Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Тельняшкалы әҙип...
Тельняшкалы әҙип..."Беҙ диңгеҙгә китәбеҙ", "Аҡсарлаҡтар һыуға төшә", "Диңгеҙ елдәре", "Һандуғас сыбығы", "Мичман улы", "Диңгеҙ бүреһе..." Эйе, Әмир Гәрәев (1928—2008) башҡорт әҙәбиәтен үҙ темаһы — моряктар хаҡындағы китаптар менән байытҡан яҙыусы ине. Әҙәбиәт һөйөүселәр уның ябай ер кешеләрен һүрәтләгән әҫәрҙәре, мәҫәлән, "Ҡарамалы яҙҙары", "Боролмала", "Һағыныу һағыштары" тигән повестары, тиҫтәләгән хикәйәһе менән таныш, яҙыусының әүҙем тәржемәсе икәнлеген дә онотмай.

Ишембай районының Түбәнге Әрмет ауылында әҙиптең тыуыуына 85 йыл тулыуға арналған саралар ойошторолдо. Оло юл сатында икмәк-тоҙ, йыр-моң менән ҡаршы алынған ҡунаҡтар, тәүҙә ауыл зыяратына барып, Әмир Гәрәевтең мәрмәр ташлы ҡәберенә сәскә һалды.
Ауыл мәҙәниәт йортоноң күркәм бинаһында юбилей кисәһе уҙғарылды. Сараны асҡанда, район хакимиәте башлығы урынбаҫары Гүзәл Шаһиева былай тине: "Был йәмле төбәк мәҙәниәтебеҙгә башҡорт корчагины, фронтовик Ибраһим Ғиззәтуллин менән "Почет Билдәһе" ордены кавалеры, ете йыл ғүмерен флотҡа арнаған офицер, күренекле йәмәғәт эшмәкәре һәм журналист Әмир Гәрәевте биреүе менән данлы".
Байрамда әҙип хаҡындағы йылы иҫтәлектәре менән уның хәләл ефете, матбуғат ветераны Фәниә Гәрәева, ҡәләмдәштәре — "Ағиҙел" журналының баш мөхәррире Әмир Әминев, республикабыҙҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре Риф Мифтахов, Радик Хәкимйәнов, шағир Зөфәр Вәлит, ауыл хакимиәте башлығы Зәйтүнә Исхаҡова, мәктәп директоры Наил Лутов, хаҡлы ялдағы уҡытыусы Наилә Байбулдина, Сибайҙан килгән атаҡлы педагогтар Фәниә һәм Хөснөтдин Хәмитовтар сығыш яһаны. Ишембай таланттарының концерты ла һәр кемгә оҡшаны.


Автор: Ш. САБИРОВ.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 879

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 256

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 780

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 953

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 856

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 633

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 732

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 584

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 845

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 585

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 780