Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Туй яһаныҡ гөрләп урамда!
Туй яһаныҡ гөрләп урамда!Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәми Ғариповтың ижадына иғтибар артҡандан-арта. Йәне-тәне менән ғәҙеллек өсөн көрәшкән, кешенең күңел сафлығын өлгө итеп ҡуйған әҙиптең әҫәрҙәрендә күрәҙәселек тә бар. “Иң бөйөк һүҙ әле әйтелмәгән, Иң бөйөк көн әле ул алда”, — тип яҙған күптәргә таныш шиғырында. Милләтебеҙ туйына әүереләсәк, туған телебеҙҙең дәрәжәһе артыр көн дә булыр, тигән шағир.
“Ул туйға мин, бәлки, барып етмәм,
Ярһыу атым янып йығылыр.
Тик минһеҙ ҙә тулы булыр ул туй,
Мин белмәгән дуҫтар йыйылыр...”
Был шиғри юлдарҙы уҡығанда тетрәнеп тә ҡуяһың. Ысын шағир үҙ заманынан күпкә алда барырға тейеш, тиҙәр. Рәми Ғарипов иһә халҡының яҡты киләсәген хәстәрләп йәшәгән, уның иртәгәһен күҙаллаған шәхес булараҡ күптәрҙең хәтерендә ҡалған.
Ошо көндәрҙә республикабыҙҙа ғына түгел, Мәскәү, Санкт-Петербург ҡалаларында ла Рәми Ғариповтың шиғырҙарын яттан һөйләү буйынса “Минең Рәми” исемле шиғри марафон үтте. Төп сара иһә Өфөнөң Салауат Юлаев һәйкәле янындағы майҙанда уҙҙы.
— Рәми Ғариповтың уйлағандары йылдан-йыл халыҡтың күңеленә нығыраҡ һеңә, — тине Башҡортостандың халыҡ шағиры Рауил Бикбаев. — Уның әҫәрҙәрен хәҙерге мәлдә йөҙәрләгән-меңәрләгән кеше яттан һөйләй икән, тимәк, ул — ҙур байрам!
Үҙенсәлекле сарала күренекле актерҙар Нурия Ирсаева, Хөрмәтулла Үтәшев, шағирҙар Ҡәҙим Аралбай, Тамара Юлдашева, Лариса Абдуллина, шулай уҡ мәктәп уҡыусылары, студенттар, сәхнә оҫталары, олуғ әҙиптең әҫәрҙәрен яттан һөйләне. Баш ҡалалағы шиғри марафонда ҡатнашыу өсөн Бөрйән районынан, Стәрлетамаҡ һәм Ишембай ҡалаларынан да килгәндәр.
Сара майҙанда йыйылыусыларҙың бергәләп Рәми Ғариповтың “Туған тел” шиғырын ятлау менән тамамланды.

Хөрмәтулла ҮТӘШЕВ, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың халыҡ артисы:
— Һуңғы осорҙа шиғри кисәләр күпселек осраҡта әҙиптәрҙең юбилейы уңайынан ғына ойошторола ине. Ә инде шағирҙың ижадына ихтирам йөҙөнән юғары кимәлдә үткәрелгән бөгөнгө кеүек шиғри байрамды хәтерләмәйем. Был марафонда З. Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт академияһында мин уҡытҡан студенттар ҙа ихлас ҡатнашты. Үҙем дә Рәми ағайҙың шиғырҙарын күңел биреп уҡыным, сөнки ул — халыҡты берләштерә торған шағир.


Автор: А. АБҘАҠОВ.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 880

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 259

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 782

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 954

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 857

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 633

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 732

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 584

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 847

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 585

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 781