Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Майҙанда — ялан батырҙары
Майҙанда — ялан батырҙарыҺәр йылдағыса, яҙғы баҫыу эштәрен уңышлы тамамлап, халҡыбыҙҙың милли байрамын илештәр ҙә шат күңел, күтәренке кәйеф менән ҡаршыланы. Хатта тәбиғәт тә теләктәшлек белдергәндәй, ҡояшлы булды.

Һабантуй флагын күтәреү хоҡуғы ХХII партсъезд исемендәге кооператив рәйесе И. Сафинға, «Мир» кооперативы механизаторы Р. Кәбировҡа, Исәмәт ауыл мәҙәниәт йорто директоры Ф. Садиҡоваға, Үрге Йәркәйҙәге Т. Рахманов исемендәге урта мәктәп уҡыусыһы К. Нурғәлиеваға бирелде.
Беренсе һүҙҙе район хакимиәте башлығы Илдар Мостафин алды:
— Яҙғы сәсеү эштәрен тамамлап, уңышҡа ныҡлы нигеҙ һалдыҡ. Тимәк, халыҡ был байрамға тулыһынса хоҡуҡлы, — тип башланы үҙ сығышын Илдар Иршат улы. — Һәр бер ауыл уңғаны үҙенең намыҫлы, фиҙакәр хеҙмәте менән ихтирамға лайыҡ.
Байрамға республиканың тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министры Илдар Һаҙыев та килгәйне. Илдар Рим улы район халҡына Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитовтың ихлас ҡотлау һүҙҙәрен еткерҙе, республиканың социаль-иҡтисади, ауыл хужалығы яңылыҡтары, бурыстары менән таныштырҙы. Илеш алдынғы Майҙанда — ялан батырҙарырайондарҙың береһе булыуын, ә төбәктә эшһөйәр халыҡ йәшәүен билдәләп, хеҙмәт алдынғыларына бүләктәр тапшырҙы.
Сәхнәгә бер-бер артлы «Сәсеү-2013» батырҙары күтәрелде. Яҙғы баҫыу эштәрендә беренсе урынды ХХII партсъезд исемендәге кооператив (хужалыҡ рәйесе — И. Сафин, баш агроном — М. Фәсхетдинов, баш инженер — Р. Әхмәтшин) яуланы. «Илеш-Агро» йәмғиәте (Р. Әхмәҙуллин, И. Закиров, Р. Шамратов) һәм М. Горький исемендәге кооператив (И. Ғилфанов, Ф. Нәбиев, М. Гәрәев) икенсе-өсөнсө урындарҙы бүлеште. Йылдағыса «Сәсеү-2013» чемпионына – автомобиль, ә икенсе-өсөнсө урындарға ҡиммәтле бүләктәр тапшырылды.
Майҙанда — ялан батырҙарыТантанала механизаторҙар, һауынсылар, агросәнәғәт системаһында оҙаҡ йылдар намыҫлы эшләгәндәр бүләктәргә, Башҡортостан Ауыл хужалығы министрлығының Почет грамоталарына лайыҡ булды.
Тирә-яҡты санитар таҙартыу, төҙөкләндереү һәм йәшелләндереү буйынса конкурсҡа йомғаҡ яһалып, беренсе урынға Ҡәҙер ауыл биләмәһе лайыҡ булды. Икенсе-өсөнсө урындарҙа – Баҙытамаҡ һәм Бишҡурай ауыл биләмәләре.
Спорт тормошонда әүҙем ҡатнашыусылар араһында Рсай ауыл Советы ауыл биләмәһе еңеүсе тип табылды, икенсе-өсөнсө урындарҙы Андреевка менән Ҡарабаш бүлеште.
Үҙешмәкәр сәнғәт оҫталарының йыр-моңдарынан, дәртле бейеүҙәренән тирә-яҡ гөрләп торҙо.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 878

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 254

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 778

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 951

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 852

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 632

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 731

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 583

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 843

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 583

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 779