Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәми Ғариповтың ижадына иғтибар артҡандан-арта. Йәне-тәне менән ғәҙеллек өсөн көрәшкән, кешенең күңел сафлығын өлгө итеп ҡуйған әҙиптең әҫәрҙәрендә күрәҙәселек тә бар. “Иң бөйөк һүҙ әле әйтелмәгән, Иң бөйөк көн әле ул алда”, — тип яҙған күптәргә таныш шиғырында. Милләтебеҙ туйына әүереләсәк, туған телебеҙҙең дәрәжәһе артыр көн дә булыр, тигән шағир.
“Ул туйға мин, бәлки, барып етмәм,
Ярһыу атым янып йығылыр.
Тик минһеҙ ҙә тулы булыр ул туй,
Мин белмәгән дуҫтар йыйылыр...”
Был шиғри юлдарҙы уҡығанда тетрәнеп тә ҡуяһың. Ысын шағир үҙ заманынан күпкә алда барырға тейеш, тиҙәр. Рәми Ғарипов иһә халҡының яҡты киләсәген хәстәрләп йәшәгән, уның иртәгәһен күҙаллаған шәхес булараҡ күптәрҙең хәтерендә ҡалған.
Ошо көндәрҙә республикабыҙҙа ғына түгел, Мәскәү, Санкт-Петербург ҡалаларында ла Рәми Ғариповтың шиғырҙарын яттан һөйләү буйынса “Минең Рәми” исемле шиғри марафон үтте. Төп сара иһә Өфөнөң Салауат Юлаев һәйкәле янындағы майҙанда уҙҙы.
— Рәми Ғариповтың уйлағандары йылдан-йыл халыҡтың күңеленә нығыраҡ һеңә, — тине Башҡортостандың халыҡ шағиры Рауил Бикбаев. — Уның әҫәрҙәрен хәҙерге мәлдә йөҙәрләгән-меңәрләгән кеше яттан һөйләй икән, тимәк, ул — ҙур байрам!
Үҙенсәлекле сарала күренекле актерҙар Нурия Ирсаева, Хөрмәтулла Үтәшев, шағирҙар Ҡәҙим Аралбай, Тамара Юлдашева, Лариса Абдуллина, шулай уҡ мәктәп уҡыусылары, студенттар, сәхнә оҫталары, олуғ әҙиптең әҫәрҙәрен яттан һөйләне. Баш ҡалалағы шиғри марафонда ҡатнашыу өсөн Бөрйән районынан, Стәрлетамаҡ һәм Ишембай ҡалаларынан да килгәндәр.
Сара майҙанда йыйылыусыларҙың бергәләп Рәми Ғариповтың “Туған тел” шиғырын ятлау менән тамамланды.
Хөрмәтулла ҮТӘШЕВ, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың халыҡ артисы:— Һуңғы осорҙа шиғри кисәләр күпселек осраҡта әҙиптәрҙең юбилейы уңайынан ғына ойошторола ине. Ә инде шағирҙың ижадына ихтирам йөҙөнән юғары кимәлдә үткәрелгән бөгөнгө кеүек шиғри байрамды хәтерләмәйем. Был марафонда З. Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт академияһында мин уҡытҡан студенттар ҙа ихлас ҡатнашты. Үҙем дә Рәми ағайҙың шиғырҙарын күңел биреп уҡыным, сөнки ул — халыҡты берләштерә торған шағир.