Районда дүртенсе тапҡыр уҙғарылған "Байыҡ" конкурсының гала-концерты үтте. Быйылғы бәйге талантлы яҡташыбыҙ, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы, Сибай дәүләт филармонияһының художество етәксеһе Фәнил Әсәҙуллин призына уҙғарылды.
— Залдың ошолай шығырым тулы булыуы — әбйәлилдәрҙең бейеү яратыуына асыҡ дәлил, — тине мәҙәниәт бүлеге начальнигы Г. Лавренева, бейеү байрамын асып. — Конкурста 700 кешенең ҡатнашыуы һәм уларҙың 300-өнөң гала-концертҡа һайланып алыныуы үҙе үк күпте һөйләй. Һәр халыҡтың бейеүе үҙенсә матур, әммә башҡорттоҡона еткәндәр юҡ. Беҙҙең бейеүҙәрҙә генә халыҡтың рухи хазинаһы һәм боронғоһоноң бай мираҫы сағыла.
Сәхнәгә Фәнил Әсәҙуллиндың туғандары ла күтәрелде.
— Ғаиләлә биш ҡыҙ, биш малай үҫтек, атай-әсәйебеҙ йыр-моңға ғашиҡ булды, беҙҙе лә шулай тәрбиәләп үҫтерҙеләр. Уҡытыусылар, балалар баҡсаһы хеҙмәткәрҙәре, шоферҙар бар, һөнәребеҙ төрлө булһа ла, йыр-бейеүгә һөйөү бөтәбеҙҙе берләштерә. Ә бына төпсөгөбөҙ Фәнил генә сәнғәт юлын һайланы. Хәҙер беҙ күмәкләп туғаныбыҙҙың уңыштарына һөйөнөп йәшәйбеҙ, — тине бейеүсенең апаһы Нәйлә Күсәрбаева.
Ижади бәйгене Таһир Кусимов исемендәге гимназияның "Сулпан" ансамбле "Марш" бейеүе менән асты. Дүрт сәғәткә яҡын дауам иткән концертҡа һәр ауылдан
бейеүселәр килеүе ололарҙың да, балаларҙың да берҙәй ихласлыҡ менән ҡатнашыуын, районыбыҙҙың һәләтле бейеүселәргә ифрат бай булыуын иҫбатлай. Әбйәлилдәр "Байыҡ" республика телевизион конкурсында йыл һайын гран-при яулай. Был райондағы конкурстың юғары кимәлдә ойошторолоуын, жюриҙың да, бәйгеселәрҙең дә тамашасы хөкөмөнә сығарылған бейеүҙәренә, костюмдарына ҡарата талапсан, ҡәтғи булыуын билдәләй.
51 номерҙан торған тамашала сығыш яһаған һәр кемде айырым яҙыу мөмкин түгел. Шулай ҙа иң йәш конкурсант — Асҡарҙан 4 йәшлек Искәндәр Хәлиловтың "Маршрут"ы, Фирүзә Уйылданованың "Йәнтүрә"һе, Рәхмәт ауылынан Илдар Әхмәҙиевтең "Порт-Артур"ы, Илзирә Ғәлимованың "Батмустар менән бейеү"е, Әлмөхәмәттән Линара Камалетдинованың "Башҡорт полькаһы", Атауҙынан Айназ Шаһивәлиевтең "Мораҙым"ы, Тал Ҡусҡарынан Арсен Дәүләтбаевтың "Байыҡ" һәм Шәриптән Айгөл Абдрахманованың "Бишбармаҡ" бейеүҙәре тамашасы күңеленә айырыуса хуш килде. Сәхнәлә үҙҙәрен ысын әртистәрсә тотҡан бәләкәстәр, тырышып-тырышып һәр хәрәкәтте урын-еренә еткереп, сағыу образдар тыуҙырҙы. 6 йәшлек Руфина Хафизованың "Урманда" бейеүе һушты алырлыҡ тамашаға әүерелде, сәхнәлә күбәләктәй өйөрөлгән ҡыҙсыҡ мөләйем йылмайыуы менән һәр кемде әсир итте.
Иң оло конкурсант — 62 йәшлек Йәүҙәт Низамовтың "Яугир бейеүе"н ихлас башҡарыуы, 60 йәшлек Гөлшат менән Ринат Зариповтарҙың "Порт-Артур"ҙы дәртле итеп бейеүе концерттың йәме булды. Һамар ауылының фольклор ансамбле "Шәл бәйләнем", Тупаҡ ансамбле "Ҡорама менән бейеү", байымдар "Йәшлегем уйындары", Тал Ҡусҡары ауылы ансамбле "Самауыр менән бейеү", буранғолдар "Кейеҙ баҫыу", Тәпән ансамбле "Тимербайҙың килендәре" һәм үтәгәндәрҙең "Ҡыҙыл бүҙәнәләре" бейеүҙәре үҙенсәлекле булды.
Яңғыҙ башҡарыусылар, парлы бейеүселәр, трио, сәхнәне дер һелкеткән коллективтарҙың дәртле бейеүҙәре бер тынала ҡаралып, сәмле бәйге аҙағына ла килеп етте. Жюриға иң-иңдәрҙе билдәләү еңел булманы. Конкурста ҡатнашыусыларҙың барыһына ла төрлө дәрәжәләге дипломдар, бүләктәр тапшырылды. "Тамашасылар һөйөүе" призы Салауат ауылының "Гөлнәзирә" ансамбленә бирелде. Ниһайәт, төп еңеүселәр иғлан ителде. 16 йәштән өлкән бейеүселәр араһында гран-приға Дәүләттән Ансар Ғәлин лайыҡ булды. Ул, "Генерал Игзаков" бейеүе менән барыһын да таң ҡалдырып, хаҡлы рәүештә еңеүсе исемен яуланы. 16 йәшкә тиклемге төркөмдә гран-приҙы Салауаттан 6 йәшлек Руфина Хафизова яуланы. Еңеүселәрҙе Ф. Әсәҙуллин тәбрикләне.
— Һеҙ — халыҡ араһынан сыҡҡан бейеүселәрһегеҙ, тимәк, халыҡ артистары тип аталырға хаҡлыһығыҙ, — тине Фәнил Шәйхислам улы. — Матур байрам бүләк иткәнегеҙ, бейеү сәнғәтен күтәргәнегеҙ өсөн рәхмәт. Ауыл клубтарының конкурсҡа шундай кимәлдәге бейеүселәр әҙерләй алыуы — ҙур шатлыҡ. Ансар менән Руфина телевизион конкурста Әбйәлилдең намыҫын яҡлаясаҡ.