Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Беҙҙең яҡта бейемәгән кеше юҡ!
Беҙҙең яҡта бейемәгән кеше юҡ!Районда дүртенсе тапҡыр уҙғарылған "Байыҡ" конкурсының гала-концерты үтте. Быйылғы бәйге талантлы яҡташыбыҙ, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы, Сибай дәүләт филармонияһының художество етәксеһе Фәнил Әсәҙуллин призына уҙғарылды.

— Залдың ошолай шығырым тулы булыуы — әбйәлилдәрҙең бейеү яратыуына асыҡ дәлил, — тине мәҙәниәт бүлеге начальнигы Г. Лавренева, бейеү байрамын асып. — Конкурста 700 кешенең ҡатнашыуы һәм уларҙың 300-өнөң гала-концертҡа һайланып алыныуы үҙе үк күпте һөйләй. Һәр халыҡтың бейеүе үҙенсә матур, әммә башҡорттоҡона еткәндәр юҡ. Беҙҙең бейеүҙәрҙә генә халыҡтың рухи хазинаһы һәм боронғоһоноң бай мираҫы сағыла.
Сәхнәгә Фәнил Әсәҙуллиндың туғандары ла күтәрелде.
— Ғаиләлә биш ҡыҙ, биш малай үҫтек, атай-әсәйебеҙ йыр-моңға ғашиҡ булды, беҙҙе лә шулай тәрбиәләп үҫтерҙеләр. Уҡытыусылар, балалар баҡсаһы хеҙмәткәрҙәре, шоферҙар бар, һөнәребеҙ төрлө булһа ла, йыр-бейеүгә һөйөү бөтәбеҙҙе берләштерә. Ә бына төпсөгөбөҙ Фәнил генә сәнғәт юлын һайланы. Хәҙер беҙ күмәкләп туғаныбыҙҙың уңыштарына һөйөнөп йәшәйбеҙ, — тине бейеүсенең апаһы Нәйлә Күсәрбаева.
Ижади бәйгене Таһир Кусимов исемендәге гимназияның "Сулпан" ансамбле "Марш" бейеүе менән асты. Дүрт сәғәткә яҡын дауам иткән концертҡа һәр ауылданБеҙҙең яҡта бейемәгән кеше юҡ! бейеүселәр килеүе ололарҙың да, балаларҙың да берҙәй ихласлыҡ менән ҡатнашыуын, районыбыҙҙың һәләтле бейеүселәргә ифрат бай булыуын иҫбатлай. Әбйәлилдәр "Байыҡ" республика телевизион конкурсында йыл һайын гран-при яулай. Был райондағы конкурстың юғары кимәлдә ойошторолоуын, жюриҙың да, бәйгеселәрҙең дә тамашасы хөкөмөнә сығарылған бейеүҙәренә, костюмдарына ҡарата талапсан, ҡәтғи булыуын билдәләй.
51 номерҙан торған тамашала сығыш яһаған һәр кемде айырым яҙыу мөмкин түгел. Шулай ҙа иң йәш конкурсант — Асҡарҙан 4 йәшлек Искәндәр Хәлиловтың "Маршрут"ы, Фирүзә Уйылданованың "Йәнтүрә"һе, Рәхмәт ауылынан Илдар Әхмәҙиевтең "Порт-Артур"ы, Илзирә Ғәлимованың "Батмустар менән бейеү"е, Әлмөхәмәттән Линара Камалетдинованың "Башҡорт полькаһы", Атауҙынан Айназ Шаһивәлиевтең "Мораҙым"ы, Тал Ҡусҡарынан Арсен Дәүләтбаевтың "Байыҡ" һәм Шәриптән Айгөл Абдрахманованың "Бишбармаҡ" бейеүҙәре тамашасы күңеленә айырыуса хуш килде. Сәхнәлә үҙҙәрен ысын әртистәрсә тотҡан бәләкәстәр, тырышып-тырышып һәр хәрәкәтте урын-еренә еткереп, сағыу образдар тыуҙырҙы. 6 йәшлек Руфина Хафизованың "Урманда" бейеүе һушты алырлыҡ тамашаға әүерелде, сәхнәлә күбәләктәй өйөрөлгән ҡыҙсыҡ мөләйем йылмайыуы менән һәр кемде әсир итте.
Иң оло конкурсант — 62 йәшлек Йәүҙәт Низамовтың "Яугир бейеүе"н ихлас башҡарыуы, 60 йәшлек Гөлшат менән Ринат Зариповтарҙың "Порт-Артур"ҙы дәртле итеп бейеүе концерттың йәме булды. Һамар ауылының фольклор ансамбле "Шәл бәйләнем", Тупаҡ ансамбле "Ҡорама менән бейеү", байымдар "Йәшлегем уйындары", Тал Ҡусҡары ауылы ансамбле "Самауыр менән бейеү", буранғолдар "Кейеҙ баҫыу", Тәпән ансамбле "Тимербайҙың килендәре" һәм үтәгәндәрҙең "Ҡыҙыл бүҙәнәләре" бейеүҙәре үҙенсәлекле булды.
Яңғыҙ башҡарыусылар, парлы бейеүселәр, трио, сәхнәне дер һелкеткән коллективтарҙың дәртле бейеүҙәре бер тынала ҡаралып, сәмле бәйге аҙағына ла килеп етте. Жюриға иң-иңдәрҙе билдәләү еңел булманы. Конкурста ҡатнашыусыларҙың барыһына ла төрлө дәрәжәләге дипломдар, бүләктәр тапшырылды. "Тамашасылар һөйөүе" призы Салауат ауылының "Гөлнәзирә" ансамбленә бирелде. Ниһайәт, төп еңеүселәр иғлан ителде. 16 йәштән өлкән бейеүселәр араһында гран-приға Дәүләттән Ансар Ғәлин лайыҡ булды. Ул, "Генерал Игзаков" бейеүе менән барыһын да таң ҡалдырып, хаҡлы рәүештә еңеүсе исемен яуланы. 16 йәшкә тиклемге төркөмдә гран-приҙы Салауаттан 6 йәшлек Руфина Хафизова яуланы. Еңеүселәрҙе Ф. Әсәҙуллин тәбрикләне.
— Һеҙ — халыҡ араһынан сыҡҡан бейеүселәрһегеҙ, тимәк, халыҡ артистары тип аталырға хаҡлыһығыҙ, — тине Фәнил Шәйхислам улы. — Матур байрам бүләк иткәнегеҙ, бейеү сәнғәтен күтәргәнегеҙ өсөн рәхмәт. Ауыл клубтарының конкурсҡа шундай кимәлдәге бейеүселәр әҙерләй алыуы — ҙур шатлыҡ. Ансар менән Руфина телевизион конкурста Әбйәлилдең намыҫын яҡлаясаҡ.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 878

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 255

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 778

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 952

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 855

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 633

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 731

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 583

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 843

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 584

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 779