҙар. Былтыр ойошторолған "Урам байрамы"нда республика төбәктәренән ҡунаҡтар ҡабул итеп, үҙҙәренең айыҡ тормош алып
барыуын тағы бер тапҡыр дәлилләне улар. Буҙа, ҡымыҙ, айран менән танһыҡтарын ҡандырып, сәләмәт тормош алып барыусы ауылдаштарҙың быйылғы бәйгелә лә һынатмаҫтарына ышаныс ҙур.
Әлбиттә, "Айыҡ ауыл-2013" конкурсында еңеү өсөн халыҡтың дәррәү булыуы, берҙәмлеге кәрәк. Ауыл Советы депутаты Исрафил Йәнсәйетова яҡташтарының өмөтө аҡланырына ышана. "Ата-әсәләре айыҡлыҡ юлынан бара икән, тимәк, балалары ла сәләмәт тормошто һайлаясаҡ. Тап ошо йәһәттән программаның әһәмиәте ҙур. Ә бәйгелә еңеү мотлаҡ түгел".
Ветерандар советы рәйесе Рәйдә Мөхәмәтҡужина, оҙаҡ йылдар мәктәп директоры булған Нәғимә Ямалова, алдынғы һауынсы Мәүлиҙә Әхмәҙиева, Хазина Әхмәҙиева, ауыл старостаһы Исмәғил Йәнсәйетов, Рәхмәт урта мәктәбе директоры Зөһрә Әхмәҙиеваларҙың да ярҙамы ҙур. Ауылдың "Умырзая" фольклор төркөмө (етәксеһе — Идия Ғүмәрова) сығыштары ла айыҡ йәшәүгә, сәләмәт тормош алып барыуға оран булып яңғырай.