"Беҙ диңгеҙгә китәбеҙ", "Аҡсарлаҡтар һыуға төшә", "Диңгеҙ елдәре", "Һандуғас сыбығы", "Мичман улы", "Диңгеҙ бүреһе..." Эйе, Әмир Гәрәев (1928—2008) башҡорт әҙәбиәтен үҙ темаһы — моряктар хаҡындағы китаптар менән байытҡан яҙыусы ине. Әҙәбиәт һөйөүселәр уның ябай ер кешеләрен һүрәтләгән әҫәрҙәре, мәҫәлән, "Ҡарамалы яҙҙары", "Боролмала", "Һағыныу һағыштары" тигән повестары, тиҫтәләгән хикәйәһе менән таныш, яҙыусының әүҙем тәржемәсе икәнлеген дә онотмай.
Ишембай районының Түбәнге Әрмет ауылында әҙиптең тыуыуына 85 йыл тулыуға арналған саралар ойошторолдо. Оло юл сатында икмәк-тоҙ, йыр-моң менән ҡаршы алынған ҡунаҡтар, тәүҙә ауыл зыяратына барып, Әмир Гәрәевтең мәрмәр ташлы ҡәберенә сәскә һалды.
Ауыл мәҙәниәт йортоноң күркәм бинаһында юбилей кисәһе уҙғарылды. Сараны асҡанда, район хакимиәте башлығы урынбаҫары Гүзәл Шаһиева былай тине: "Был йәмле төбәк мәҙәниәтебеҙгә башҡорт корчагины, фронтовик Ибраһим Ғиззәтуллин менән "Почет Билдәһе" ордены кавалеры, ете йыл ғүмерен флотҡа арнаған офицер, күренекле йәмәғәт эшмәкәре һәм журналист Әмир Гәрәевте биреүе менән данлы".
Байрамда әҙип хаҡындағы йылы иҫтәлектәре менән уның хәләл ефете, матбуғат ветераны Фәниә Гәрәева, ҡәләмдәштәре — "Ағиҙел" журналының баш мөхәррире Әмир Әминев, республикабыҙҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре Риф Мифтахов, Радик Хәкимйәнов, шағир Зөфәр Вәлит, ауыл хакимиәте башлығы Зәйтүнә Исхаҡова, мәктәп директоры Наил Лутов, хаҡлы ялдағы уҡытыусы Наилә Байбулдина, Сибайҙан килгән атаҡлы педагогтар Фәниә һәм Хөснөтдин Хәмитовтар сығыш яһаны. Ишембай таланттарының концерты ла һәр кемгә оҡшаны.