Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Науруз — дуҫлыҡ тантанаһы
Науруз — дуҫлыҡ тантанаһыЙәйғорҙо күҙәтергә яратмаған кеше юҡтыр донъяла. Уның сағыу төҫтәре тирә-яҡты йәмләй, әҙәм балаһының күңелен иркәләй, илһамландыра. Ер йөҙөндәге барлыҡ милләттәр ҙә берҙәмлектә балҡып торған йәйғорҙо хәтерләтә. Улар дуҫ, татыу йәшәгәндә, бер-береһенең ғөрөф-ғәҙәтен, йолаларын хөрмәт иткәндә, дуҫлыҡ көсө лә арта.

Өфөнөң “Нефтсе” мәҙәниәт һарайында Науруз байрамы үтеүен баш ҡалабыҙҙа шул хозур йәйғорҙоң ҡалҡыуы менән сағыштырып булыр ине. Бында һәр халыҡ үҙенең ҡабатланмаҫ төҫөн күрһәтте, кинәнеп күңел асты. Байрам кәйефе барыһының да йөҙөнә сыҡҡайны:
— Науруз байрами кутлуг булсин! — тип сәләм бирә үзбәк егете.
— Бирге болсын! — тип яуаплай ҡаҙаҡ һылыуы. Тажик ҡатыны ла теләген белдерә:
— Наврузатон фируз бод!
Науруз — төрки һәм иран телле халыҡтарҙа яҙғы көн менән төн тигеҙләшкән ваҡытта үткәрелә торған байрам. Уның тарихи тамырҙары меңдәрсә йыл элекке осорға барып тоташа. Ирандың ҡояш календары буйынса нәҡ Науруз яңы йылдың тәүге көнө тип һанала. Был көндә ерҙе һөрөп, иген сәсеүгә әҙерлек Науруз — дуҫлыҡ тантанаһыбашланған, шуға ла күркәм байрамды ҙур әҙерлек менән ҡаршы алғандар: йорт-ҡураны төҙөкләндергәндәр, өйҙө биҙәп, төрлө һый-хөрмәт әҙерләгәндәр, барлыҡ булған гонаһтары өсөн бер-береһенән ғәфү үтенгәндәр. Йылдар үтеү менән байрамдың төп асылы үҙгәрмәгән.
Быйылғы Наурузда Башҡортостанда йәшәгән төрлө милләт вәкилдәре ҡатнашты — татар, тажик, үзбәк, ҡаҙаҡ, ҡырғыҙ, төркмән, азербайжан, Дағстан халыҡтары... Ә инде Ғафури һәм Бүздәк райондарының “Сәйетбаба” һәм “Килем” тарихи-мәҙәни үҙәктәре мәҙәниәт һарайы алдында тирмә ҡорҙо. Һәр кем үҙенең рухи ҡомартҡыһын, тормош-көнкүрешен, музыка ҡоралдарын, милли шөғөлөн сағылдырыусы күргәҙмә әҙерләгән. Концерт залында ойошторолған тамашала һәр милләттең дәртле бейеүен күреү, йыр-моңон ишетеү байрамда ҡатнашҡан халыҡтарҙы берләштереүгә, дуҫлаштырыуға йоғонто яһамай ҡалмағандыр.

Альбина ИСХАҠОВА, пенсионер:
— Наурузға йыл да киләм. Ул, әлбиттә, беҙҙең милли байрамыбыҙ түгел. Башҡорттарҙа һәм татарҙарҙа “Ҡарға бутҡаһы”н билдәләйҙәр. Башҡортостанда иһә был байрам күптән инде дуҫлыҡ тантанаһына әүерелде. Тик ниңә уны берәй паркта үткәрмәйҙәр икән? Халыҡ күп, шунлыҡтан тығыҙ. Ошо күренеш кенә бер аҙ кәйефте ҡырҙы.
Ирек АГИШЕВ, йәмәғәт эшмәкәре:
— Байрамдың кимәле быйыл яҡшыраҡҡа өмөтләнергә мәжбүр итә. Элгәре Якутов исемендәге паркта ҡалай шәп булғайны! Халыҡ рәхәтләнеп күңел асты, төрлө уйындарҙа көсөн һынап ҡараны. Ә бында уйнарға түгел, атларлыҡ та урын юҡ! Киләһе йылда ойоштороусылар был сараға етдиерәк ҡараһа ине.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 878

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 254

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 778

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 951

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 852

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 632

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 731

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 583

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 843

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 583

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 779