Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Башҡорт рухы аңҡый
Башҡорт рухы аңҡыйБашҡортостандың халыҡ шағиры Рауил Бикбаевтың "Хазина" поэмаһын "Ағиҙел" журналынан уҡып тетрәнгәйнем. Халҡыбыҙға оран булып яңғыраған был әҫәрҙе былтыр Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың халыҡ артисы, режиссер Таңсулпан Бабичева сәнғәт академияһы студенттары менән сәхнәләштергәйне. Тамаша Башҡортостан телевидениеһы аша ла күрһәтелде.

Яңыраҡ Өфөнөң Йәштәр һарайында "Хазина"ны тағы бер тапҡыр тамаша ҡылырға насип булды. Башҡорт әҙәбиәте һәм мәҙәниәте тарихында бығаса күрелмәгән ваҡиға ине был. Ысынлап та, яңылышмаһам, поэма жанрын сәхнәләштереү бер ҡасан да булғаны юҡ ине беҙҙә. Сәхнәләге ваҡиғалар, шиғри һүҙ аша еткерелеп, тамашасы иғтибарын шунда уҡ йәлеп итә. Әлбиттә, шиғриәттең тәьҫир көсө хаҡында һөйләү мөмкин түгел, уны фәҡәт үҙеңә уҡырға йә тыңларға кәрәк, сөнки поэманың һәр юлынан, һәр һүҙенән йөрәк ялҡыны бөркөлә, быуаттар буйы ҡыйырһытылып йәшәгән халҡыбыҙҙың һүнмәҫ рухи ауаздары ишетелгәндәй.Башҡорт рухы аңҡый
"Здесь русский дух, здесь Русью пахнет..." тигән бөйөк Пушкин. Ошо һүҙҙәрҙе саҡ ҡына үҙгәртеп, Рауил Бикбаевтың поэмаһына ҡарата әйтер инем: "Башҡорт рухы бында, башҡорт еҫе!.."
Халҡыбыҙҙың шанлы үткәне, бөгөнгө аяныслы яҙмышы тетрәндергес образдар аша сағылыш тапҡан. Сәхнәләге экранда барған күренештәр иһә поэманың тәьҫир көсөн бермә-бер арттырып ебәрә.
Шуныһы ҡыуаныслы: тамашаны ҡарарға килеүселәрҙең күбеһе йәштәр ине. Шуға ла был әҫәр халҡыбыҙҙың киләсәк быуындарына изге аманат һымаҡ та ҡабул ителде.
"Хазина" поэма-спектакле тамамланғас, сәхнәгә Рауил Бикбаевтың ҡәләмдәштәре — Башҡортостандың халыҡ шағиры Абдулхаҡ Игебаев, шағирҙар Ирек Кинйәбулатов, Гүзәл Ситдиҡова, Хисмәт Юлдашев, Тамара Искәндәриә, Азамат Юлдашбаев, Лариса Абдуллина — күтәрелде. Уларҙың тел, ил, милләт тураһындағы шиғырҙары утҡа ялҡын өҫтәне.


Автор: С. НӘЗИРОВ.
Фото: не указан


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 879

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 256

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 780

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 953

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 856

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 633

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 732

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 584

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 845

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 585

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 780