Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Бохараны гиҙгән башҡорт
Бохараны гиҙгән башҡортҺуңғы йылдарҙа милләтебеҙ тарихына бәйле байтаҡ ғилми хеҙмәт баҫыла. Күптән түгел Башҡортостан Фәндәр академияһының "Ғилем" нәшриәтендә "Мәҡсүт Юнысов һәм уның тоҡомдары" тигән тағы бер ҡыҙыҡлы китап донъя күрҙе. Тарихты ҡуҙғытырға йөрьәт иткән автор – математика фәндәре докторы Әхтәр Мағаз улы Ғайсин.

Әһәмиәте нимәлә был баҫманың? Китапта бөгөн Әбйәлил районының Ҡырҙас ауылында йәшәүсе тамъян ырыуы башҡорттарының этник тарихы һәр төрлө сығанаҡҡа, беренсе нәүбәттә, әлеге көнгә тиклем һаҡланған шәжәрәләргә, архив документтарына, ер-һыу атамаларына, фольклор материалдарына таянып тикшерелгән. Унда был ауылға нигеҙ һалған Ноғай даруғаһы башҡорто Юнысов Мәҡсүт мулланың сауҙа һәм илселек эшмәкәрлегенә бәйле мәғлүмәттәр, уның Бохараны гиҙгән башҡортнәҫел-тоҡомоноң шәжәрәләре бирелгән. Бында 2009 – 2011 йылдарҙа автор тарафынан асыҡланған яңы генеалогик табыштар ҙа етерлек.
Шулай уҡ төрлө сығанаҡта айырым шәхес булараҡ күрһәтелгән Мәҡсүт муллаға ҡағылышлы байтаҡ асыш бар. Мәҫәлән, Ш. Мәржәни менән Р. Фәхретдиновтың хеҙмәттәрендә телгә алынған Ҡазан өйәҙенең Ура ауылынан Юныс ахундың улы Мәҡсүттең, Бохара ханлығына Рәсәй илсеһе Ф. Беневениның курьеры, урыҫ тотҡондарын азат итеү буйынса ҡарағалпаҡтар менән һөйләшеү алып барған Өфө өйәҙе башҡорто Мәҡсүт мулла Юнысовтың бер үк шәхес булыуы нигеҙләнә.
Автор яһаған һығымталар бик әһәмиәтле һәм төплө, ғилми йәһәттән һис бер кемдә шик тыуҙырмай. Китап башҡорт халҡы тарихын өйрәнеүселәргә төплө таяныс булып ҡына ҡалмаясаҡ, һәр кемде тарихтың быға тиклем билдәһеҙ өр-яңы һәм ышаныслы мәғлүмәттәре менән дә байытасаҡ.
Шуныһын да билдәләргә кәрәк: Әхтәр Мағаз улы бер нисә ғилми хеҙмәткәр башҡарырлыҡ фәнни эште бер үҙе үтәп сыҡҡан. Уның йәнә бер үҙенсәлеге: фән докторы һәр күренеште математик күҙлектән дә сығып баһалай. Баҫма ябай уҡыусыға ла ҡыҙыҡлы буласаҡ – бында һүрәттәр, карталар һәм фотолар ҙа урын алған.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә

  1. Гайсин Рашит
    Гайсин Рашит от 21.02.2013, 08:56
    Комментарий авторының «Ҡырҙас ауылында йәшәүсе тамъян ырыуы башҡорттарының этник тарихы» тигән һүҙбәйләнешен «Ҡырҙас ауылына нигеҙ һалыусы түңгәүер ырыуы башҡорттарының этник тарихы» тип аңларға кәрәк.

  2. Фуат Сөләймәнов
    Фуат Сөләймәнов от 26.04.2013, 09:15
    Хөрмәтле гәзит уҡыусылар!Иғтибар итегеҙ, белеп ҡуйығыҙ!Әбйәлил районының Ҡырҙас ауылы этник яҡтан Түңгәүер ҡәбиләһенең Урман Түңгәүер ырыуына ҡарай. Был райондағы Урман Түңгәүер ырыуының башҡа ҙур ауылдары: Асҡар, Әхмәт, Ишҡол, Тәпән. Архив сығанаҡтарҙан билдәле булыуынса, Урман Түңгәүер ырыуының башҡа ауылдары:Яҡшәмбәт, Исмаҡай, Исҡужа, Байназар, Мәһәҙей.






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 878

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 254

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 778

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 951

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 852

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 632

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 731

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 583

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 843

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 583

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 779