Башҡортостандың халыҡ шағиры Рауил Бикбаевтың "Хазина" поэмаһын "Ағиҙел" журналынан уҡып тетрәнгәйнем. Халҡыбыҙға оран булып яңғыраған был әҫәрҙе былтыр Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың халыҡ артисы, режиссер Таңсулпан Бабичева сәнғәт академияһы студенттары менән сәхнәләштергәйне. Тамаша Башҡортостан телевидениеһы аша ла күрһәтелде.
Яңыраҡ Өфөнөң Йәштәр һарайында "Хазина"ны тағы бер тапҡыр тамаша ҡылырға насип булды. Башҡорт әҙәбиәте һәм мәҙәниәте тарихында бығаса күрелмәгән ваҡиға ине был. Ысынлап та, яңылышмаһам, поэма жанрын сәхнәләштереү бер ҡасан да булғаны юҡ ине беҙҙә. Сәхнәләге ваҡиғалар, шиғри һүҙ аша еткерелеп, тамашасы иғтибарын шунда уҡ йәлеп итә. Әлбиттә, шиғриәттең тәьҫир көсө хаҡында һөйләү мөмкин түгел, уны фәҡәт үҙеңә уҡырға йә тыңларға кәрәк, сөнки поэманың һәр юлынан, һәр һүҙенән йөрәк ялҡыны бөркөлә, быуаттар буйы ҡыйырһытылып йәшәгән халҡыбыҙҙың һүнмәҫ рухи ауаздары ишетелгәндәй.
"Здесь русский дух, здесь Русью пахнет..." тигән бөйөк Пушкин. Ошо һүҙҙәрҙе саҡ ҡына үҙгәртеп, Рауил Бикбаевтың поэмаһына ҡарата әйтер инем: "Башҡорт рухы бында, башҡорт еҫе!.."
Халҡыбыҙҙың шанлы үткәне, бөгөнгө аяныслы яҙмышы тетрәндергес образдар аша сағылыш тапҡан. Сәхнәләге экранда барған күренештәр иһә поэманың тәьҫир көсөн бермә-бер арттырып ебәрә.
Шуныһы ҡыуаныслы: тамашаны ҡарарға килеүселәрҙең күбеһе йәштәр ине. Шуға ла был әҫәр халҡыбыҙҙың киләсәк быуындарына изге аманат һымаҡ та ҡабул ителде.
"Хазина" поэма-спектакле тамамланғас, сәхнәгә Рауил Бикбаевтың ҡәләмдәштәре — Башҡортостандың халыҡ шағиры Абдулхаҡ Игебаев, шағирҙар Ирек Кинйәбулатов, Гүзәл Ситдиҡова, Хисмәт Юлдашев, Тамара Искәндәриә, Азамат Юлдашбаев, Лариса Абдуллина — күтәрелде. Уларҙың тел, ил, милләт тураһындағы шиғырҙары утҡа ялҡын өҫтәне.