Һәр йылдағыса, яҙғы баҫыу эштәрен уңышлы тамамлап, халҡыбыҙҙың милли байрамын илештәр ҙә шат күңел, күтәренке кәйеф менән ҡаршыланы. Хатта тәбиғәт тә теләктәшлек белдергәндәй, ҡояшлы булды.
Һабантуй флагын күтәреү хоҡуғы ХХII партсъезд исемендәге кооператив рәйесе И. Сафинға, «Мир» кооперативы механизаторы Р. Кәбировҡа, Исәмәт ауыл мәҙәниәт йорто директоры Ф. Садиҡоваға, Үрге Йәркәйҙәге Т. Рахманов исемендәге урта мәктәп уҡыусыһы К. Нурғәлиеваға бирелде.
Беренсе һүҙҙе район хакимиәте башлығы Илдар Мостафин алды:
— Яҙғы сәсеү эштәрен тамамлап, уңышҡа ныҡлы нигеҙ һалдыҡ. Тимәк, халыҡ был байрамға тулыһынса хоҡуҡлы, — тип башланы үҙ сығышын Илдар Иршат улы. — Һәр бер ауыл уңғаны үҙенең намыҫлы, фиҙакәр хеҙмәте менән ихтирамға лайыҡ.
Байрамға республиканың тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министры Илдар Һаҙыев та килгәйне. Илдар Рим улы район халҡына Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитовтың ихлас ҡотлау һүҙҙәрен еткерҙе, республиканың социаль-иҡтисади, ауыл хужалығы яңылыҡтары, бурыстары менән таныштырҙы. Илеш алдынғы
райондарҙың береһе булыуын, ә төбәктә эшһөйәр халыҡ йәшәүен билдәләп, хеҙмәт алдынғыларына бүләктәр тапшырҙы.
Сәхнәгә бер-бер артлы «Сәсеү-2013» батырҙары күтәрелде. Яҙғы баҫыу эштәрендә беренсе урынды ХХII партсъезд исемендәге кооператив (хужалыҡ рәйесе — И. Сафин, баш агроном — М. Фәсхетдинов, баш инженер — Р. Әхмәтшин) яуланы. «Илеш-Агро» йәмғиәте (Р. Әхмәҙуллин, И. Закиров, Р. Шамратов) һәм М. Горький исемендәге кооператив (И. Ғилфанов, Ф. Нәбиев, М. Гәрәев) икенсе-өсөнсө урындарҙы бүлеште. Йылдағыса «Сәсеү-2013» чемпионына – автомобиль, ә икенсе-өсөнсө урындарға ҡиммәтле бүләктәр тапшырылды.
Тантанала механизаторҙар, һауынсылар, агросәнәғәт системаһында оҙаҡ йылдар намыҫлы эшләгәндәр бүләктәргә, Башҡортостан Ауыл хужалығы министрлығының Почет грамоталарына лайыҡ булды.
Тирә-яҡты санитар таҙартыу, төҙөкләндереү һәм йәшелләндереү буйынса конкурсҡа йомғаҡ яһалып, беренсе урынға Ҡәҙер ауыл биләмәһе лайыҡ булды. Икенсе-өсөнсө урындарҙа – Баҙытамаҡ һәм Бишҡурай ауыл биләмәләре.
Спорт тормошонда әүҙем ҡатнашыусылар араһында Рсай ауыл Советы ауыл биләмәһе еңеүсе тип табылды, икенсе-өсөнсө урындарҙы Андреевка менән Ҡарабаш бүлеште.
Үҙешмәкәр сәнғәт оҫталарының йыр-моңдарынан, дәртле бейеүҙәренән тирә-яҡ гөрләп торҙо.