Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Шаулап торҙо “яу” яланы
Шаулап торҙо “яу” яланы...Урман ситендә тирмәләр ҡоролған. Уларҙан боронғо кейемдәге башҡорт яугирҙәре сыҡты, аттарын ҡарап, уҡ-һаҙаҡтарын, һөңгөләрен һәм ҡылыстарын барланылар ҙа яҡындағы майҙанға йүнәлделәр. Мылтыҡтар менән ҡоралланған урыҫ һалдаттары ла, барабан ҡағып, шул яҡҡа ыңғайланы. Тиҙҙән яу ораны яңғыраны, атыу тауыштары ишетелде…

Был күренеште Ҡырмыҫҡалы районы Тауһеңер ауылы эргәһендә 4 июлдә күҙәтергә була ине. Бында өс көн дауамында “Төньяҡ амурҙары — башҡорт яугирҙәре 1812 йылғы Ватан һуғышында” тип аталған IV республика хәрби-тарихи фестиваль-конкурсы үтте. Сараны Башҡортостандың Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығы, район хакимиәте ойошторҙо. Башлап йөрөүселәре – Илдар Шәйәхмәтов етәкләгән “1-се Башҡорт атлы полкы “Любизар” һәм Рәмил Рәхимов ҡулы аҫтында эшләгән “Өфө пехота полкы” хәрби патриотик клубтары.
Фестивалдә Архангел, Баҡалы, Дәүләкән, Күмертау, Ҡырмыҫҡалы, Стәрлетамаҡ, Шишмә һәм Өфө райондарынан, Салауат һәм Өфө ҡалаларынан 14-тән 30 йәшкә тиклемге йөҙгә яҡын кеше ҡатнашты. Улар, өс көн дауамында тәбиғәт ҡосағында палаткаларҙа йәшәп, күп төрлө интеллектуаль һәм спорт ярыштарында, бәйгеләрҙә көс һынашты. Ҡобайыр, халыҡ йырын һәм бейеүен башҡарыуҙы, музыка ҡоралдарында уйнауҙы, әҙерләп алып килгән боронғо Шаулап торҙо “яу” яланыкейемдәрҙе күрһәтеүҙе һәм шәжәрәләр менән таныштырыуҙы үҙ эсенә алған фольклор конкурсы бик ҡыҙыҡлы үтте. Тарихи викторина ҡатнашыусыларға белемдәрен күрһәтергә ҙур мөмкинлектәр бирҙе. Милли көрәш, уҡтан атыу һәм һөңгө ырғытыу буйынса ярыштар ҙа булды.
Һәр көн ойошторолған мастер-кластар халҡыбыҙҙың үткәне тураһында күберәк белергә булышлыҡ итте. Уларҙа боронғо башҡорттарҙың, урыҫтарҙың көндәлек һәм хәрби кейеме күрһәтелде. Тирмәне йыйып-һүтеү, ат эйәрләү һәм егеү буйынса күнекмәләрҙең кемгәлер киләсәктә лә кәрәге тейеүе ихтимал. Сараны ойоштороусылар уның төп маҡсаты тип юҡҡа ғына йәш быуында халҡыбыҙҙың данлы үткәненә һөйөү тәрбиәләү, рухи мираҫты, боронғо милли йолаларҙы һәм ғөрөф-ғәҙәттәрҙе һаҡлау һәм яңыртыу мәсьәләләрен ҡуймаған.
Шулай ҙа 1812 йылғы Ватан һуғышының хәл-ваҡиғаларын тергеҙеү фестиваль-конкурста төп урынды алды. Боронғо кейемдәге башҡорт яугирҙәре һәм урыҫ һалдаттарының оло яландағы сығышы француздар менән алыштың күп эпизодтарын ысынбарлыҡта күҙ алдына баҫтырҙы. “Һуғыш”ты ойошторған хәрбиҙәрҙең барыһы ла — был йәһәттән бай тәжрибә туплаған хәрби-патриотик клуб ағзалары. Республика хәрби-тарихи фестиваль-конкурстарын үткәреү менән бер рәттән, улар Бородино һуғышы күренештәрен тергеҙеп күрһәтеүҙә (1992 йылдан), Рәсәйҙә һәм халыҡ-ара кимәлдә ойошторолған ошондай башҡа сараларҙа ла әүҙем ҡатнаша. Бында, әлбиттә, ошо эшкә мөкиббән китеп бирелгән Илдар Шәйәхмәтовты, уның бөтә башланғыстарын яҡлаусы фекерҙәштәрен айырым билдәләргә кәрәк. Халҡыбыҙҙың бай һәм күп яҡлы тарихын данлау, мираҫты һаҡлау һәм яңыртыу буйынса һүҙ һөйләүҙән күптән инде аныҡ эшкә күскән улар.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 878

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 254

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 778

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 951

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 854

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 633

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 731

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 583

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 843

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 583

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 779