Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Мин яратам һине, тормош!
Мин яратам һине, тормош!“Районыбыҙҙа бөгөн бик матур байрам була, уны мотлаҡ күрергә кәрәк”, – тине, Йәрмәкәйгә барып төшкәс тә, район хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге мөдире Флорида Шакирова. Беҙ шунда уҡ Рәтамаҡҡа юл алдыҡ.

Ябай ғына биҙәлгән ауыл клубы шығырым тулы. Йәш-елкенсәк күренмәй – фәҡәт ололар. Һәммәһе матур итеп кейенгән-төҙәнгән. Әбейҙәрҙең күбеһе алһыу, зәңгәр һәм башҡа төҫтәге балитәкле ебәк күлдәктә, бәрхәт камзулда. Бабайҙар иһә ҡупшы елән, сигеүле түбәтәй кейгән. Маңлайҙары һырланған, атлап йөрөүҙәре һәлмәк, ә шатлыҡ сәскән күҙҙәрендә – йәштәрсә дәрт-дарман...
– Тиҫтә йыл самаһы хаҡлы ялдағы яҡташтарыбыҙ араһында халыҡ ижады конкурстары ойошторола, – тип һөйләй район хакимиәтенең мәҙәниәт, спорт һәм йәштәр сәйәсәте бүлеге етәксеһе Ирина Рәхмәтуллина. – Ике йыл элек Башҡортостанда оло йәштәгеләрҙең “Мин яратам һине, тормош!” фестивале уҙғарыла башлағас, йәрмәкәйҙәр ҙә ихлас ҡушылды. Бөгөнгө сараның маҡсаты – район кимәлендәге иң талантлы әбей-бабайҙарҙы һайлап алып, республика фестиваленә оҙатыу. Хәҙер ун ике ауыл Cоветынан 55 йәште уҙған 40 кеше сығыш яһаясаҡ. Араларында һөнәре мәҙәниәткә һәм сәнғәткә бәйле булғандары юҡ.
– Ғүмерҙәре буйы алһыҙ-ялһыҙ эшләп, пенсияға сыҡҡандар бындай конкурстарҙа, фестивалдәрҙә бик теләп ҡатнаша, йыл дауамында әҙерләнә, репетицияларғаМин яратам һине, тормош! йөрөй, – тип һүҙгә ҡушыла 36 йыл китапханала эшләгән, үҙешмәкәр сәнғәт менән дә әүҙем шөғөлләнгән Зөлфирә Фәйзуллина. – Ғөмүмән, ауылдарыбыҙҙа йыр-моңға әүәҫ, театр сәнғәтенә мөкиббән ғашиҡ кешеләр йәшәй. Һәр ауылда тип әйтерлек сәсәндәр бәйгеһе үткәрелеүе үҙе генә ни тора!
Тантана тәғәйен ваҡытта башланды. Бер-бер артлы сәхнәгә йырсылар, бейеүселәр, нәфис һүҙ оҫталары күтәрелде. Берәмләп тә, парлашып та, күмәкләшеп тә сығыш яһанылар. Халыҡ һәм эстрада йырҙары сиратлашты, күңелле таҡмаҡтар яңғыраны. Оҫта итеп, өҙә баҫып бейеүҙәрҙән сәхнә һелкенде. Һәр сығыш дәррәү алҡышҡа күмелде. Тамашасыларға бигерәк тә тиҫтәләрсә йыл һауынсы булып эшләгән, өс бала тәрбиәләп үҫтергән Нәҡиә Нафиҡованың ифрат моңло тауышы оҡшаны. Йәрмәкәй ауылының мәҙәниәт һарайы ҡарамағындағы “Сөмбөл” фольклор ансамблендәге алтмыш-етмеш йәшлек әбей-бабайҙарҙың ҡапма-ҡаршы тороп йырлап-бейеүе – үҙе бер күркәм тамаша. Спартак ауылы пенсионеры Александр Беляковтың, үҙе гитарала уйнап, йәшлегендәге хиттарҙың береһен – “Березовый сок” йырын – башҡарыуы ла күңелдәргә хуш килде. Ғөмүмән, һәр сығыш һоҡланып туймаҫлыҡ, хуплауға, маҡтауға лайыҡ ине.
Мин яратам һине, тормош!Фестивалдә беренсе урынды юғарыла телгә алынған Нәҡиә Нафиҡова яуланы.
Сарала ҡатнашыусыларға хужалар – Башҡортостандың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре Вәкил Әхмәтов етәкселегендәге Рәтамаҡ ауыл Советы вәкилдәре – оло хөрмәт күрһәтте: йылы ҡаршыланы, һәр кемгә иғтибарлы булды, тәмле бәлештәр, башҡа татлы тәғәм теҙелгән өҫтәлгә саҡырып һыйланы. Кискә тиклем дауам иткән фестивалдән сал сәсле һәүәҫкәрҙәр йәшәреп киткәндәй булды, күңелдәре күтәрелеп, ҡанатланып таралышты.
Һис шикһеҙ, бындай саралар хаҡлы ялдағылар өсөн дә, йәшерәктәргә лә файҙалы һәм фәһемле: ололарҙың бер көйгә генә барған тормошон йәнләндерә, әһәмиәтлерәк итә, ә башҡалар, уларға ҡарап, ҡартлыҡтың да үҙ шатлығы булыуын күрә.
Һуңыраҡ телефон аша хәбәр итеүҙәренсә, район фестивалендә еңеүселәр Октябрьский ҡалаһында төбәк кимәлендәге сарала ла уңышлы сығыш яһаған. Ун ике район вәкиле араһында Йәрмәкәй районынан “Зангари” халыҡ ансамбле (Күпсәнәй ауылынан, етәксеһе – Анастасия Вождаева), йырсылар Флүрә Низамова (Иҫке Шах ауылы) менән Йәүҙәт Ялаев (Йәрмәкәй ауылы), нәфис һүҙ оҫтаһы Нуриәхмәт Маннапов (Йәрмәкәй ауылы) ҡатнашҡан.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 879

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 256

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 780

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 953

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 856

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 633

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 732

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 584

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 845

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 585

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 780