“Районыбыҙҙа бөгөн бик матур байрам була, уны мотлаҡ күрергә кәрәк”, – тине, Йәрмәкәйгә барып төшкәс тә, район хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге мөдире Флорида Шакирова. Беҙ шунда уҡ Рәтамаҡҡа юл алдыҡ.
Ябай ғына биҙәлгән ауыл клубы шығырым тулы. Йәш-елкенсәк күренмәй – фәҡәт ололар. Һәммәһе матур итеп кейенгән-төҙәнгән. Әбейҙәрҙең күбеһе алһыу, зәңгәр һәм башҡа төҫтәге балитәкле ебәк күлдәктә, бәрхәт камзулда. Бабайҙар иһә ҡупшы елән, сигеүле түбәтәй кейгән. Маңлайҙары һырланған, атлап йөрөүҙәре һәлмәк, ә шатлыҡ сәскән күҙҙәрендә – йәштәрсә дәрт-дарман...
– Тиҫтә йыл самаһы хаҡлы ялдағы яҡташтарыбыҙ араһында халыҡ ижады конкурстары ойошторола, – тип һөйләй район хакимиәтенең мәҙәниәт, спорт һәм йәштәр сәйәсәте бүлеге етәксеһе Ирина Рәхмәтуллина. – Ике йыл элек Башҡортостанда оло йәштәгеләрҙең “Мин яратам һине, тормош!” фестивале уҙғарыла башлағас, йәрмәкәйҙәр ҙә ихлас ҡушылды. Бөгөнгө сараның маҡсаты – район кимәлендәге иң талантлы әбей-бабайҙарҙы һайлап алып, республика фестиваленә оҙатыу. Хәҙер ун ике ауыл Cоветынан 55 йәште уҙған 40 кеше сығыш яһаясаҡ. Араларында һөнәре мәҙәниәткә һәм сәнғәткә бәйле булғандары юҡ.
– Ғүмерҙәре буйы алһыҙ-ялһыҙ эшләп, пенсияға сыҡҡандар бындай конкурстарҙа, фестивалдәрҙә бик теләп ҡатнаша, йыл дауамында әҙерләнә, репетицияларға
йөрөй, – тип һүҙгә ҡушыла 36 йыл китапханала эшләгән, үҙешмәкәр сәнғәт менән дә әүҙем шөғөлләнгән Зөлфирә Фәйзуллина. – Ғөмүмән, ауылдарыбыҙҙа йыр-моңға әүәҫ, театр сәнғәтенә мөкиббән ғашиҡ кешеләр йәшәй. Һәр ауылда тип әйтерлек сәсәндәр бәйгеһе үткәрелеүе үҙе генә ни тора!
Тантана тәғәйен ваҡытта башланды. Бер-бер артлы сәхнәгә йырсылар, бейеүселәр, нәфис һүҙ оҫталары күтәрелде. Берәмләп тә, парлашып та, күмәкләшеп тә сығыш яһанылар. Халыҡ һәм эстрада йырҙары сиратлашты, күңелле таҡмаҡтар яңғыраны. Оҫта итеп, өҙә баҫып бейеүҙәрҙән сәхнә һелкенде. Һәр сығыш дәррәү алҡышҡа күмелде. Тамашасыларға бигерәк тә тиҫтәләрсә йыл һауынсы булып эшләгән, өс бала тәрбиәләп үҫтергән Нәҡиә Нафиҡованың ифрат моңло тауышы оҡшаны. Йәрмәкәй ауылының мәҙәниәт һарайы ҡарамағындағы “Сөмбөл” фольклор ансамблендәге алтмыш-етмеш йәшлек әбей-бабайҙарҙың ҡапма-ҡаршы тороп йырлап-бейеүе – үҙе бер күркәм тамаша. Спартак ауылы пенсионеры Александр Беляковтың, үҙе гитарала уйнап, йәшлегендәге хиттарҙың береһен – “Березовый сок” йырын – башҡарыуы ла күңелдәргә хуш килде. Ғөмүмән, һәр сығыш һоҡланып туймаҫлыҡ, хуплауға, маҡтауға лайыҡ ине.
Фестивалдә беренсе урынды юғарыла телгә алынған Нәҡиә Нафиҡова яуланы.
Сарала ҡатнашыусыларға хужалар – Башҡортостандың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре Вәкил Әхмәтов етәкселегендәге Рәтамаҡ ауыл Советы вәкилдәре – оло хөрмәт күрһәтте: йылы ҡаршыланы, һәр кемгә иғтибарлы булды, тәмле бәлештәр, башҡа татлы тәғәм теҙелгән өҫтәлгә саҡырып һыйланы. Кискә тиклем дауам иткән фестивалдән сал сәсле һәүәҫкәрҙәр йәшәреп киткәндәй булды, күңелдәре күтәрелеп, ҡанатланып таралышты.
Һис шикһеҙ, бындай саралар хаҡлы ялдағылар өсөн дә, йәшерәктәргә лә файҙалы һәм фәһемле: ололарҙың бер көйгә генә барған тормошон йәнләндерә, әһәмиәтлерәк итә, ә башҡалар, уларға ҡарап, ҡартлыҡтың да үҙ шатлығы булыуын күрә.
Һуңыраҡ телефон аша хәбәр итеүҙәренсә, район фестивалендә еңеүселәр Октябрьский ҡалаһында төбәк кимәлендәге сарала ла уңышлы сығыш яһаған. Ун ике район вәкиле араһында Йәрмәкәй районынан “Зангари” халыҡ ансамбле (Күпсәнәй ауылынан, етәксеһе – Анастасия Вождаева), йырсылар Флүрә Низамова (Иҫке Шах ауылы) менән Йәүҙәт Ялаев (Йәрмәкәй ауылы), нәфис һүҙ оҫтаһы Нуриәхмәт Маннапов (Йәрмәкәй ауылы) ҡатнашҡан.