Йәйғорҙо күҙәтергә яратмаған кеше юҡтыр донъяла. Уның сағыу төҫтәре тирә-яҡты йәмләй, әҙәм балаһының күңелен иркәләй, илһамландыра. Ер йөҙөндәге барлыҡ милләттәр ҙә берҙәмлектә балҡып торған йәйғорҙо хәтерләтә. Улар дуҫ, татыу йәшәгәндә, бер-береһенең ғөрөф-ғәҙәтен, йолаларын хөрмәт иткәндә, дуҫлыҡ көсө лә арта.
Өфөнөң “Нефтсе” мәҙәниәт һарайында Науруз байрамы үтеүен баш ҡалабыҙҙа шул хозур йәйғорҙоң ҡалҡыуы менән сағыштырып булыр ине. Бында һәр халыҡ үҙенең ҡабатланмаҫ төҫөн күрһәтте, кинәнеп күңел асты. Байрам кәйефе барыһының да йөҙөнә сыҡҡайны:
— Науруз байрами кутлуг булсин! — тип сәләм бирә үзбәк егете.
— Бирге болсын! — тип яуаплай ҡаҙаҡ һылыуы. Тажик ҡатыны ла теләген белдерә:
— Наврузатон фируз бод!
Науруз — төрки һәм иран телле халыҡтарҙа яҙғы көн менән төн тигеҙләшкән ваҡытта үткәрелә торған байрам. Уның тарихи тамырҙары меңдәрсә йыл элекке осорға барып тоташа. Ирандың ҡояш календары буйынса нәҡ Науруз яңы йылдың тәүге көнө тип һанала. Был көндә ерҙе һөрөп, иген сәсеүгә әҙерлек
башланған, шуға ла күркәм байрамды ҙур әҙерлек менән ҡаршы алғандар: йорт-ҡураны төҙөкләндергәндәр, өйҙө биҙәп, төрлө һый-хөрмәт әҙерләгәндәр, барлыҡ булған гонаһтары өсөн бер-береһенән ғәфү үтенгәндәр. Йылдар үтеү менән байрамдың төп асылы үҙгәрмәгән.
Быйылғы Наурузда Башҡортостанда йәшәгән төрлө милләт вәкилдәре ҡатнашты — татар, тажик, үзбәк, ҡаҙаҡ, ҡырғыҙ, төркмән, азербайжан, Дағстан халыҡтары... Ә инде Ғафури һәм Бүздәк райондарының “Сәйетбаба” һәм “Килем” тарихи-мәҙәни үҙәктәре мәҙәниәт һарайы алдында тирмә ҡорҙо. Һәр кем үҙенең рухи ҡомартҡыһын, тормош-көнкүрешен, музыка ҡоралдарын, милли шөғөлөн сағылдырыусы күргәҙмә әҙерләгән. Концерт залында ойошторолған тамашала һәр милләттең дәртле бейеүен күреү, йыр-моңон ишетеү байрамда ҡатнашҡан халыҡтарҙы берләштереүгә, дуҫлаштырыуға йоғонто яһамай ҡалмағандыр.
Альбина ИСХАҠОВА, пенсионер:— Наурузға йыл да киләм. Ул, әлбиттә, беҙҙең милли байрамыбыҙ түгел. Башҡорттарҙа һәм татарҙарҙа “Ҡарға бутҡаһы”н билдәләйҙәр. Башҡортостанда иһә был байрам күптән инде дуҫлыҡ тантанаһына әүерелде. Тик ниңә уны берәй паркта үткәрмәйҙәр икән? Халыҡ күп, шунлыҡтан тығыҙ. Ошо күренеш кенә бер аҙ кәйефте ҡырҙы.
Ирек АГИШЕВ, йәмәғәт эшмәкәре:— Байрамдың кимәле быйыл яҡшыраҡҡа өмөтләнергә мәжбүр итә. Элгәре Якутов исемендәге паркта ҡалай шәп булғайны! Халыҡ рәхәтләнеп күңел асты, төрлө уйындарҙа көсөн һынап ҡараны. Ә бында уйнарға түгел, атларлыҡ та урын юҡ! Киләһе йылда ойоштороусылар был сараға етдиерәк ҡараһа ине.